Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы

Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы (4 сентябрь 1929 йыл — 31 август 1991 йыл) — башҡорт совет театр актёры. 1970—1991 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. РСФСР-ҙың (1991) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1976).

Фәхриев Ғәбделхәй Ғимаҙи улы
Файл:FahrievGG.jpg
Тыуған ваҡыты:

4 сентябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (95 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш-Ямғырсы ауылы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылы

Һөнәре:

актёр

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры

Наградалары:

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1976
БАССР-ҙың халыҡ артисы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәбделхәй (Хәй) Ғимаҙи улы Фәхриев 1929 йылдың 4 сентябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Өршәкбаш-Ямғырсы ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районы Яңғырсы ауылы) тыуған.

1950 йылда Өфө театр-сәнғәт училищеһын (педагогтары Х. Бухарский, Г. С. Саттаров) тамамлай.

Училищены тамамлағас, БАССР-ҙың Ҡыйғы һәм Ауырғазы райондарының колхоз-совхоз театрҙарында эшләй, аҙаҡ БАССР-ҙың Стәрлебаш районы мәҙәниәт бүлегенең художество етәксеһе, Салауат башҡорт дәүләт драма театры, ә 1970 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.

1991 йылдың 31 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Спектаклдәрҙә башҡарған ролдәре

үҙгәртергә

Ғылмийәр («Әсәләр көтәләр улдарын» — «Матери ждут сыновей» Ә.М.Мирзаһитов), Заман («Ҡыңғыраулы дуға» — «Дуга с колокольчиками» Н.Нәжми), Ғәфүр («Бай һәм хеҙмәтсе» — «Бай и батрак» Х.Ниази), Дәрүиш («Ай тотолған төндә»), Краснов («Бәлә кеше башынан йөрөй» — «Грех да беда на кого не живёт» А. Н. Островский), Иван Якутов («Һуңғы алыш» — «Последняя схватка» Т.Бикмаев), Ф. Әбләй («Бажалар» — «Свояки» И. А. Абдуллин), Байтирәк («Ҡыйыу ҡыҙҙар» — «Смелые девушки» Т.Ғиззәт), Кәрим бай («Башмағым»), Бәҙри («Ғәлиәбаныу»).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979).
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976).
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1974)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).

Өфө ҡалаһында артист йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған. Стәрлебаш ауылында урам уның исеме менән аталған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә