Төп менюны асырға

Боронғо Греция, Эллада (бор. грек. Ἑλλάς) — боронғо эолий, ахей, ионий, дорий ҡәбиләләре йәшәгән ҡала-дәүләттәр биләмәһенең дөйөм исеме. Грецияның этник картаһы бөтә антик дәүер дауамында бер төрлө булған һәм үҙгәрмәй ҡалған тиерлек.

Боронғо Греция
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа һәм Азия
Валюта обол[d]
Сиктәш Македония[d], Иллирия[d] һәм Персия[d]
Ҡайҙа өйрәнелә история Древнего мира[d]
Башланыу датаһы Б. э. т. XII быуат
Тамамланыу датаһы 600
Commons-logo.svg Боронғо Греция Викимилектә

«Боронғо Греция» төшөнсәһенә ингән биләмәләр тип ғалимдар б. э. тиклемге III—II быуаттарҙан алып Крит утрауында барлыҡҡа килгән тәүге дәүләт ойошмаларынан һәм б. э. тиклемге II—I быуаттарға тиклем һуҙылған грек колониялаштырыу дәүерендә йәшәгән территорияларҙы индергән. Һуңынан Көнсығыш Урта диңгеҙ буйындағы был грек һәм эллин биләмәләре Рим империяһы тарафынан баҫып алына һәм урта диңгеҙ Рим дәүләте составына индерелә.

Боронғо грек тарихында географик сиктәр даими булмаған, улар төрлө тарихи дәүерҙәрҙә киңәйеп йәки тарайып үҙгәреп торған. Боронғо Греция территорияһы Балҡан ярымутрауының көнсығышын уға йәнәш терәлеп торған утрауҙарында йәйелеп ятҡан. Уға б. э. тиклемге VIII—VI быуаттарҙағы грек колониялаштырыу дәүерендә көнсығышта Эгей диңгеҙе утрауҙары, Фракияның яр буйҙары, Кесе Азияның көнбайыш яр буйы һәм Кипр утрауының бер өлөшө ҡараған. Көнсығышта уның территорияһына Ҡара диңгеҙ һәм Аҙау диңгеҙе; көньяҡта — Төньяҡ Африка (Киренаика, хәҙерге Ливия); көнбайышта — Көньяҡ Италия, көнсығыш Сицилия; көньяҡ Галлия (хәҙерге Франция) һәм төньяҡ-көнсығышта Испания яр буйҙары ингән. Башлыса, был биләмәләр хәҙерге замандағы Греция территорияһына тап килә.

Боронғо Грецияның иң юғары иҡтисади, сәйәси үҫешеб. э. тиклемге Vl - V быуаттарҙағы полис ҡоролошона тура килә һәм Боронғо Греция тарихында классик осор исемен ала.

Хәҙерге һәм боронғо гректарҙың атамаһы — эллиндар, был ил исеме — Элладанан (Hellas) күскән. «Гректар» этнонимы (бор. грек. Γραικοί, лат. Graeci) латин теленән килеп сыҡҡан һәм, күрәһең, башта Төньяҡ Греция ҡәбиләләренең береһенә ҡараған, был исем шулай уҡ Грея[en] (Γραία) ҡалаһының атамаһын сағылдырған Лингвистика һәм һинд филологияһы профессоры Георгиос, Хадзидакис фекеренсә, «гректар» тип Танагра ҡалаһынан Көньяҡ Италияға (Кумы ҡалаһына) күсеп килгән боронғо ҡәбилә аталған. Римляндар был ҡәбилә исемен «гректар» тип бөтә эллин халыҡтарына күсергән[1].

ГеографияһыҮҙгәртергә

 
Б. э. тиклемге 362 йылда грек дәүләттәре союзы картаһы

Боронғо Греция территорияһының төп өлөшө — Балҡан ярымутрауының көньяҡ өлөшө (Балҡан йәки ҡитға Греция),Эгей диңгеҙе утрауҙары һәм Кесе Азияның көнбайыш яр буйы.

