13 май
көнө
(13 Май (Һабанай) битенән йүнәлтелде)
13 май — григориан стиле буйынса йылдың 133-сө (кәбисә йылында 134-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 232 көн ҡала.
13 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
13 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡара диңгеҙ флоты көнө.
- Бразилия: Претос Велхос фестивале.
- Канада: Әсә көнө.
- Нигерия: Гарланд көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының һаҡ-конвой подразделениелары көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Эйхенвальд Антон Александрович (1875—1952), композитор, дирижёр, фольклорсы. 1930-сы йылдар башынан Өфөлә эшләй, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын асыуҙа ҡатнаша, «Мәргән» легенда-героик операһы һәм «Ашҡаҙар» драматик операһы авторы. 1933 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1945) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1944). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Вәлитов Ишбулды Ғиниәт улы (1935—12.02.2013), ғалим-әҙәби тәнҡитсе. 1962—2007 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, 1987—1999 йылдарҙа әҙерлек бүлеге мөдире. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1973). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Ғәли Ибраһимов (1998) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2001) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981).
тулы исемлек
- Үрәзмәтов Флүр Зинур улы (1955), хужалыҡ эшмәкәре, дәүләт хеҙмәткәре. 2004—2020 йылдарҙа Шишмә район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996) һәм халыҡ мәғарифы отличнигы (1994).
- Ғәлләмов Тимур Фәнил улы (1980), спортсы. 2003—2010 йылдарҙа Рәсәйҙең самбо буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Октябрьский ҡалаһының 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2008). Шәхси зачётта донъя (2006—2007) һәм Рәсәй (2006—2008) чемпионы. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Вәлиев Илдус Зәкирйән улы (1936), сауҙа өлкәһе ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Иҫке Ҡырғыҙ ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Арыҫланова Люциә Шәрифйән ҡыҙы (1937), мәғариф ветераны. 1993—2003 йылдарҙа Кушнаренко педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Копьёв Михаил Васильевич 1947—19.08.2017), рәссам, график, театр рәссамы. 1986 йылдан Вологда дәүләт техник университетының архитектура һәм дизайн кафедраһы доценты. Вологда өлкәһенең мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Хлыбов Виктор Петрович (1947), сценограф. 1964—1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының, 1979 йылдан — Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театрының ҡуйыусы, 1994 йылдан — баш рәссамы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
- Шәрәфетдинов Әмир Ямалетдин улы (1947), ғалим-табип-гигиенист. 2004 йылдан Башҡортостан физик культура институтының адаптив физик культура факультеты, 2008 йылдан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты Өфө институтының (филиалының) иҡтисад һәм менеджмент факультеты деканы, 2016 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1999) һәм мәғариф отличнигы (2012).
- Ананенков Александр Георгиевич (1952), ғалим-иҡтисадсы. 2004—2011 йылдарҙа «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары, 2002 йылдың 28 июненән — директорҙар советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
- Хөсәйенова Фәниҙә Хәмиҙулла ҡыҙы (1952), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1972—2016 йылдарҙа Салауат тире-винерология диспансерының шәфҡәт туташы, шул иҫәптән 1975—1979 һәм 1990—2006 йылдарҙа — өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғималов Фуат Рамазан улы (1957), ғалим-биолог. Биохимия һәм генетика институтының ғилми секретары. Биология фәндәре докторы.
- Әминева Рәйлә Рафаэль ҡыҙы (1957), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. 1976 йылдан Көйөргәҙе районы Ермолаевка үҙәк район дауаханаһының пост һәм өлкән шәфҡәт туташы, 2002 йылдан — баш шәфҡәт туташы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Харрасов Шәйхи Фәтҡулла улы (1898—?), дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1928 йылдан Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары, 1929 йылдың 1 апреленән 1930 йылдың 14 авгусына тиклем — эске эштәр халыҡ комиссары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
- Сәғитов Рәшит Үзбәк улы (1958), педагог, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Әбйәлил районы Гусев урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 һәм 2002 йылдан — директорҙың уҡыу-тәртиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1998—2002 йылдарҙа – мәктәп директоры. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының крайҙы өйрәнеүселәр ойошмаһы ағзаһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән ошо райондың Салауат ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хализова Мария Ивановна (1929—8.04.2008), малсы, йәмәғәтсе. 1953—1985 йылдарҙа Иглин районы «Путь Ленина» колхозы һауынсыһы. РСФСР-ҙың алтынсы саҡырылыш (1963—1967) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һауынсыһы (1957). Сығышы менән ошо райондың Ленинский ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1625: Карло Маратта, Италияның барокко дәүере рәссамы, архитектор.
- 1750: Лоренцо Маскерони, Италия математигы, шағир.
тулы исемлек
- 1795: Павел Шафарик, Чехия филологы, тарихсы, славян халыҡтары берҙәмлеге идеяһы авторы.
- 1840: Альфонс Доде, Франция яҙыусыһы.
- 1850: Модест Чайковский, Рәсәй империяһы драматургы, либретталар авторы, музыка тәнҡитсеһе, Пётр Ильич Чайковскийҙың кесе туғаны.
- 1895: Лариса Рейснер, Рәсәй империяһы, Совет Рәсәйе һәм СССР яҙыусыһы.
- 1905: Стефания Станюта, СССР һәм Беларусь Республикаһы актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1950: Стиви Уандер, АҠШ йырсыһы, композитор.
- 1960: Ефим Александров, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, артист һәм режиссёр.
- 1960: Миләүшә Таминдарова, йырсы, Татарстандың дәүләт камера хоры етәксеһе, Ҡазан дәүләт консерваторияһы доценты, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- 1985: Иван Реон, Британия актёры, йырсы һәм йырҙар авторы.
- 1992: Ибраһим Ғиззәтуллин, башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, «Башҡорт Корчагины» исеме аҫтында киң билдәлелек алған ҡаһарман шәхес, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1968).