Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы

Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы (30 ғинуар 1887 йыл31 июль 1920 йыл) — Беренсе донъя һуғышында (1914—1918) ҡатнашыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантоны идараһы рәйесе.

Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы
Тыуған көнө

30 ғинуар 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Әбделкәрим ауылы

Вафат булған көнө

31 июль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (33 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Бөрйән-Түңгәүер кантоны

Наградалары һәм премиялары
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы Булатов 1887 йылдың 30 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Әбделкәрим ауылында тыуған. 12 йәшендә ауылды ташлап китеп урыҫ байында хеҙмәт итә[1].

1904—1909 йылдарҙа Троицк ҡалаһында йәшәй, тирмәндә, эшселәр оҫтаханаларында эшләй[1].

1914 йылда Ҡустанай өйәҙенең Забеловский урыҫ-ҡырғыҙ мәктәбен тик юғары билдәләргә тамамлай[2]. 1909—1912 йылдарҙа Рәсәй империяһы армияһында хеҙмәт итә, ефрейтор, кесе унтер-офицер дәрәжәләренә күтәрелә[1].

1914 йылдың 25 сентябрендә Беренсе донъя һуғышында прапорщик дәрәжәһендә Рәсәй армияһының маҡтаулы командиры булып хеҙмәт итә, 12-се Гренадёр Әстерхан полкына эләгә, күрһәткән батырлыҡтары өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградлана. Был награданы ул 1916 йылдың 29 ғинуарында Серве аша стратегик әһәмиәткә эйә булған күперҙе шартлатҡаны өсөн алған[2]. Һуғыш ваҡытында үҙен ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтә. 1917 йылда Февраль, артабан Октябрь революцияларын хуплап ҡаршылай, һалдаттар араһында әүҙем эш алып бара, мосолман һалдаттар комитеты төҙөй, һуғышҡа һәм самдержавиеға ҡаршы агитация алып бара[3].

1917 йылдың 29 ғинуарынан 6 июненә тиклем Иркутскиҙа пехота прапорщиктарын әҙерләү хәрби мәктәбендә уҡый. 1917 йылдың 6 февраленән РКП(б) ағзаһы[1].

Октябрь революцияһынан һуң, Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс, Мөхәмәтйән Булатов тулыһынса Башҡорт хөкүмәте яғына күсә, тыуған ауылына ҡайта, автономия төҙөүселәрҙең береһенә әйләнә, милли-азатлыҡ хәрәкәтенә йөрәгенең бөтә ялҡынын бирә. Башҡорт ғәскәрҙәрендә үҙен оҫта командир һәм батыр яугир итеп күрһәтә[3].

1918 йылдың 28 авгусында Бөрйән-Түңгәүер кантонының тәүге рәйесе итеп тәғәйенләнә[3] һәм хәрби комиссары була[2].

1919 йылдың июненән октябренә ҡәҙәр Башҡортостан хәрби-революцион комитетында квартирмейстер булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың октябренән 1920 йылдың июленә тиклем Башревкомдың Дәүләт контроле халыҡ комиссариаты коллегияһы (20 майҙан — Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы) ағзаһы була[1].

1920 йылдың февралендә ҡатыны Гликерия менән бергә Башревком профсоюздары вәкилдәре булараҡ Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй профсоюздар съезында ҡатнаша. 1920 йылдың апрелендә делегат булараҡ РКП(б)-ның IX съезы эшендә ҡатнаша[1].

1920 йылдың 17 майында кантон һәм улус башҡарма комитеттары эшмәкәрлеген тикшереү өсөн Бөрйән-Түңгәүер кантонына ебәрелә. 1920 йылдың 24 июненән 3 июлгә тиклем Темәстә уҙғарылған кантон советтары съезына делегат итеп һайлана. Был съезда Башревкомдың яңы етәкселеген тәнҡитләй һәм уның ҡарарҙарына һәм бойороҡтарына буйһонмаҫҡа саҡыра. Шулай уҡ уның сығыштарында «Мосолман коммунистар партияһын» булдырыу тураһында була. Бынан һуң Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы ағзалығынан сығарыла[1].

1920 йылдың 16 июлендә Темәскә Стәрлетамаҡтан В. Поленов һәм Руденко етәкселегендәге каратель отрядтары килә. 11 кеше ҡулға алына, улар араһында кантондың хәрби комитеты рәйесе Мөхәмәтйән Булатов та була. Ҡулға алынғандарҙың бер нисәүһен, шул иҫәптән Мөхәмәтйән Булатовты 31 июлдән 1 авгусҡа ҡараған төндә ҡыҙылдар Таналыҡ шахтаһы эргәһендә атып үлтерәләр. Шул уҡ төндә Булатовтың «Помгол»да эшләгән ҡатыны үлтерелә[1].

Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә хәл иткес роль уйнаған, Хәбибулла Ғәбитов, Шаһишәриф Мәтинов менән бер рәттән Зәки Вәлидиҙең көрәштәше булған Мөхәмәтйән Булатовтың исемен халыҡҡа еткереү, мәңгеләштереү буйынса эштәр башҡараһы бар.

2007 йылда Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы Булатов иҫтәлегенә Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында таҡтаташ асылды. Урта мәктәптә музей ойошторолған. Ауыл урамдарынң береһе уның исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Сулейманов Ф. М. Храбрые джигиты из рода Тунгаур в борьбе за автономию Башкортостана // Ватандаш. — 2018. — № 10 (265). — С. 45—54. — ISSN 1683-3554.
  2. 2,0 2,1 2,2 Үтәғолов Р. Ҡан ҡойғос һуғыш(недоступная ссылка) // Башҡортостан. — 2014. — 6 август.
  3. 3,0 3,1 3,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. 18 бит
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә