Бадер Отто Николаевич

Бадер Отто Николаевич (29 июнь 1903 йыл2 апрель 1979 йыл) — СССР археологы, таш һәм бронза быуаттар буйынса күренекле белгес. Тарих фәндәре докторы (1964). Кама буйы археологияһы музейын ойоштороусыһы.

Отто Николаевич Бадер
Файл:Onbader.jpeg
Тыуған көнө

16 (29) июнь 1903[1] или 29 июнь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2]

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Полтава губернаһы, Гадяч өйәҙе, Александровский ауылы

Вафат көнө

2 апрель 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[3][2][1] (75 йәш)

Ғилми даирәһе

тарих, археология.

Эшләгән урыны

Мәскәү дәүләт университеты, Пермь университеты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми етәксеһе

Б. С. Жуков

Уҡыусылары

С. Н. Астахов,
В. Ф. Генинг,
Р. В. Козырева,
В. А. Оборин

Биографияһы

үҙгәртергә

О́тто Никола́евич Ба́дер 1903 йылдың 29 июнендә Рәсәй империяһы Полтава губернаһы Гадяч өйәҙе Александровский ауылында тыуған. Смоленск губернаһы Белый ҡалаһында гимназияны тамамлай.

1922—1926 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультетының археология бүлегендә уҡый, Б. С. Жуковтың уҡыусыһы[4].

1924 йылдан Мәскәүҙә Сәнәғәт өлкәһе үҙәк музейының археология бүлеге мөдире, ә 1927—1930 йылдарҙа РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариатының музей бүлегендә белгес-археолог була. Бер нисә өлкә музейҙарында археологик бүлектәрҙе ойоштороуҙа ҡатнаша.

1926 йылдан Мәскәү дәүләт университетының Антропология институтында ғилми хеҙмәткәр, 1931 йылдан Мәскәү дәүләт университетының Антропология институты һәм музейының ғилми секретары була.

1933—1941 йылдарҙа Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт институтының Мәскәү бүлегендә ғилми хеҙмәткәр, ә 1937 йылдан — ғилми секретарь будып эшләй. 1937 йылда фәнни хеҙмәттәре буйынса О. Н. Бадерға тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһе бирелә. 1930—1931 йылдарҙа Дмитров кремлендә ҡаҙыныу эштәрен алып бара. 1936—1939 йылдарҙа Юғары музей курстарында археология курсын уҡыта, Мәскәү тыуған яҡты өйрәнеү фәнни-тикшеренеү бюроһының Археология комиссияһы һәм Мәскәү тарихы буйынса комиссияһы рәйесе була. Бер үк ваҡытта экспедицияларҙа ҡатнаша, бихисап мезолит һәм неолит торамаларҙы аса һәм тикшерә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мәскәү дәүләт университеты ополчениеһы составында фронтҡа китә, әммә 1941 йылдың аҙағында этник немец булараҡ фронттан ҡайтарыла һәм Түбәнге Тагил ҡалаһына хеҙмәт армияһына ебәрелә.

1944 йылдан Түбәнге Тагил тыуған яҡты өйрәнеү музейы ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1946—1955 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Пермь дәүләт университетының тарих-филология факультеты доценты була. Кама һәм Воткинск археологик экспедициялары менән етәкселек итә. Кама мезолит һәм Кама неолит мәҙәниәтен тасуирлай, Урал буйының таш, ҡула һәм иртә тимер быуат периодизацияһын төҙөй.

1955 йылдан Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Археология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре була.

1957 йылдан Сунгирь палеолит торамаһында систематик рәүештә эшләй, бында билдәле ҡәберҙәр таба. 1960—1970‑се йылдарҙа Башҡортостанда палеолит—иртә тимер быуат ҡомартҡыларын, шул иҫәптән Мораҙым тораһы һәм яҙыуы, Урта Түбә, Шүлгәнташ һәм башҡаларҙы өйрәнә, Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Кама археологик экспедицияларына етәкселек итә. Волга-Уралдың ҡула дәүеренә ҡараған сейминск-турбинск комплекстарын системаллаштыра һәм ҡылыҡһырлай.

400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 12 монография авторы.

1966—1972 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса фәнни-методик советы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡара. СССР Фәндәр академияһының Ер тураһында фәндәр бүлеге Сирек комиссияһы, Сирек осорон өйрәнеү буйынса халыҡ-ара ассоциацияһының (INQUA) совет секцияһы, СССР Фәндәр академияһының Карст геологияһын һәм географияһын өйрәнеү буйынса комиссия, Урал археология комиссияһы, Италия тәүтарих институты, Франция Тарихҡа тиклемге археология йәмғиәте, «Советская археология» журналы мөхәрририәте ағзаһы була.

Улы — Бадер Николай Оттович, Яҡын Көнсығыш археологияһы буйынса белгес, Ираҡта экспедицияларҙа ҡатнаша.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Древнейшие металлурги Приуралья. — М., 1964.
  • Каповая пещера. Палеолитическая живопись. — М., 1965.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. 2,0 2,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  3. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  4. Жуков Борис Сергеевич / С. В. Кузьминых // Железное дерево — Излучение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 122—123. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 10). — ISBN 978-5-85270-341-5.
  • Бадер Отто Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Крайнов Д. А. К 70-летию О. Н. Бадера // Памятники древнейшей истории Евразии. М., 1975.
  • Кузьминых С. В. О. Н. Бадер и отечественная археология эпохи раннего металла // Российская археология. 2004. № 4.
  • Мельникова О. М. Пермская научная археологическая школа О. Н. Бадера. Ижевск, 2003.
  • Мельничук А. Ф. Бадер Отто Николаевич // Краеведы и краеведческие организации Перми: Биобиблиографический справочник / Сост., науч. ред., вступ. статья: Т. И. Быстрых, А. В. Шилов; Авторский коллектив: Н. А. Аликина, Э. П. Андерсон, Л. С. Бортник и др.; Рецензенты: В. П. Мохов, И. В. Бабченко. — Пермь: Курсив, 2000. — С. 71–72. — 360 с. — 1000 экз. — ISBN не указан.
  • Формозов А. А. Полевые археологи // Наука и человек: из записей археолога. М.: Знак, 2005. С. 55-67.
  • Бадер Отто Николаевич // Чувашская энциклопедия.

Һылтанмалар

үҙгәртергә