Одинцов Виктор Петрович

Одинцов Виктор Петрович (11 октябрь 1876 йыл21 ноябрь 1938 йыл) — ғалим-офтальмолог, медицина фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры. Башҡортостан трахома фәнни-тикшеренеү институтының (хәҙер — Өфө күҙ ауырыуҙары фәнни-тикшеренеү институты) тәүге директоры.

Одинцов Виктор Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 23 октябрь 1876({{padleft:1876|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Петрович Одинцов 1876 йылдың 11 (23) октябрендә Өфөнөң беренсе гильдия сауҙагәре П. А. Одинцовтың ғаиләһендә тыуған.

Өфө ирҙәр гимназияһын тамамлағандан һуң 1895 йылда Мәскәү университетына уҡырға инә. Студенттар хәрәкәтендә ҡатнашҡан өсөн 1897 йылда уҡыуҙан ҡыуыла һәм Өфөгә һөргөнгә ебәрелә. 1900 йылда уға Харьков йәки Киев университетына уҡырға инергә мөмкинлек бирелә. Әммә атаһының тырышлығы менән сит илгә сығыуға рөхсәт алырға ирешәләр һәм В. П. Одинцов 1901 йылда Мюнхен университеты студенты булып китә. 1904 йылда уның юғары медицина факультетын тамамлай, дөйөм медицина докторы дәрәжәһе ала. Патология институты (Pathologische Institut) базаһында «Васкуляризация сердечного клапана в детском возрасте» («Die Vascularisation der Herzlappen im Kindesalter») темаһына диссертация яҙа.

1904—1906 йылдарҙа ул Өфө өйәҙенең Шишмә ауылында,һуңынан Минзәлә өйәҙенең Афанасьево ауылында земство табибы булып эшләй.

1907 йылдың 12 апрелендә В. П. Одинцов Мәскәү университетының күҙ ауырыуҙары клиникаһы янында штаттан тыш ординатор вазифаһында раҫлана, 1910 йылдың 1 апрелендә Мәскәү күҙ дауаханаһында күҙ ауырыуҙары буйынса консультант була, 1911 йылдың 1 ғинуарында Мәскәү университеты күҙ ауырыуҙары клиникаһының штаттағы ассистенты вазифаһына күсерелә.

В. П. Одинцов 1916 йылда Мәскәү университетының күҙ клиникаһы базаһында «К вопросу о новейших теориях симпатического воспаления глаз» (1917) докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1917 йылдың 25 октябренән — Мәскәү университетының күҙ ауырыуҙары кафедраһы приват-доценты. 1918 йылда Мәскәү университетының күҙ клиникаһы директоры һәм профессоры итеп һайлана, 20 йыл дауамында уның менән идаралыҡ итә. 1938 йылда уның вафатынан һуң клиникаға В. П. Одинцов исеме бирелә.

1938 йылдың 21 ноябрендә вафат була.

Төп эштәре күҙҙең патологик анатомияһы, күҙ ауырыуҙары клиникаһы һәм дауалау буйынса.

Күҙ ауырыуҙары буйынса уҡыу етәкселеге авторы (5-се баҫма, 1946). Офтольмологтарҙың ҙур мәктәбен булдыра. 1925 йылдың майында беренсе һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Г. Ғ. Ҡыуатов В. П. Одинцовты Өфөгә күҙ дауаханаһы етәксеһе, ә һуңынан 1926 йылда асылған Трахоматоз фәнни-тикшеренеү институты директоры сифатында саҡыра; 1928 йылдан ул фәнни-тикшеренеү институты консультанты була, Мәскәүҙә булған килеш, бер нисә тапҡыр Мәскәү белгестәрен күҙ ауырыуҙары отряды составында Башҡортостанға ебәрә.

2016 йылда Виктор Одинцов исемендәге миҙал булдырыла, ул Рәсәйҙә берҙән-бер булып тора һәм офтальмологияла әһәмиәтле юғары ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Беренсе булып миҙалды доктор Г. Воллензак яулай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Одинцов Виктор Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  • Большая Советская Энциклопедия. — М.: «Советская энциклопедия», 1969—1978
  • Ченцов А. Профессор В. П. Одинцов // «Вестник офтальмологии». — 1939. —Т. 14. — № 1.

Һылтанмалар

үҙгәртергә