23 сентябрь
көнө
(23 сентября битенән йүнәлтелде)
23 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 266-сы көнө (кәбисә йылында 267-се). Йыл аҙағына тиклем 99 көн ҡала.
23 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Көн менән төндөң көҙгө тигеҙләнеше.
- Аргентина: Йәмәғәт китапханалары көнө.
- Бразилия: Туңдырма көнө.
- Италия: Йәшел ҡәһүә көнө.
- Ҡырғыҙстан: Дәүләт теле көнө.
- Сәғүд Ғәрәбстаны: Дәүләт көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт подразделениелары көнө.
- 1848: Беренсе һағыҙ эшләнә.
- 1926: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1937: Архангельск һәм Вологда өлкәләре ойошторола.
- 1989: Әзербайжан теле Әзербайжанда дәүләт теле итеп иғлан ителә.
- 1997: Яндекс эҙләү системаһы ғәмәлгә индерелә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Комаров Владимир Леонидович (1930—2.09.1974), ғалим-геолог-геофизик. 1957 йылдан алып Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институтының Волга-Урал филиалы хеҙмәткәре, 1959 йылдан — Өфө геофизика ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире, 1970 йылдан — Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ғилми-тикшеренеү институтының (Өфө) директор урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре докторы (1972). Сығышы менән Чита ҡалаһынан.
- Буранғолов Ванцет Камил улы (1935—2011), юрист. 1962—1977 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары суды судьяһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Глущенко Михаил Степанович (1946), ауыл хужалығы ветераны, агроном. 1988—2002 йылдарҙа Калинин исемендәге хужалыҡ рәйесе; 2002—2010 йылдарҙа Көйөргәҙе район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Дыуан ауылынан.
- Хәмит Ишбулдин (1946), опера йырсыһы. 1978—1981 йылдарҙа һәм 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
тулы исемлек
- Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллина Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (1961), театр актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983—1989, 1990—1994 йылдарҙа һәм 2002 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Алчинов Григорий Петрович (1912—4.03.1988), совет органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Һуғышҡа тиклем Баҡалы районында ауыл Советы башҡарма комитеты, һуғыштан һуң — колхоз рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Бозор ауылынан.
- Ҡотлоғәлләмова Сания Ғөзәйер ҡыҙы (1942), педагог. 1961 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре, Белорет ҡалаһының интернат-мәктәбе, 1977—2008 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 21-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән Әбйәлил районы Айыуһаҙы ауылынан.
тулы исемлек
- Вәхитов Хәсән Барый улы (1947), транспортсы. 1966—2008 йылдарҙа Баймаҡ автотранспорт предприятиеһы водителе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1994), Рәсәйҙең почётлы автотранспортсыһы (1994). Сығышы менән ошо райондың Күлюртау руднигы ҡасабаһынан.
- Сабирйәнов Радис Хәбирйән улы (1952), финанс органдары хеҙмәткәре. 1994 йылдан Рәсәй Финанс министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса контроль-ревизия идаралығының баш контролер-ревизоры, 1998 йылдан — идадаралыҡ етәксеһе, 2005 йылдан Федераль финанс-бюджет күҙәтеүе хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһындағы территориаль идаралығы етәксеһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2009), финанс хеҙмәте отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дорожко Геннадий Кондратьевич (1928—2010), агроном. 1958 йылдан Өфө районы «Шемәк» совхозының бүлексә идарасыһы, 1960 йылдан хужалыҡтың баш агрономы, 1970—1999 йылдарҙа — совхоз директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, Башҡортостандың иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы (1998). Сығышы менән хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Сиҙәм районы Косолапово ауылынан.
- Смородин Александр Алексеевич (1933—22.12.2009), инженер‑технолог, уйлап табыусы. 1953—1994 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан Спирттар заводы директоры, 1984—1985 йылдарҙа «Салауатнефтехимремстрой» тресы идарасыһы, 1991—1994 йылдарҙа — генераль директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1982), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983), СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1983).
тулы исемлек
- Рәхмәтуллин Булат Нуриәхмәт улы (1953—25.02.2005), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 1974 йылдан Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбе уҡытыусыһы, 1978 йылдан «Урожай» ирекле спорт йәмғиәтенең район комитеты рәйесе, 1992—2005 йылдарҙа район хәкимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Темәс ауылынан.
- Илдар Ғүмәров (1958), театр актёры. 1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фёдоров Сергей Иванович (1939—3.04.2010), ғалим-агроном. 1968—2009 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Бәләкәй Александровка ауылынан.
- Гришин Александр Николаевич (1949), профсоюз эшмәкәре. Сәнәғәттең нефть, газ тармаҡтары һәм төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе.
тулы исемлек
- Катаев Валерий Алексеевич (1964), ғалим-провизор, 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2012 йылдан — фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректор. Фармацевтика фәндәре докторы (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- б.э.т. 480: Еврипид, Боронғо Греция драматургы.
- б.э.т. 63: Октавиан Август, Рим империяһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе императоры.
- 1937: Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре.
- 1939: Зигмунд Фрейд, Австрия психологы.