Новиков Александр Григорьевич
Новиков Александр Григорьевич (11 октябрь 1915 йыл — 31 июль 2002 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1932—1936 һәм 1940—1975 йылдарҙа Златоуст металлургия заводы эшсеһе, машинисы, өлкән инженеры. СССР-ҙың 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1962—1966). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
Новиков Александр Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 11 октябрь 1915 |
Тыуған урыны | Ярославка ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 31 август 2002 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Златоуст, Силәбе өлкәһе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Григорьевич Новиков 1915 йылдың 11 октябрендә Златоуст өйәҙенең[1] Ярославка ауылында тыуған.
Махсус урта белемле: 1963 йылда Златоуст металлургия техникумын тамамлай.
1932 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст металлургия заводында домна цехы эшсеһе булып хеҙмәт юлын башлай. Крансы һөнәрен үҙләштерә, 1933—1936 йылдарҙа күтәргестә машинист ярҙамсыһы булып эшләй. 1936—1937 йылдарҙа 23-сө урта мәктәптең өлкән пионервожатыйы, Златоуст пионерҙар йорто директоры булып эшләй.
1938—1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939 йылда Көнбайыш Украинаның СССР-ға ҡушылыуында ҡатнаша. Уҡсылар полкында элемтә ротаһы старшинаһы булып хеҙмәт итә.
Демобилизацияланғандан һуң тағы Златоуст металлургия заводында эшләй. 1941 йылдан — прокат цехының ҡыпсыуыр краны машинисы, 1-се прокатлау цехында металды теүәлләү һәм тейәп ебәреүгә әҙерләү участкаһы бригадиры.
Ҡара металлургия үҫеше эшендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Совет Президиумының 1958 йылдың 19 июлендәге Указы менән, А. Г. Новиковҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1964 йылдан алып 1975 йылда пенсияға киткәнсе 2-се мартен цехында ауҙарыу машинаһы машинисы, Златоуст металлургия заводында ҡорос иретеү һәм прокат цехтарын технологик автоматлаштырыу үҙәк лабораторияһының өлкән инженеры булып эшләй.
СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1962—1966).
1985 йылда Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған Еңеү парадында ҡатнаша.
Новиков Александр Григорьевич 2002 йылдың 31 июлендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958),
- Ленин ордены (1958),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954),
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Новиков Александр Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)
- http://zlatoust.org/index/?letter=8742&node_id=8721&onpage=50&page=2 2016 йыл 5 март архивланған.