Ҡан — күҙәнәктәрҙе туҡландырып, ҡан тамырҙары буйлап йөрөгән шыйыҡ эске среда. Тоташтырғыс туҡымаларҙың бер төрө.

Ҡан
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә Гематология
Төҫ Ҡыҙыл төҫ
Код по FMA 9670[1]
Продуцируется костный мозг[d]
Код NCI Thesaurus C12434
Commons-logo.svg Ҡан Викимилектә

Ҡан — организмдың тоташтырғыс туҡымаһы төрҙәренең береһе булып тора. Уның төп өлөшөн шыйыҡ хәлдәге күҙәнәк-ара матдә — плазма тәшкил итә.

Плазмала ҡан күҙәнәктәре (ҡан тәнсәләре)эритроциттар, лейкоциттар һәм ҡан пластинкалары — тромбоциттар була.

Умыртҡалыларҙың ҡаны ҡыҙыл төҫтә. Төҫө эритроциттаҙағы кислородты бәйләүсе гемоглобинға бәйле. Кешенең кислородҡа байыған ҡаны (артериаль ҡан) асыҡ ҡыҙыл төҫтә, ә кислородһыҙ ҡан (веноз) ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә була.

Йомшаҡ тәнлеләр (моллюскылар) һәм быуынтығаяҡлыларҙың ҡаны (дөрөҫөрәге, гемолимфа) гемоцианинға бәйле зәңгәр төҫтә була.

Дөйөм алғанда, ирҙәрҙең ҡаны уртаса 5,2 л, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы — 3,9 л, яңы тыуғандарҙыҡы — 200—350 мл тирәһе тәшкил итә.

Организмда булған ҡан миҡдары  тән массаһының— 6—8 % -ын тәшкил итә.

Ҡан яһаусы ағзалар булып һөйәктең ҡыҙыл кимек матдәһе, тимус, лимфатик төйөндәр һәм талаҡ тора.

Биологиның ҡанды өйрәнеүсе бүлеге гематология тип атала.

СоставыҮҙгәртергә

Ҡан күҙәнәктәргә туҡлыклы матдәләр, кислород килтерә, метаболизм ҡалдыҡтарын сығара. Тән температураһын бер кимәлдә тоторға ярҙам итә, инфекциялар менән көрәшә һәм зарарланған ҡан тамырҙарын таҙарта. Ҡан плазманан, эритроцит, лейкоцит һәм тромбоциттарҙан тора.

Йөрәктең ритмик ҡыҫҡарыуы нәтижәһендә ҡан әйләнеше булдырыла. Ҡан система буйлап ҡан тамырҙары буйынса хәрәкәт итә. Гистобиологик барьер булыу сәбәпле ҡан башҡа тән туҡымалары менән тәьҫир итешмәй.

  1. Лейкоциттар — төҫһөҙ күҙәнәнәктәр. Улар организмға килеп ингән сит өлөшсәләрҙе эләктереп ала һәм үҙләштереп һаҡлау функцияһын башҡара.
  2. Эритроциттарҙа гемоглобин тигән махсус матдә була. Ул кислородты еңел генә үҙенә ҡушырға һәм бирергә һәләтле.
  3. Бынан тыш ҡанда лейкоциттар һәм эритроциттарҙан тыш, ҡан пластинкалары — тромбоциттар була. Улар ҡан системаһы йәрәхәтләнгәндә һәм ҡан аҡҡанда ҡандың ойошоуын тәьмин итәләр.

Умыртҡалы йылы ҡанлы хайуандарҙың ҡаны тән температураһын көйләүгә булышлыҡ итә.

Һыуҙа йәшәүсе балдаҡлы селәүсендәр һәм моллюскыларҙың ҡаны составы буйынса диңгеҙ һыуына яҡын. Унда лейкоциттар һәм эритроциттар аҙ. Ҡоро ерҙә йәшәгән хайуандарҙың ҡанында был күҙәнәктәр һаны арта.

