Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы
опера йырсыһы һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы
Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы (29 июнь 1942 йыл — 19 сентябрь 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Ф. И. Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993).
Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 29 июнь 1942 |
Тыуған урыны | Пермь, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 19 сентябрь 2007 (65 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт консерваторияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәРайнат (Ринат) Әхкәметдин улы Бәшәров 1942 йылдың 26 июнендә Пермь ҡалаһында тыуған. 1973 йылда Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһын (педагогы В. А. Лазько)) тамамлай[1] һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй башлай. Бер үк ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта (1974—1994). Гастролдәр менән Германияла, Египетта, Монголияла, Төркиәлә була.
Вокаль партиялары
үҙгәртергә- Кончак («Кенәз Игорь», А. П. Бородин; дебют, 1973)
- Борис Годунов (М. П. Мусоргскийҙың шул уҡ исемдәге операһы)
- Тирмәнсе («Һыу инәһе», А. С. Даргомыжский)
- Мефистофель («Фауст», Ш. Гуно)
- Арғынбай, Ҡарабаш («Шәүрә»)
- Юлай («Салауат Юлаев»)
- Байымбәт («Нәркәс» — «Нэркэс», Х. Ф. Әхмәтов, 1995)
- Дәрүиш («Ай тотолған төндә», 1996)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
- Ф. И. Шаляпин исемендәге премия лауреаты (1993)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1985)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бәшәров Райнат Әхкәметдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2022)