Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы

рәссам, Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт АССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты
(Рәшит Нурмөхәмәтов битенән йүнәлтелде)

Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы (4 сентябрь 1925 йыл23 август 1986 йыл) — рәссам. 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтының бүлек мөдире. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1970) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов
Файл:RNurmashametov.jpg
Тыуған:

4 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө

Үлгән:

23 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (60 йәш)

Үлгән урыны:

Өфө, СССР

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Жанр:

пейзаж, портрет

Уҡыған урыны:

В. И. Суриков ис. Мәскәү художество институты

Стиль:

реализм

Наградалары:

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәшит Мөхәмәтбарый улы Нурмөхәмәтов[1] 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1950 йылда Өфө художество училищеһын, 1956 йылда — В. И. Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлай. Мәскәү институтында уның педагогтары — Владимир Григорьевич Цыплаков һәм Василий Прокофьевич Ефанов. Өфөләге уҡытыусылары — рәссамдар Александр Эрастович Тюлькин һәм Порфирий Маркович Лебедев.

Нурмөхәмәтов портретта милли характерҙар галереяһын булдырыусы: РСФСР-ҙың халыҡ артисы Б. Вәлиева (1952), СССР-ҙың халыҡ артисы З. Насретдинова (1955), скульптор М. Якубов (1967), шағирМ. Кәрим (1971), композитор З. Исмәғилев (1974). Жанрлы композициялар эшләүсе: «Батыр тураһында легенда» (1967), «Шәриғәт ҡорбаны» (1969).

1960—1965 һәм 1971—1980 йылдарҙа ул — БАССР-ҙың Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 1975 йылда БАССР-ҙың Юғары Советына депутат итеп һайлана.

Педагогик эшмәкәрлеге: 1972—1980 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. Бында художество факультет асыуға тос өлөш индерерә (хәҙер академия). Уның уҡыусылары — И. Бикбулатов, Р. Зәйнетдинов, Р. Харисов, Р. Абдуллин, Г. Калитов, У. Мөхәмәтшин.

маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1969).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971).
  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, 1970.
  • «1941-1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» миҙалы, 1975.
  • БАССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы, 1955.
  • БАССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы, 1977.

Картиналары

үҙгәртергә

Төп эштәре: «Яҙыусы С. Агиштың портреты» (1953), «Балерина Зәйтүнә Насретдинованың портреты» (1955), «РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы В. А. Ғиззәтуллиндың портреты», «Скульптор М. Якубов».

Нурмөхәмәтовтың геройҙары «ябай кешеләр» — балта оҫталары, быраулаусылар, ғөмүмән, көндәлек хеҙмәт өҫтөндәге республика халҡы. Шундай эштәре араһында — «Һауынсы Рыҫҡолова» (1964), «Самауыр артында» (1961), «Чабан Дәүләтов» (1965), «Кәрим бабай» (1967), «Быраулаусы Ғәфүр» (1959).

Рәшит Нурмөхәммәтов үҙ ижадында хеҙмәт кешеһе йөҙөн эҙләүҙә «ҡырыҫ стиль» аша ла үтә. Уның «Төньяҡ сигендәге эш көндәре» (1972—1974), «Поляр арьяғына тәүге үткенсе» (1974) һәм башҡа шундай үҙенсәлекле эштәре бар. Иң яҡшы картиналары — «Нефть крайында» (1969), «Шәриғәт ҡорбандары» (1953—1969. Киндер, майлы буяу).

70-80-се йылдарҙа ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының портреттарын яҙа. 70-се йылдарҙа Төньяҡ сигендә һәм Алтайҙа булыу һөҙөмтәһендә жанрлы картиналар, портреттар һәм тәбиғәт күренештәре эшләнә: триптих «Төньяҡ сик өҫтәндә» (1972—1974), «Поляр арьяғына тәүге үткенсе» (1974), «Алтайҙағы көҙ» (1983).