  Викидәреслектә

Ҡанды шыйығайтыу тураһында бар

Кеше ҡанының һанлата күрһәткестәреҮҙгәртергә

СоставыҮҙгәртергә

  • Аҡһымдар — 7—8 % ( плазмала):
    • сывороткалағы альбумин — 4 %,
    • сывороткалағы глобулин — 2,8 %,
    • фибриноген — 0,4 %;
  • Минераль тоҙҙар — 0,9—0,95 %;
  • Глюкоза — 3,6—5,55 ммоль/л ( ас ҡорһаҡҡа веноз ҡан плазмаһы , IDF, 2011).
  • Гемоглобин:
    • ирҙәрҙә— 7,7—8,1 ммоль/л 78—82 берәмек Сали буйынса,
    • ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 7,0—7,4 ммоль/л 70—75 бер. Сали буйынса;
  • 1 мм³ ҡанда эритроциттар һаны :
    • ирҙәрҙә — 4 500 000—5 000 000,
    • ҡатын-ҡыҙҙарҙа — 4 000 000—4 500 000;
  • 1 мм³ ҡанда тромбоциттар микдары — 180000—320000 тирәһе;
  • 1 мм³ ҡанда лейкоциттар һаны — 6000—9000 тирәһе;
    • сегмент ядролылар — 50—70 %,
    • лимфоциттар — 20—40 %,
    • моноциттар— 2—10 %,
    • таяҡса ядролылар — 1—5 %,
    • эозинофилдар — 2—4 %,
    • базофилдар — 0—1 %,
    • метамиелоциттар — 0—1 %.

КүрһәткестәреҮҙгәртергә

  • Плазманың осмотик баҫымы — около 7,5 атм;
  • Плазманың онкотик баҫымы — 25—30 мм рт. ст.;
  • Ҡандың тығыҙлығы — 1,050—1,060 г/см³;
  • Эритроциттарҙың ултырыу тиҙлеге:
    • ирҙәрҙә — 1—10 мм/ч,
    • ҡатындарҙа — 2—15

Ҡан башҡарған функцияларҮҙгәртергә

  • Туҡландырыу (трофик) функция— күҙәнәктәргә туҡлыҡлы матдәләр менән тәьмин итеү.
  • Транспорт функцияһы — газдар, туҡлыҡлы матдәләр һәм метоболизм процессы продукттарын күсерә.
  • Тән температураһын көйләү функцияһы — йылытыу ағзаларынан (бауыр, мускулдар) йылылыҡты таратыу һәм тән температураһын тотороҡло һаҡлау.
  • Һаҡлау функцияһы — ҡандың ойошоноусанлығы, ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы юҡ итеү,(лейкоциттар ярҙамында), иммун системаһын булдырыу .
  • Гумораль функцияһы — ҡандағы химик матдәләр аша тереклек процестарын көйләү.
  • Организм функцияларын көйләү — ҡан аша гормондар күсә һәм тереклек процестарын көйләүҙә ҡатнаша.
  • Организмдың эске тотороҡлолоғын һаҡлау, йәғни гомеостазды тейешле кимәлдә тотоу.

Ҡан төркөмдәреҮҙгәртергә

Эритроциттарҙың ҡайһы бер антиген үҙенсәлектәренең уртаҡлығына ярашлы, бөтә кешеләр ҙә билдәле бер ҡан төркөмөнә ҡарай. Һәр кешенең ҡан төрө индивидуаль. Билдәле бер ҡан төркөмөнә ҡарау тыумыштан килә һәм ғүмер буйы үҙгәрмәй.

Иң мөһиме — ҡандың «AB0» системаһы буйынса дүрт төркөмгә һәм «Rh факторы» (резус-фактор) системаһы буйынса ике төркөмгә бүленеүе. Ауырыуға теләһә ниндәй төркөм ҡанды ебәреү булмай. Төркөмдәре буйынса ҡандың тап килеүен үтәү мотлаҡ.

Ҡаны I төркөм тибындағы кешеләр— универсаль донор була ала, ә IV төркөмгә ҡарағандары — универсаль реципиенттар.

Ҡан тапшырыуҙың яңы системаһы буйынса ҡан донор менән бер үк ҡан төрөнә эйә булған кешеләргә генә тапшырылырға мөмкин.