Төньяҡ-көнбайышта был территория Иллирия менән сиктәш, төньяҡ-көнсығышта — Македония менән сиктәш, көнбайышта Ион (Сицилия), ә көнсығышта — Фракия диңгеҙе менән сикләнә һәм өс төбәктән тора: Төньяҡ Греция, Урта Греция һәм Пелопоннес. Төньяҡ Греция Пинд тау һырты менән көнбайыш (Эпир) һәм көнсығыш (Фессалия.) өлөштәргә бүленә. Урта Греция Төньяҡ ГрециянанТимфрест һәм Эта тауҙары менән айырыла һәм ул ун өлкәнән (көнбайыштан көнсығышҡа табан) ғибәрәт (Акарнания, Этолия, Озоль Локридаһы, Дорида, Фокида, Эпикнемид Локридаһы, Опунт Локридаһы, Беотия, Мегарида һәм Аттика өлкәләренән). Пелопоннес ҡалған Греция менән тар ғына Коринф муйыны (6 км-ға тиклем) менән тоташҡан.

Пелопоннестың үҙәк өлкәһе - Аркадий, ул көнбайышта Элида, көньяҡта Мессения һәм Лакония, төньяҡта Ахайя, көнсығыштаАрголида, Флиунтия һәм Сикиония менән сиктәш. Төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Коринфия ярымутауы урынлашҡан. Утраулы Грецияла бер нисә йөҙ утрау иҫәпләнә (иң эреләре — Крит һәм Эвбея), улар өс ҙур архипелаг барлыҡҡа килтергән: Эгей диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышында - Киклада, көнсығышта һәм төньяҡ өлөшөндә - Спорада, көнсығыш өлөшөндә Ион диңгеҙе утрауҙары. Балҡан Грецияһы, башлыса, таулы ил (ул төньяҡтан көньяҡҡа табан Динар Альпының ике тармағы менән киҫелгән). Балҡан Грецияһының яр һыҙаты бик ныҡ йырғыланған, унда бик күп ҡултыҡтар бар (иң эреләре — Амбракикос, Коринф, Мессениакос, Лаконикос, Арголикос, Сароникос, Малиакос һәм Пагаситикос).

Тәбиғәт шарттарыҮҙгәртергә

Тау теҙмәләре Грецияны диңгеҙгә сыға торған бик күп тар һәм бер-береһенән айырылып торған үҙәндәргә бүлә. Бында, Лакония, Беотия, Эвбея һәм Фессалияны иҫәпкә алмағанда, уңдырышлы тигеҙлектәр аҙ. Боронғо осорҙа Греция территорияһының өстән дүрт өлөшөн көтөүлектәр һәм бары тик һигеҙҙән бер өлөшөн генә һөрөнтө ерҙәр биләгән.

Классик осорҙа ҡоро климат һәм ташлы тупраҡ булыуға ҡарамаҫтан, Ерҙең был 1/1000 өлөшөндә донъя халҡынын 1/10 өлөшө йәшәгән. Халыҡ тығыҙлығы Беотияла, АВттикала, Арголидала, Критта, шулай уҡ Кипр һәм Сицилияла[<span style="" title="не указан источник на утверждение (12 декабря 2014)">сығанаҡ 1674 көн күрһәтелмәгән</span>] бер квадрат км-ҙа 100 кеше йәшәгән. Эллин Кипры ерҙең иң тығыҙ урынлашҡан төбәге булған (XV быуатта бары тик Фландрия ғына халыҡ тығыҙлығы буйынса антик Кипрҙы ҡыуып үткән).X быуатҡа тиклем Сицилия халыҡ бик тығыҙ ултырған утрау булған.

Бындағы үҫемлектәр байлығы һәм төрлөлөгө менән айырыла (имән, ҡырағай сәтләүек, кипарис, каштан, аҡ шыршы, шыршы, мирт, лавр, олеандр һәм башҡалар), шулай уҡ хайуандар донъяһы ла бай була (айыу, бүре, төлкө, ҡабан, ҡоралай, болан, илек, ҡуян; микен осоронда Греция һәм Испанияла арыҫландар һәм гепардтар ҡырып бөтөрөлгән), әммә барыһынан да бигерәк диңгеҙ хайуандары күп. Ер аҫтында файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бик күп була, иң элек тимер (Лаконияла, күп кенә утрауҙарҙа), шулай уҡ көмөш (Аттика, Тасос, Сифноста), баҡыр (Эвбеяла), алтын (Фессалия, Тасос, Сифноста), ҡара ҡурғаш (Кеяла), аҡ мәрмәр (Аттика, Андроста), ҡара-күк балсыҡ (Аттикала).

