Мансуров Әхтәм Әхмәт улы
Мансуров Әхтәм Әхмәт улы (11 октябрь 1895 йыл — 2 декабрь 1965 йыл) — педагог-методист, тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1944).
Мансуров Әхтәм Әхмәт улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Түбәнге Тирмә ауылы[1] |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхтәм Әхмәт улы Мансуров 1895 йылдың 11 октябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Түбәнге Тирмә[1] ауылында тыуған. «Хакимиә» (1915) һәм «Ғәлиә» (1919) мәҙрәсәләрендә уҡый.
1931 йылда Ҡазанда Көнсығыш педагогия институтын тамамлай.
1931—1933 йылдарҙа Башҡортостан өлкә индустриаль-педагогия техникумында, Башҡортостан сауҙа-тауар белгесе институтында, Башҡорт дәүләт медицина институтында эшләй.
1934 йылдан алып Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында башҡорт теле кабинеты мөдире, 1938 йылдан — башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире.
1947—1955 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында эшләй.
1965 йылдың 2 декабрендә Өфөлә вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәӘхтәм Мансуров 1933 йылда донъя күргән «Грамматика» дәреслегендә элек тикшерелмәгән грамматик категорияларҙы тасуирлай, башҡорт теленең фонетик системаһы һәм һүҙ төркөмдәре классификацияһын тикшерә, байтаҡ лингвистик терминдарҙы ҡулланышҡа индерә. Ә. Ә. Мансуровтың «Грамматик» китабы 16 тапҡыр нәшер ителә һәм ХХ быуаттың 60-сы йылдары урталарына тиклем мәктәптәр, училищелар һәм институттар өсөн башҡорт теленең грамматикаһы буйынса төп уҡыу әсбабы итеп ҡулланыла. Ә. Ә. Мансуров шулай уҡ башҡорт теле буйынса урта мәктәптәр һәм училищелар өсөн фәнни-методик мәҡәләләр яҙа, программалар төҙөй, 1950 йылда орфография буйынса күнегеүҙәр йыйынтығы төҙөп баҫтырып сығара.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1944)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мансуров Әхтәм Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2019)