Баланың ата-әсәһенең ҡан төркөмөн белеп, билдәле бер ҡан төркөмөнә эйә булыу ихтималлығын билдәләргә мөмкин.

Аб0 системаһында ҡандағы агглутининдарға (изоантиесемдәр) һәм агглютиногендарға (антигендар) төрө буйынса ҡан төркөмдәре таблицаһы:Үҙгәртергә

Ҡан төркөмдәре Плазмала агглютининдар (изоантиесемдәр) Эритроциттарҙа агглютиногендар (антигендар)
I (0) α, β юҡ
II (A) β A
III (B) α B
IV (AB) юҡ A, B

ДонорлыҡҮҙгәртергә

Донорлыҡ, йәки ҡанды (лат. donare— «бүләк итеү») йәки уның компоненттарын биреү — донорҙарҙың үҙ ирке менән сирлегә ҡанын һәм уның компоненттарын биреү, шулай уҡ ҡанды һәм уның компоненттарын һаҡлауға әҙерләүҙе һәм был процестың хәүефһеҙлеген ойоштороуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек.

Теркәлгәндән һәм ҙур булмаған анкета тултырғандан һуң донор медицина тикшереүе үтә: бармаҡтан ҡан анализы бирә һәм табип тикшереүе үтә.

Яныу һәм йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһендә күпләп ҡан юғалтҡан кешеләргә ҡан ебәрергә кәрәк була. Ҡатмарлы операциялар ваҡытында, ауыр һәм ҡатмарлы бала табыу ваҡытында, гемофилия һәм анемия менән сирләүселәрҙе ҡотҡарыу өсөн дә донор ҡаны мотлаҡ булған саҡтар күп.

Химиотерапия ваҡытында яман шеш менән сирләүселәр өсөн ҡан да бик мөһим. Ерҙең һәр өсөнсө кешеһе ғүмерендә кәм тигәндә бер тапҡыр донор ҡанына мохтаж.

Бөтә донъя ҡан донорҙары көнөҮҙгәртергә

Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө— Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан 2005 йылдың майында, 58-се Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы барышында Женевала булдырылған халыҡ-ара көн (WHA58.13 резолюцияһы).

Йыл һайын 14 июндә үткәрелә. Медицина документтарында ҡан доноры булып киткән кеше ICD-10:Z52.0 коды буйынса шифрлана— Ҡан доноры буйынса код менән кодлана.

Ҡан сирҙәреҮҙгәртергә

Анемия (грекса αναιμία — аҙ ҡанлылыҡ) — әйләнештәге ҡанда гемоглобин концентрацияһының кәмеүе, йышыраҡ эритроциттар һанының (йәки эритроциттарҙың дөйөм күләменең) кәмеүе менән бәйле клиник һәм гематологик синдром. «Анемия» термины аныҡ ауырыуҙы билдәләмәй, йәғни анемияны төрлө патологик хәлгә бәйле билдәләренең береһе (симптом) тип иҫәпләргә кәрәк;

Гемолитик анемия — эритроциттарҙың емерелеүенә бәйле патология;

Яңы тыуған сабыйҙың гемолитик ауырыуы— яңы тыуған сабыйҙың патологик хәле, эритроциттарҙың күпләп тарҡалыуы, әсә менән бәпеттең ҡан тибы йәки Rh факторы буйынса ҡаны тап килмәүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әсә менән толҡаттың иммунологик конфликты бала ҡанында г эритроциттарҙың күпләп тарҡалыуына килтерә. Шулай итеп, толҡаттың ҡан күҙәнәктәре әсә өсөн сит агентҡа (антигендарға) әйләнә. Уларға яуап итеп гематоплацентар кәртә аша үтеп бәпестең эритроциттарына һөжүм итеүсе антиесемдәр сығарыла. Яңы тыуған сабыйҙарҙа күҙәтелгән һары ауырының төп сәбәптәренең береһе булып тора.

Яңы тыуған сабыйҙарҙың геморрагик ауырыуы — 24 сәғәттән 72 сәғәткә тиклем балала барлыҡҡа килгән сир. Йыш ҡына К витамины етешмәүе менән бәйле коагулопатия, Һөҙөмтәлә бауырҙа ҡан коагуляцияһы факторҙарының ( II, VII, IX, X, C, S) биосинтез процесы боҙола. Дауалау һәм иҫкәртеү яңы тыуған сабыйҙарҙың туҡланыу рационына К витаминын ҡушыуҙан тора.