ОсорҙарҮҙгәртергә

Тарих фәнендә Боронғо Греция тарихын түбәндәге этаптарға бүлеү ҡаралған[2]:

I крит-микен цивилизацияһы (б. э. тиклемге III мең йыллыҡ аҙағы —II мең йыллыҡ): Миной һәм Микен цивилизацияһы. Был осор7а беренсе дәүләт ойошмалары барлыҡҡа килә. Диңгеҙҙәрҙе үҙләштереү үҫешә. Боронғо Көнсығыш цивилизациялары менән дипломатик һәм сауҙа бәйләнештәре урынлаштырыла. Үҙенсәлекле яҙма барлыҡҡа килә. Ҡитға Грецияһы һәм Критта был осорҙа үҫештең кимәле төрлөсә була: грек булмаған халыҡтар йәшәгән ерҙәргә ҡарағанда дәүләтселек иртәрәк барлыҡҡа килә, ә Балҡан Грецияһы был ваҡытта б. э. тиклемге III мең йыллыҡтың аҙағында грек-ахейҙар тарафынан баҫып алына.

  1. Миной цивилизацияһы (Крит):
    1. Иртә миной осоро (б. э. тиклем XXX—XXIII быуаттар). Ырыу мөнәсәбәттәре хакимлығы, металл үҙләштерә башлау, һөнәрселектең башланыуы, диңгеҙҙә йөҙөүҙе үҙләштереү, аграр мөнәсәбәттәрҙең сағыштырмаса юғары кимәлдә булыуы.
    2. Урта миной осоро (б. э. тиклем XXII—XVIII бб. Был осор шулай уҡ «иҫке», йә «иртә» осор тип билдәле. Утрауҙың төрлө төбәктәрендә төрлө иртә дәүләтселек берәмәктәренең барлыҡҡа килеүе. Криттың байтаҡ төбәктәрендә монументаль һарай комплекстарын төҙөү. Тәүге яҙма формалары.
    3. Һуңғы миной осоро (б. э тиклем XVII—XII бб.). Миной цивилизацияһының сәскә аты уы , Криттың берләшеүе, Минос батшаһының диңгеҙ державаһын булдырыуы, сауҙа эшмәкәрлеге киң ҡолас диңгеҙ бассейны Эгей диңгеҙе бассейнында Криттың сауҙа эшмәкәрлегенең киң йәйелеүе, монументаль төҙөлөштөң сәскә атыуы (Кносста, Маллияла, Фестала «яңы» һарайҙарҙың төҙөлөүе). Боронғо Көнсығыш илдәре менән әүҙем аралашыу. Б. э. тиклемге XV быуат урталарында тәбиғәт һәләкәттәре арҡаһында Миной цивилизацияһының ҡаҡшауы, Крит утрауын ахейҙар баҫып алыуына сәбәпсе тәүшарттар булы уы
  2. Эллада цивилизацияһы (Балҡан Грецияһы):
    1. Иртә эллада осоро (б. э. тиклем XXX—XXI бб.). Балҡан Грецияһында ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәренең хакимлыҡ итеүе. Тәүге эре ауыл биләмәләренең һәм һарайға оҡшаш ҡоролмаларҙың барлыҡҡа килеүе.
    2. Урта эллада осоро (б. э. тиклем XX—XVII бб. ). Балҡан утрауының көньяҡ өлөшөнә йәшәргә күскән грек телендә һөйләшеүсе кешеләрҙең -ахейҙарҙың тәүге тулҡыны. Был күренештең Греция социаль-иҡтисади үҫешен түбәнәйтеүе. Ахейҙарҙың бырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәренең тарҡала башлауы.
    3. Һуңғы эллада осоро (б. э. тиклем XVI—XII бб.) йәки Микен цивилизацияһы. Ахейҙарҙа иртә класс йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүе һәм был күренештең, ауыл хужалығында етештереү иҡтисадын формалаштырыуы, Микенда, Тиринфта, Пилоста һәм Фивала байтаҡ дәүләт берәмектәренең барлыҡҡа килеүе, үҙенсәлекле яҙманың формалашыуы, микен мәҙәниәтенең сәскә аты уы. Ахейҙарҙың Критты баҫып алыуы һәм Миной цивилизацияһын юҡҡа сығарыуы. Б. э. тиклем XIIбыуатта Греция яңы ҡәбилә төркөмө — дорийҙарҙың баҫып инеүе, микен дәүләтселегенең һәләк булы уы.

