Ҡәйүпов Фәрит Гәрәй улы

Викидатала элемент тултырылмаған

Ҡәйүпов Фәрит Гәрәй улы (рус. Каюпов Фарит Гареевич) (30 ғинуар 1952 йыл ) — СССР һәм партия эшмәкәре, 1991 йылдан Стәрлебаш рацоны администрацияһы башлығы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡәйүпов Фәрит Гәрәй улы 1952 йылдың 30 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Йомағужа ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Институтты тамамлағас, 1973—1975 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарына хеҙмәт итергә саҡырыла. Хеҙмәт юлын, 1975 йылда хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлебаш районы «Коммунизмға» колхозында агроном булып башлай. Артабан колхоз рәйесе була. 1981 йылда КПСС-тың район комитетында секретарь, 1983 йылда икенса секретарь булып эшләй. 1987—1990 йылдарҙа Стәрлебаш районы халыҡ депутаттарының башҡарма комитеты рәйесе. 1990 йылдан КПСС-тың Стәрлебаш райомыныңберенсе секретары. 1991 йылдан Стәрлебаш рацоны администрацияһы башлығы.

[1] Стәрлебаш районы 249-сы Стәрлебаш һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депуттары советы, идара үҫеше һәм үҙидара мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә