Башкиров Виктор Андреевич

Башкиров Виктор Андреевич (27 ноябрь 1920 йыл — 27 июль 1991 йыл) — совет лётчик-истребителе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Истребитель авиация полкы командиры ярҙамсыһы, капитан[1] (1944), запастағы полковник (1960 йылдан). Советтар Союзы Геройы (1944).

Башкиров Виктор Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Оргтруд[d], Владимирский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 27 июль 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Чернигов ҡалаһы, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө лётчик
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
 Башкиров Виктор Андреевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Андреевич Башкиров 1920 йылдың 27 ноябрендә Оргтруд ҡасабаһында (хәҙер Владимир өлкәһенең Камешков районындағы ҡала тибындағы ҡасаба) эшсе ғаиләһендә тыуған, рус. 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлай. «Автоприбор» заводында токарь булып эшләй. 1938 йылдан алып рабфакта уҡый һәм аэроклубта шөғөлләнә.

1940 йылда Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. 1941 йылда Сталинград хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай, Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдың сентябренән. Көнбайыш, Үҙәк һәм 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша.

1943 йылдың йәйендә Курск дуғаһындағы алыштарҙың береһендә айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм шәхси батырлыҡ күрһәтә. Хәл иткес алыш алдынан, май айында уҡ, дошман Курск ҡалаһына бер нисә бер урынға төбәлгән көслө һөжүм ойоштора.

Немец авиацияһы үҙенең беренсе һөжүмен 70 истребитель ярҙамындағы 110 бомбардировщиктар составында 1943 йылдың 22 майҙа иртә менән башҡара. 68 бомбардировщиктан торған беренсе эшелондың ике төркөмө 60 истребитель ярҙамында тимер юлы узелына барып етә һәм, башлыса 4000 метр бейеклектән пикелау ысулы менән, уны бомбаға тота.

Беҙҙең истребителдәр һөжүм тураһында мәғлүмәтте бик һуң ала, шуға күрә дошман самолеттарының беренсе төркөмдәрен «Мессер»ҙар һәм "Фокк-Вульф"тар бомбардировщиктар тирәһәндә ҡуйы шаршау (завеса) оойошторған урында ғына ҡаршы ала. Беҙҙең лётчиктар уларҙы бурысын үтәп ҡайтҡан саҡта эҙәрлекләйҙәр һәм һауа алышын алып баралар.

Дошман бомбардировщиктарының артабанғы төркөмдәренә беҙҙең истребителдәр көслө ҡаршылыҡ күрһәтә, һөҙөмтәлә немец лётчиктары бомбаларын сәпкә тейҙерә алмай, бомбалар ҡала ситенә, яланға барып төшә. Өсөнсө эшелондың аҙаҡҡы төркөмө Курскиға яҡын ебәрелмәй.

Был һөжүм ваҡытында 76 дошман самолеты бәреп төшөрөлә, шуларҙың 38-е — 16-сы һауа армияһының истребителдәре, 30-ы — противовоздушный оборона истребителдәре, 8-е — зенит артиллерияһы тарафынан юҡҡа сығарыла. Курск тимер юл үҙәгенең эше 10-12 сәғәткә тотҡарлана. Дошман авиацияһының беренсе һөжүменә ҡаршы күтәрелгән армия истребителдәре ғәмәлдәренең бер нисә миҫал:

5 сәғәт 5 минутта Будановка аэродромынан истребителдәр ярҙамында немец бомбардировщиктарының ҙур төркөмө яҡынлашыуын күреп ҡалалар. Будановка, көньяҡ Щигры һәм көнбайыш Курск аэродромдарынан ун дежур ЯК-1 самолеттары һауаға күтәрелә. Бейеклекте йыйғас, улар восьмерка менән дошман бомбардировщиктарын алышҡа йәлеп итә, ошо уҡ ваҡытта ике «Як» самолеты дошман истребителдәрен алыш ойоштороп, тотҡарлай. Беҙҙең лётчиктарҙың һөжүме бомбардировщиктарҙың хәрби сафтарын боҙа. Һауа алышы башлыса парҙар менән 3000 метрҙан 600 метр тиклемге бейеклектә бара.

