Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы

табип-гигиенист, медицина фәндәре докторы ((2004).

Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (13 май 1947 йыл) — табип-гигиенист, медицина фәндәре докторы ((2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2012)[1].

Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 13 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Әрмет-Рәхим
Эш урыны Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты
БДМУ
Уҡыу йорто БДМУ
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Әмир Ямалетдин улы Шәрәфетдинов 1947 йылдың 13 майында Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙер Ишембай районы) Әрмет-Рәхим ауылында тыуып үҫкән. 1977 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын (БДМУ) «Гигиена, санитария, эпидемиология» һөнәре буйынса тамамлай. Артабан белемен Кемерово аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологияһы институтында дауам итә, һөнәре буйынса — «Техносфера хәүефһеҙлеге», Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында «Ойошма менеджменты» һөнәрен үҙләштерә.

1977—1981 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Архангел районында санитар-эпидемиологик станцияһында баш табип булып эшләй. 1981—1986 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы Киров районы советының һаулыҡ һаҡлау башҡарма комитеты мөдире. 1986—2004 йылдарҙа — ошо уҡ районда баш дәүләт санитар табибы. 2004 йылдан алып Башҡорт физик культураһы институтында факультет деканы була (Урал дәүләт физик культураһы университеты филиалы)[1]. 2010 йылда Дрезден техник университетында эшләй.

2008 йылдан — В. Г. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты профессоры, иҡтисад һәм менеджмент факультеты деканы. 2016 йылдан башлап БДМУ‑ла эшләй[1].

2004 йылда Башҡортостан Республикаһы миҫалында «Гигиеническая безопасность здоровья населения промышленных центров и сопряженных сельских территорий» докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге сәнәғәт үҙәктәрендәге халыҡ һаулығының төбәк үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм ауырыуҙарҙы беренсел иҫкәртеү б‑са саралар әҙерләүгә арналған. Ш. ҡатнашлығында производство мөхитендәге химик бысратыусылар тәьҫир иткәндә ауырыуҙы алдан күҙаллау ысулы эшләнә. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы[1].

Төп ғилми баҫмалары

Оптимизация среды обитания и охрана здоровья населения в районах размещения нефтеперерабатывающих и нефтехимических комплексов : По данным социолого-гигиенических исследований : автореферат дис. … кандидата медицинских наук : 14.00.07 / Уфимский НИИ медицины труда и экологии человека. — Оренбург, 1996. — 21 с.

Гигиеническая безопасность здоровья населения промышленных центров и сопряженных сельских территорий (на примере Республики Башкортостан) : диссертация … доктора медицинских наук : 14.00.07 / Шарафутдинов Амир Ямалетдинович; [Место защиты: Российский государственный медицинский университет].- Москва, 2004.- 267 с.: ил.

Медико-социальные последствия чрезвычайных ситуаций природного и техногенного характера. Уфа, 1997 (авторҙаш);

Канцерогенные эффекты факторов окружающей среды. Уфа, 1998 (соавт.);

Медико-гигиенические аспекты здоровья сельского населения. Нефтекамск, 2005 (авторҙаш).

Безопасность жизнедеятельности. Учебное пособие. Уфимский институт (филиал) РЭУ им. Г. В. Плеханова 2014

Медико-гигиенические аспекты здоровья сельского населения (монография). Нефтекамск, 2005.

Окружающая среда и здоровье (монография). Уфа, 2000.

Развитие лечебно-оздоровительного туризма в Республике Башкортостан. Научно-практический экономико-правовой журнал «Торговля, предпринимательство и право» УИ (филиал) РГТЭУ, № 2, 2012

Функциональное зонирование территории санатория. Научно-практический экономико-правовой журнал «Торговля, предпринимательство и право» УИ (филиал) РГТЭУ, № 2, 2012.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

ШӘРӘФЕТДИНОВ Әмир Ямалетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Шарафутдинов Амир Ямалетдинович 2018 йыл 14 декабрь архивланған.