Рәссамдың төп эштәренә шулай уҡ түбәндәгеләр инә: РСФСР-ҙың халыҡ артисы Баныу Вәлиева, к. м., 1952. А. П. Чехов Башҡортостанда, к. м., 1956. Хеҙмәт көнөнән һуң, к. м., 1956. Ҡалала тәүге тапҡыр, м. м., 1956. Нефтсе Ғәфүр, к. м., 1959. Оҫта Андрияшин, к. м., 1959. Самауыр артында, к. м., 1961. Тәслимә, к. м., 1963. Башҡортостан далаһында, к. м., 1964. Кәрим бабай, к. м., 1967. Чабан Дәүләтов, к. м., 1965. Батыр тураһында легенда, к. м., 1966—1967. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, профессор Ғиззәтуллиндың портреты, к. м., 1966—1967. Ял мәле, к. м." 1967. Шәриғәт ҡорбандары, к. м., 1960—1969. Нефть крайында, к. м., 1969. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең портреты, к. м., 1974. Композитор 3. Исмәғилевтың портреты, к. м., 1974. Әсә портреты к. м., 1974. Триптих «Төньяҡта эш көндәре», 1973—1974: Тәүге үткенсе, к. м., Вахтанан һуң. Дуҫтар, к. м. −60°, к. м., Триптих «Төньяҡты тәүгә үтеүселәр», 1974: Ямал — ер сиге, к. м. Төньяҡ сиге өҫтөндә, к. м. Бында ҡалаға нигеҙ һалынасаҡ, к. м. Һуғыш юлдарында, к. м., 1973—1975. Алжир тураһында иҫләү, к. м., 1977.

Күргәҙмәләр

үҙгәртергә

Нурмөхәмәтов — 1947 йылдан республика, зона, рәсәй, союз һәм сит ил (ГДР, МХР) күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы.

Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1970, 1975, 1986), Севастополь һәм Алма-Атала (1975), Ҡаҙанда һәм Ленинградта (1976).

  • Республика, Өфө, 1951 йылдан алып (1972, 1976 йылдарҙағы йәштәр күргәҙмәһенән тыш)
  • БАССР-ның рәссамдары әҫәрҙәренән күргәҙмә, Мәскәү, 1955.
  • БАССР-ның рәссамдары әҫәрҙәренән күргәҙмә, Мәскәү, Ленинград, 1969.
  • «Социалистик Урал» төбәк күргәҙмәһе: Свердловск, 1964; Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәренән В. И. Лениндың 100 йыллығына арналған күргәҙмә, г. Ульяновск, 1970.
  • 3 зона рәссамдары әҙәрҙәренән күргәҙмә, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдарының әҫәрҙәренән күргәҙмә, Мәскәү, 1971.
  • БАССР рәссамдарының эштәренән Ҡараҡалпаҡ АССР-нда күргәҙмә, Нукус, 1976.
  • РСФСР рәссамдарын әҫәрҙәренән күргәҙмә, Мәскәү, 1952.
  • «РСФСР рәссамдары» күргәҙмәһе, Мәскәү, 1956.
  • Бөтөн Рәсәй художество күргәҙмәһе «Советская Россия», Мәскәү, 1960.
  • Бөтөн Рәсәй художество күргәҙмәһе «, Советская Россия — 2», Мәскәү, 1964.
  • Бөтөн Рәсәй художество күргәҙмәһе «, Советская Россия — 3», Мәскәү, 1967.
  • Совет иленең 50 йыллығына арналған Бөтә союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1967.
  • В. И. Ленинға 100 йыл туоыуға арналған Бөтә союз художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1970.
  • «СССР — беҙҙең Ватаныбыҙ» Бөтә союз сәнғәт күргәҙмәһе , Москва, 1973.
  • «Севастополде геройҙарса һаҡлаусыларға бағышлана» совет рәссамдары әҫәрҙәренән күргәҙмә, Севастополь, 1976.
  • «Совет һынлы сәнғәте» халыҡ-ара күргәҙмәһе, МХР, Улан-Батор, 1970.
  • Башҡортостан рәссамдары әҫәрҙәренән күргәҙмә, ГДР, Галле ҡалаһы, 1975.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1978.
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • История Уфы. Сб. статей, гл. 14 Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • Н. Голованов: «Р. Нурмухаметов». Изд. «Художник РСФСР», Ленинград, −1972.
  • Э. Бодрова; «Рашид Нурмухаметов». Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Г. Пикунова: Песня о Башкирии. Ж. «Художник», 1974, № 7.
  • А. Писарев: Радость творчества. Ж. «Агидель», 1974, № 7.
  • В. П. Фенина: Башкирский Государственный художественный музей им. М. Б. Нестерова. Путеводитель. Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
  • «Краски Башкирии». Редакционная статья. Газ. «Советская культура», 1969, от 20 августа.
  • «Башкирия Юбилейная». Редакционная статья. Газ. «Советская культура», 1969, от 19 августа.
  • А. Герасимов: Художник Башкирии — гость Севастополя. Газ. «Флаг Родины», 1974, от 8 декабря.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 62-64 с. ISBN 5-295-02294-3.

Могила Нурмухаметова Р. М. Южное кладбище.

Һылтанмалар

үҙгәртергә