Шул уҡ ваҡытта көньяҡ Щигры аэродромынан 519-се истребителдәр авиация полкынан өлкән лейтенант В А. Башкиров етәкселегендә ете Як-7 дежур эскадрильяһы һауаға күтәрелә. Курск районында беҙҙең истребителдәр "Мессершмитт"тар ярҙамында "Юнкерс"тар төркөмөн күреп ҡалалар. Өс пар «Як» дошман бомбардировщиктарына һөжүм итә һәм үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш тотоп, уларҙың сафтарын боҙа, алты "Юнкерс"ты бәреп төшөрә.

Өлкән лейтенант В. А. Башкиров бейеклекте йыя һәм дошман истребителдәрен алышҡа әйҙәй, ошо уҡ ваҡытта төркөм менән радио аша идара итә. Тиҙҙән ул «Як» парына һөжүм итергә йыйынған «Мессер»ҙы күреп ҡала. В. А. Башкиров иптәштәренә ярҙамға ташлана һәм беренсе һөжүмдә үк немец истребителен бәреп төшөрә.

Өлкән лейтенант В. А. Башкировтың 1943 йылдың 3 ноябрендә үткәргән һауа алышы айырыуса иғтибарға лайыҡ. Башкиров Як-7 самолетын икенсе аэродромға күсергән саҡта «Юнкерс»ҡа тап була. Күрәһең, был разведчик була. В. А. Башкиров дошманға ҡаршы һөжүм итә һәм уның менән алышҡа инә. Дошман бейеклекте кәметеп, ҡасырға иҫәп тота, әммә совет истребителе уны ҡыуып етә. 100 метр бейеклектә «Юнкерс» яна башлай һәм ергә бәрелә.

Һөжүмдән сыҡҡан мәлдә В. А. Башкировҡа көтмәгәндә ике пар «Фокк-Вульф» ябырыла. Уларҙың береһе башҡаларҙан түбәнерәк осҡан була, беҙҙең лётчик уны сәпкә тотоп өлгөрә. Тағы бер нисә секунд — һәм үҙ артынан ҡуйы төтөн шлейфы ҡалдырып, «Фокк-Вульф» ергә табан китә. Был ваҡытта дошман истребителдәренең икенсе пары һөжүмгә күсә.

Беҙҙең осоусыға саманан тыш тейәлгән машинала (самолеттың фюзеляж бүлегендә механик ултырған була) дошман пилоттары менән тиңһеҙ алыш алып барырға тура килә. Әммә юғары оҫталығы, батырлығы һәм тәүәккәллеге уға ҡатмарлы хәлдән сығырға ярҙам итә. В. А. Башкиров тиҙлекте баҫа һәм, һөжүм иткән истребителгә алға үтергә мөмкинлек биреп, артынан пушканан ут аса.

Дошман самолеты яна башлай. Ялҡындан ҡотолор өсөн немец ҡапыл кире яҡҡа борола һәм көтмәгәндә үҙенең уҙаҡташы (напарнигы) менән төкөшә. Ҡаты бәрелеүҙән ике самолет та һауала таралалар. Бына ошолай Башкировтың дошманға ҡаршы көрәше тамамлана, был алышта дошман дүрт самолетын юғалта.

1943 йылдың декабрендә 519-се истребителдәр авиация полкының һауа-уҡсылар хеҙмәте буйынса командир ярҙамсыһы капитан В А. Башкиров 233 хәрби осош яһап, 31 һауа һуғышында 14 дошман самолетын бәреп төшөрә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 4 февралендәге Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һауа алыштарында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Виктор Андреевич Башкировҡа «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә, уға Ленин ордены һәм 3233-сө «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.[2]

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң СССР Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1960 йылдан полковник В. А. Башкиров — запаста. Чернигов ҡалаһында йәшәй. ДОСААФ-тың Чернигов өлкә комитеты рәйесе урынбаҫары була, йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса ҙур йәмәғәт эше алып бара.

1991 йылдың 27 июлендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  Тышҡы һүрәттәр
  Надгробный памятник
  Мемориальная доска в Чернигове
  Барельеф на стеле во Владимире
  • Черниговта Яцево ҡала зыяратында ерләнгән.
  • ЧерниговГерой йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • 2010 йылдың майында Владимир ҡалаһында Еңеү майҙаны мемориалында Герой барельефы менән стела ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Должность и воинское звание на дату присвоения звания Героя Советского Союза.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому составу военно-воздушных сил Красной Армии» от 4 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 17 февраля (№ 10 (270)). — С. 1
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар

үҙгәртергә