27 ноябрь
көнө
(27 ноября битенән йүнәлтелде)
27 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 331-се көнө (кәбисә йылында 332-се). Йыл тамамланыуға 34 көн ҡала.
27 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
27 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Электрогитара көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Әсәләр көнө (ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
- Таиланд: Һаулыҡ һаҡлау көнө.
- Ер: Система инженерҙары көнө.
- Бразилия: Хеҙмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр көнө.
- Венесуэла: Хәрби авиация көнө.
- Испания: Уҡытыусылар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Диңгеҙ пехотаһы көнө.
- Баһалаусылар көнө.
- 1895: Альфред Нобель милек-мөлкәтенең күп өлөшөн Нобель премияһы фондына тапшырыу тураһында васыятнамәгә ҡул ҡуя.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәсән Туфан (1900—10.06.1981), шағир. 1914—1918 йылдарҙа Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһе шәкерте. Айырым әҫәрҙәрендә Башҡортостандың үткәненә һәм бөгөнгөһөнә дан йырлана. РСФСР Яҙыусылар союзының 1958 йылда Өфөлә үткән Ойоштороу комитеты пленумында, Башҡортостан яҙыусыларының 4—6-сы съездарында ҡатнашыусы. Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1965). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әмиров Тәлғәт Сәбиғйәр улы (1920—16.03.1993), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1981 йылдарҙа дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитете рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1967) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ибраһимов Әнүәр Камил улы (1965), ветеран спортсы, фехтовальщик. 1984 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2000 йылдан Рәсәйҙең рапира һәм фехтование буйынса үҫмер спортсылар командаһының өлкән тренеры, 2005 йылдан — ирҙәр йыйылма командаһы тренеры. Рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия уйындары чемпионы (1988). СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2004). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Почёт ордены (1989), 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2003) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2004) кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тайсинов Солтан Нурғәле улы (1906—3.09.1982), ғалим-агроном-тупраҡ белгесе. 1933—1982 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылға тиклем тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире; 1949—1951 йылдарҙа агрономия факультеты деканы; бер үк ваҡытта 1939—1947 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1948), профессор (1949). РСФСР-ҙың (1968) һәм Башҡорт АССР-ының (1951) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1950, 1973) ордендары кавалеры.
- Мирзаянов Эдуард Мирзаян улы (1931), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1958—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Победа» колхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Яндыҙ ауылынан.
тулы исемлек
- Мишкин Пётр Павлович (1941—22.10.2013), инженер-химик-технолог. 1961—2004 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дмитриевка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (1932—11.10.2004), башҡорт тел белгесе, төркиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре. 1957—2001 йылдарҙа Өфө Фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән һәм әйҙәүсе хеҙмәткәре. Филология фәндәре докторы (1981), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Кәлимуллин Әхмәтзаһит Кәлимулла улы (1942), ветеринария табибы. 1967 йылдан Дүртөйлө районы Карл Маркс исемендәге колхозының баш ветеринар табибы, 1976 йылдан — хужалыҡ рәйесе урынбаҫары, 1991 йылдан — ветеринар табибы; 1994—2003 йылдарҙа район ветеринария лабораторияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Ҡоҙабаев Ғәлей Йәнтимер улы (1962), таусы. 1979 йылдан Бүребай руда идаралығы ярҙамсы эшсеһе, токарь өйрәнсеге; 1983 йылдан Сибайҙағы Башҡортостан еҙ-көкөрт комбинатының быраулаусы ярҙамсыһы, 1987 йылдан быраулау ҡоролмаһы машинисы; 1991 йылдан Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты быраулау ҡоролмаһының ер аҫты машинисы. Рәсәй Федерацияһының почётлы таусыһы (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған шахтёры (2013). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Фидаи Салауат Фидай улы (1972), рәссам, скульптор-миниатюрист.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (1933—12.08.2015), театр актёры, драматург. 1957—1989 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972).
- Байымбәтов Альберт Апуш улы (1938), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Сығышы менән хәҙерге Приморье крайы Хорол районы Благодатное ауылынан.
тулы исемлек
- Авдонин Александр Николаевич (1948), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Бөтә Рәсәй философия йәмғиәте ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Байкал аръяғы крайының Түбәнге Хила ауылынан.
- Суханов Владимир Павлович (1948), СССР һәм Рәсәй баянсыһы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1995), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) артисы.
- Морозкин Николай Данилович (1953), ғалим-математик, юғары мәктәп эшмәкәре, 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Плахута Филипп Алексеевич (1929—7.11.2008), инженер механик. 1959—1991 йылдарҙа Өфөләге «Гидравлика» агрегат предприятиеһында яуаплы хеҙмәткәр: сериялы конструкторлыҡ технология бюроһы начальнигы урынбаҫары, 1964 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1974 йылдан — баш технолог урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Прохладное ауылынан.
- Ҡаҙаҡҡолов Риф Ғүмәр улы (1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1994—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡаҙаҡҡол ауылынан.
тулы исемлек
- Хисаметдинов Илдар Иҙел улы (1959), композитор, педагог. 1981—1997 йылдарҙа Өфө балалар сәнғәт мәктәбе, 1996 йылдан урта махсус музыка колледжы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1996 йылдан Рәсәй Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). «Рәсәйҙең йәш композиторҙары» Бөтә Рәсәй конкурсы (Мәскәү, 1993), Республика композиторҙар конкурсы (Өфө, 2000), З. Кодаи исемендәге Халыҡ-ара композиторҙар конкурсы (Будапешт, 2002) лауреаты; А. Петров исемендәге Бөтә Рәсәй композиторҙар конкурсы дипломанты (Санкт-Петербург, 2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1701: Андерс Цельсий, Швеция астрономы.
- 1920: Асатрян Гегам Магносович, СССР-ҙың театр һәм кино рәссамы.
тулы исемлек
- 1920: Башкиров Виктор Андреевич, хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы.
- 1921: Александр Дубчек, Чехияның дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1940: Брюс Ли, көнсығыш көрәш оҫтаһы, актёр һәм режиссёр.
- 1960: Юлия Тимошенко, Украина сәйәсмәне.
- 1982: Александр Кержаков, Рәсәй футболсыһы.
- 1984: Санна Нильсен, Швеция йырсыһы.
- б. э. т. 65 йыл: Гораций, Боронғо Рим шағиры.
- 511: Хлодвиг I, франктар короле.
тулы исемлек
- 1972: Ярослав Смеляков, СССР шағиры, тәржемәсе, тәнҡитсе.