30 ғинуар
көнө
(30 января битенән йүнәлтелде)
30 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 30-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 335 көн ҡала (кәбисә йылында 336).
30 ғинуар | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
30 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Интернетһыҙ көн (ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһе).
- Рәсәй:Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу көнө.
- Әзербайжан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һиндостан: Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүселәр көнө.
- 1957: КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты «Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ теләге менән ҡушылыуының 400 йыллығын билдәләү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Прядко Виктор Лукич (1925—11.03.1999), партия хеҙмәткәре. 1952—1985 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Красное Знамя» колхозының партия ойошмаһы секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1975). Сығышы менән ошо райондың Яңы Краснояр ауылынан.
- Матукова Мария Байрамовна (1945), хеҙмәт ветераны. 1990—2006 йылдарҙа Марий Эл Республикаһының Тимофей Евсеев исемендәге Милли музейы директоры. Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 1995) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Рабак ауылынан.
- Артюшков Игорь Викторович (1950), ғалим-тел белгесе. 1974 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1996, 1999—2000 йылдарҙа һәм 2007 йылдан урыҫ теле кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Коряков Владимир Павлович (1941–2000), ғалим-тарихсы. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы, профессор.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Булатов Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы (1887—31.07.1920), Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантоны идараһы рәйесе. Бөтә Рәсәй профсоюздар съезы (Мәскәү, 1920 йыл, февраль) һәм РКП(б)-ның IX съезы (1920 йыл, апрель) делегаты.
- Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы (1927—1999), ғалим-тел белесе. Хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының элекке өлкән ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Иванова Валентина Якимовна (1942—1.05.2012), хеҙмәт алдынғыһы. 1964—1997 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе лаборанты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Ҡәйүпов Фәрит Гәрәй улы (1952), ауыл хужалығы, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, агроном. 1981 йылдан КПСС-тың Стәрлебаш район комитеты секретары һәм икенсе секретары, 1987—1990 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1990 йылдан КПСС район комитетының беренсе секретары. 1991—2004 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Федеряев Александр Алексеевич (1962), театр һәм кино актёры, йырсы һәм шағир, телетапшырыуҙар алып барыусы. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1983 йылдан Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2014), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы. Бөтә Рәсәй Андрей Миронов исемендәге актёр йыры конкурсы дипломанты (Түбәнге Новгород ҡалаһы, 1994).
- Хәйруллин Рәфис Наил улы (1962), сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһе ветераны, бейеүсе. 1985 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2004 йылдан — Республика халыҡ ижады үҙәгенең хореография буйынса баш белгесе, 2016 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының гастроль эшмәкәрлеге буйынса белгесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Хафизов Илһам Мөхәмәтхәй улы (1967), мәғариф хеҙмәткәре. 1993 йылдан Мәсетле районы Әләгәҙ мәктәбе уҡытыусыһы, 1995 йылдан — Мәләкәҫ, 2006 йылдан Оло Ыҡтамаҡтың 2-се урта мәктәбе (хәҙер Башҡорт гимназияһы) директоры, 2009—2010 йылдарҙа район мәғариф бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Сығышы менән ошо райондың Борғатъя ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Язарова Шәмсениса Әхмәт ҡыҙы (1933—28.06.1995), малсы. 1972—1984 йылдарҙа Баймаҡ районы Ленин орденлы «Йылайыр» совхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975), 2-се класлы малсылыҡ оҫтаһы (1977). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Рәхимова Рәйсә Тәхи ҡыҙы (1948), педагог. 1967 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, 1978 йылдан Ниғәмәт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, 1981—2005 йылдарҙа — мөдире. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән ошо райондың Татлыбай ауылынан.
- Васильева Эльза Сәмиғулла ҡыҙы (1953), педагог, муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1977—1992 йылдарҙа Көйөргәҙе районы Керәүле-Илюшкин ауыл советы секретары, башҡарма комитет рәйесе, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы; 2019—2022 йылдарҙа райондың йәмәғәт палатаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Райондың почётлы гражданы (2020). Сығышы менән хәҙерге Кемерово өлкәһенең Белов ҡалаһынан.
- Хәбибуллина Мәҙинә Ғәбделхай ҡыҙы (1953), педагог. 1987—2009 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Хажи мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм Рәсәйҙең мәғариф отличнигы. Сығышы менән ошо райондан.
- Камиуллин Владимир Касимович (1958), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1991—2019 йылдарҙа Яңауыл районы «Восток» хужалығы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Будья Вәрәш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Корженевский Арнольд Геннадьевич (1939), тау инженеры‑геофизик-ғалим. 1959 йылдан «Татнефтегеофизика» тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1998 йылдан 1998 йылдан — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Әлмәт нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996), Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтенең (2001) атҡаҙанған хеҙмәткәре, «Татнефть» берекмәһенең почётлы нефтсеһе (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Таутөмән ауылынан.
- Леонтьев Николай Леонтьевич (1939—2002), журналист, тәржемәсе, шағир. Стәрлетамаҡ районының «Знамя коммунизма» (артабан «Сельские нивы») гәзите мөхәрриренең элекке урынбаҫары. СССР-ҙың Журналистар союзы, Башҡортостан һәм Сыуаш Республикаларының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Сыуаш Республиканың Ҡанаш районы Братьякасы (Пратьякас Енĕш) ауылынан.
тулы исемлек
- Хәзипов Рим Хәлит улы (1939), комсомол органдары хеҙмәткәре, инженер‑технолог-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2007). Башҡорт АССР‑ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Ғәбитов Марат Мөхәмәт улы (1944), урмансы, дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1991—1994 йылдарҙа Башҡортостан урман хужалығы министры. Рәсәй Урмансылар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Илсеғол ауылынан.
- Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы (1954), юрист, тарихсы-этнолог, философ-ғалим. 1980 йылдан прокуратура органдары хеҙмәткәре, 2001 йылдан хәҙерге Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының бүлек мөдире, 2016 йылдан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Философия фәндәре кандидаты (2011). Юстицияның өлкән советнигы (1998).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1882: Франклин Рузвельт, АҠШ-тың 32-се президенты.
- 1895: Кирилл Орловский, СССР дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизан хәрәкәте етәксеһе, Советтар Союзы Геройы (1943), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958).
- 1900: Исаак Дунаевский, СССР композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1950).
- 1925: Дуглас Карл Энгельбарт, АҠШ-тың компьютер белгесе, компьютер төрткөһөн (компьютерная мышь) уйлап табыусы.
- 1940: Леонид Полежаев, СССР-ҙың хужалыҡ һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 1990—2012 йылдарҙа Омск өлкәһе етәксеһе.
- 1945: Жуматай Жакыпбаев, Ҡаҙағстан шағиры.
- 1946: Джон Бёрд, Британия эшҡыуары һәм менеджеры, «The Big Issue» урам гәзитен ойоштороусы, уның етәксеһе һәм баш мөхәррире.
- 1955: Айҙар Фәйзрахманов, опера йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010) һәм Татарстандың халыҡ (1997) артисы.
- 1990: Әхмәтйәнов Зәйнетдин Низаметдин улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 1993: Мәзитов Ғәли Әхмәт улы, осоусы, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).