Гемофилия — нәҫелдән килә торған ауырыу. Ҡан ойошоу процесы боҙолоу менән бәйле;

Ҡан тамырҙары эсендә ( интраваскуляр коамбуляция) ҡандың ойошоуы — микротромбтар барлыҡҡа килеүе;

Геморрагик васкулит (аллергик пурпура) — системалы васкулит төркөмөнөң иң ныҡ таралған ауырыуы. Уның нигеҙендә ваҡ ҡан тамыры

стенаһының асептик шешеүе, тире һәм эске ағзаларҙың (йышыраҡ бөйөр һәм эсәк) тамырҙарында микротромбтар барлыҡҡа килеүе ята. Был ауырыуҙың клиник сағылышын тыуҙырыусы төп сәбәп булып ҡан әйләнешендә иммун комплекстарының һәм комплементар системаның әүҙемләшкән компоненттары булыуы тора;

Идиопатик тромбоцитопеник пурпура (Верльгоф ауырыуы) — тулҡынға оҡшаш хроник ауырыу, беренсел геморрагик диатез булып тора. Ул гемостаздың тромбоцит звеноһында һан һәм сифат яғынан етешһеҙлек арҡаһында барлыҡҡа килә

Гемобластоз — неопластик ҡан ауырыуҙары төркөмө. Шартлы рәүештә лейкемик һәм лейкем булмағандарға бүленә:

- Лейкемия (лейкоз) —ҡан эшләү системаһының клональ яман (неопластик) сире;

- Анапласмос — йорт һәм ҡырағай хайуандарҙа, шулай уҡ кешеләрҙә булған ҡан ауырыуы. Уның сәбәпсе агенттары булып талпандар йөрөткән анаплазма бактериялары тора.

Хайуандарҙың ҡаныҮҙгәртергә

Умыртҡаһыҙҙарҙа тән ауырлығында ҡан өлөшө 20—30 %, умыртҡалыларҙа — 2—8 % тәшкил итә.

Ҡан составыҮҙгәртергә

Хайуандар донъяһында һулыш пигменттарының күп төрлө булып тора:

- умыртҡалыларға хас булған гемоглобин (тимерҙән торған) нигеҙендәге ҡан;

- гемэритрин нигеҙендәге ҡан (тимерҙән торған), ҡайһы бер балдаҡлы селәүсендәргә хас.

- ҡан нигеҙендә гемоцианин (баҡыр составлы) пигменты ята, бик һирәк осрай, әммә башаяҡлыларҙа, -рмәксе һымаҡтарҙа киң таралған;

- асцидийҙарҙа гемованадинлы (ванадий булған) ҡан. Был пигменттарҙың һулыш алыу функцияһы бер аҙ шик тыуҙыра.

Хайуан ҡанын ҡулланыуҮҙгәртергә

- Хайуан ҡаны күп халыҡтарҙың аш-һыуында аҙыҡ сифатында ҡулланыла (мәҫәлән, ненецтар болан ҡанын ашай).

- Ит эшкәртеүсе заводтарҙа һуйыуҙа алынған йорт хайуандары ҡанынан альбумин эшләнә, йыртҡыс хайуандар үрсетеүҙә мал аҙығы системаһында ҡулланыла.

- Ҡайһы бер дарыуҙар (иммуноглобулиндар, сывороткалар ) хайуандарҙың (йышыраҡ аттарҙың) ҡанынан эшләнә.

- Алтай боландарының ҡанынан пантогематоген һәм башҡа продукттар эшләнә.

- Иудаизмда, христианлыҡта, исламда һәм Йәһүә Шаһиттарында ҡанды ниндәй ҙә булһа формала ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Атап әйткәндә, иудаизмда ҡан йәнде материаллаштырыусы тип һанала. Ошоға ярашлы, ваҡ һәм эре мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто һуйыуҙың айырым ҡағиҙәләре лә бар.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Foundational Model of Anatomy

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә