Асатрян Гегам Магносович
Асатрян Гегам Магносович (әрм. Գեղամ Մագնոսի Ասատրյան; 27 ноябрь 1920 йыл — 16 декабрь 1995 йыл) — СССР-ҙың театр һәм кино рәссамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Әрмән ССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1967).
Асатрян Гегам Магносович | |
әрм. Գեղամ Մագնոսի Ասատրյան | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Әрмәнстан |
Тыуған көнө | 27 декабрь 1920[1] |
Тыуған урыны | Ереван, Әрмән ССР-ы[d][1] |
Вафат булған көнө | 16 декабрь 1995 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Ереван, Әрмәнстан |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Государственный колледж искусств имени Паноса Терлемезяна[d][1] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1920 йылдың 27 ноябрендә Ереванда тыуған.
1939 йылда отличие менән Ереван художество-сәнәғәт училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.[2]
1946—1951 йылдарҙа Ереван художество-театр институтында уҡый. Вуздан һуң институтта педагог итеп ҡалдырыла, бында 1959 йылға тиклем эшләй. Гегам Асатряндың остаздары — әрмән оҫталары: Гюрджян Габриэль, Мартирос Сарьян, Ваграм Гайфеджян, Степан Агаджанян, Седрак Аракелян.
1951 йылда төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, 200-ҙән ашыу фильм һәм спектаклдәрҙе биҙәй.
1953 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
1967 йылда уға «Әрмәнстандың атҡаҙанған рәссамы» исеме бирелә.
Үҙенә ҡарата үтә талапсанлығы һөҙөмтәһендә бер ваҡытта ла эштәрен күрһәтергә йөрьәт итмәй. Бары тик үҙе вафат булғас ҡына 1996, 2004, 2011 йылдарҙа Әрмәнстан рәссамдарының Үҙәк йортонда уның шәхси күргәҙмәләре ойошторола. Рәссамдың эштәре Әрмәнстан Республикaһының тетар йәмғиәте, Мәҙәниәт министрлығының художество фондтарында, шулай уҡ шәхси тупланмаларҙа һаҡлана[3].
Ижады
үҙгәртергәҺүрәттәре
үҙгәртергә- «Һары баҫыу»
- «Арабкирҙа яҙ»
- «Севан күле»
- «Арарат»
- «Тауҙар бейеүе»
- «Бейеклек»
- «Беҙҙең тауҙар»
- «Көтөүсе»
- «Ҡарт Ереван»
- «Зәңгәр вазалағы сәскәләр»
- «Ауырыу күҙле ҡарт»
- «Рндамалға юл»
- «Көҙгө кис»
Постановкалары
үҙгәртергә- «Скала» В.Папазян, реж. А.Кочарян, 1952 й.
- «Медведь» А.Чехов, реж. В.Ачемьян, 1952 й.
- «Иван Рибаков» Гусев, реж. Субинин, 1954 й.
- «Ради чести» Ширванзаде, реж. А.Гулакян, 1956 й.
- «Встреча в поезде», реж. Л.Калантар, 1957 й.
- «Обыкновенное письмо», реж. К.Арзуманян, 1959 й.
- «Невидимый Димка» Носов, реж. О.Мелик-Вртанесян, 1960 й.
- «Родник Эгнар» М.Армен, реж. М.Мариносян, 1962 й.
- О.Генри мотивтары буйынса, реж. Х.Хахвердян, 1962 й.
- «У колодца» Ст. Зорьян, реж. Ж.Аветисян (телефильм) , 1970 й.
- «Льстец» А.Паронян, 1984 й.
- «Царь Мампре» М.Галшоян, 1986 й.
Альбомдары
үҙгәртергәГегам Асатряндың 90 йәшенә бағышланған альбом; Ереван, 2010 й.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Армянская советская энциклопедия (әрм.) / под ред. Վ. Համբարձումյան, Կ. Խուդավերդյան — Հայկական հանրագիտարան հրատարակչություն, 1974.
- ↑ Подвиг народа 2012 йыл 25 июль архивланған.webarchive|url=
- ↑ Գեղանկարչություն և բեմանկարչություն…Գեղամ Ասատրյան