11 октябрь
көнө
(11 октября битенән йүнәлтелде)
11 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 284-се көнө (кәбисә йылында 285-се). Йыл аҙағына тиклем 81 көн ҡала.
11 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
11 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ҡыҙ-балалар көнө.
- Һимереү менән көрәш көнө.
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Республика көнө.
- 1783: Рәсәй Академияһы ойошторола (рус телен өйрәнеү буйынса)
- 1881: Дэвид Хьюстон фотоплёнкаға патент ала.
тулы исемлек
- 1931: Ғафури район гәзитенең тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1990: Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мансуров Әхтәм Әхмәт улы (1895—2.12.1965), педагог-методист, тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1944).
- Новиков Александр Григорьевич (1915—31.07.2002), хеҙмәт алдынғыһы. 1932—1936 һәм 1940—1975 йылдарҙа Златоуст металлургия заводы эшсеһе, машинисы, өлкән инженеры. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1962—1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
тулы исемлек
- Королёва Лариса Евгеньевна (1950), спортсы. 1967—1968 йылдарҙа спорт гимнастикаһы буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР-ҙың спорт мастеры (1967). Күпбәйгелә РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1967), команда зачётында СССР чемпионы (1970). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пузин Юрий Иванович (1955), ғалим-химик. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Органик химия институты ғилми хеҙмәткәре, 1988 йылдан өлкән, 1997 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1997 йылдан хәҙерге Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1996), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2008). С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Одинцов Виктор Петрович (1876—21.11.1938), ғалим-офтальмолог, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1904 йылдан Өфө губернаһының земство табибы; 1918 йылдан Мәскәүҙәге 1-се медицина институтының күҙ клиникаһы ғилми етәксеһе, бер үк ваҡытта Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының Республика тархоматоз ғилми-тикшеренеү институтының (хәҙер — Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты) беренсе директоры (1927—1933). Медицина докторы (1904), профессор (1918). Сәйәси золом ҡорбаны.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шәрипов Мәхмүтйән Ғәлимйән улы (1927—28.12.1999), механизатор. 1943 йылдан Хәйбулла МТС-ы тракторсыһы, 1953 йылдан — трактор бригадаһы бригадиры; 1958—1986 йылдарҙа «Новый путь» колхозы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Әхмәтйәнов Мирмәғсүм Латип улы (1937), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1977 йылдарҙа Баҡалы районы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1971), коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән ошо райондың Ҡуштирәк ауылынан.
тулы исемлек
- Зимина Нина Николаевна (1942—24.06.2017), уҡытыусы, шағир, яҙыусы, тәржемәсе һәм йәмәғәтсе. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы. Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2011). «Радуга над Агиделью» әҙәби премияһы лауреаты, «Лучшая башкирская книга 2007 года» республика конкурсы еңеүсеһе.
- Кәримов Тәлғәт Шәйәхмәт улы (1942—11.11.2014), педагог, үҙешмәкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Ишле ауылынан.
- Симонова Надежда Ивановна (1947), ғалим-гигиенист, Рәсәй медицина фәндәре академияһының Хеҙмәт медицинаһы ғилми-тикшеренеү институтының фәнни эштәр департаменты директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Көршәк ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мурахтина Нина Петровна (1923—14.07.1989), икмәк бешереүсе, уйлап табыусы. 1950—1978 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының 5-се икмәк заводы эшсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Скворчиха ауылынан.
- Пантелеев Михаил Максимович (1938—2017), журналист. 1965—1998 йылдарҙа Балаҡатай районының «Новая жизнь» гәзите хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районы Савалда ауылынан.
тулы исемлек
- Харисова Фәниә Биктимер ҡыҙы (1958), педагог, 1990 йылдан Краснокама районының Николо-Берёзовка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Котов Михаил Михайлович (1919–2002), хужалыҡ эшмәкәре. Ленин, Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Кәлиев Ибраһим Әҙиәт улы (1959), ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2003—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында математика анализы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2007—2011 йылдарҙа физика‑математика факультеты деканы, 2009—2011 йылдарҙа Математика һәм тәбиғәт фәндәре институты директоры. Физика‑математика фәндәре докторы (2002), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Аҡ Яйыҡ районының Бударин ауылынан.
тулы исемлек
- Рыкин Роман Владимирович (1974), балет артисы. 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993). «Терпсихора байрамы» (Баҡы, 1991) Бөтә Союз балет артистары конкурсы, «Арабеск» (Пермь, 1992), Лозанна (Швейцария, 1993), Будапешт (1994) һәм Джексон (АҠШ, 1995) ҡалаларында үткән халыҡ‑ара балет артистары конкурстары лауреаты; С. П. Дягилев исемендәге Халыҡ-ара йәш балет артистары конкурсы (1992, Мәскәү) дипломанты.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1909: Георгий Лисицын, СССР шахматсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры (1931).
- 1923: Александр Сухарев, СССР һәм Рәсәй ғалимы, юрист, дәүләт эшмәкәре, 1988-1990 йылдарҙа СССР-ҙың Генераль прокуроры.
тулы исемлек
- 1927: Владимир Успе́нский, СССР яҙыусыһы («Тайный советник вождя» китабы).
- 1936: Юрий Алтухо́в, СССР һәм Рәсәй ғалимы, генетик.
- 1962: Ғәбделфәт Сафин, йырсы, Татарстандың халыҡ артисы (2009).
- 1994: Яҡуп Ҡолмой, башҡорт шағиры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2006: Азат Аббасов, татар опера йырсыһы.
тулы исемлек
- 2006: Нәбилә Вәлитова, балет артисы, педагог һәм балетмейстер, РСФСР-ҙың халыҡ артисты (1969).