II <b id="mwsQ">Полис</b> осоро (б. э. тиклемге XI—IV бб.). Грек донъяһының этник тупланы уы. Демократик һәм олигархия формалы дәүләтселектең барлыҡҡа килеүе, сәскә атыуы һәм полис структураларының кризисы . Боронғо грек цивилизацияһының юғары мәҙәни һәм фәнни ҡаҙаныштары.

  1. Гомер (полисҡа тиклемге) осор, «ҡараңғы быуаттар» (б. э. тиклем XI—IX бб.). Микен (ахей) цивилизацияһының тулыһынса емерелеүе, ы рыу ҡәбилә мөнәсәбәттәренең тергеҙелеүе һәм хакимлыҡ итеүе, уларҙың иртә класс формаларына трансформацияһы, полистар барлыҡҡа килгәнгә тиклемге үҙенсәлекле йәмәғәт структураларын булдырылыуы.
  2. Архаик Греция (б. э. тиклем VIII—VI бб.). Полисный структураларының формалашыуы. Бөйөк грек колониялаштырыуы (күсенеп ултырыуы, яңы ерҙәр үҙләштереүе). Башланғыс грек тираниялары. Эллин йәмғиәте нең этник берләшеүе. Барлыҡ етештереү өлкәһендә тимер ҡуллана башлау, иҡтисадтың күтәрелеше. Тауар етештереү нигеҙҙәрен булдырыл ыуы, шәхси милек элементтарының таралыуы.
  3. Классик Греция (б. э. тиклем V—IV бб.). Грек полисы иҡтисады һәм мәҙәниәтенең сәскә атыуы. Фарсы донъя державаһы агрессияһын кире ҡағыу, милли үҙаңдың күтәрелеүе. Сауҙа-һөнәрселек тибындағы демократик ҡоролошло полистар менән артта ҡалған аграр полистар араһындағы низағтарҙың артыуы, Элладаның сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен ҡаҡшатыусы Пелопонесс һуғышы. Полис системаһы кризисы башланыу һәм македония агрессияһы арҡаһында бойондороҡһоҙлоғон юғалтыу.
  1. Эллин осоро (IV—I бб. беҙгә тиклем э.). Александр Македонскийҙың бөтә донъя державаһының нығыныуы. Эллин грек-көнсығыш дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе, сәскә атыуы һәм тарҡалыуы.
    1. Беренсе эллин осоро (беҙҙең эраға тиклем 334-281 йй.). Александр Македонскийҙың грек-македон ғәскәре походтары, уның донъя державаһының ҡыҫҡа осор тороуы һәм байтаҡ эллин дәүләттәренә тарҡалыуы.
    2. Икенсе эллин осоро (беҙҙең эраға тиклем 281-150 йй.). Грек-көнсығыш дәүләтселеге, иҡтисады һәм мәҙәниәтенең сәскә атыуы.
    3. Өсөнсө эллин осоро (беҙҙең эраға тиклем 150-30 йй.). Эллин дәүләтселегенең кризисы һәм тарҡалыуы

Профессор, РФА академигы А. Т. Фоменко фекеренсә, боронғо грек хронологияһын боронғо яҙма сығанаҡтарға нигеҙләнеп түгел, ә астрономик мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп билдәләргә һәм уның тарихында өс тайпылыштың барлығын билдәләргә кәрәк. Ул был турала үҙенең "Новая хронология" хеҙмәтендә яҙған.

Фоменконың тәҡдим иткән «Яңы хронология»һын күп һәм төрлө һөнәр тарихсы-ғалимдары тәнҡитләй[3].

Крит-микен осороҮҙгәртергә

Боронғо Греция тарихының башланғыс (иртә) этабы крит-микән, йәки эгей осоро тип йөрөтөлә: Эгей диңгеҙе утрауҙарындағы бронза быуаты цивилизацияһы (б. э. тиклем 3000-1000 йылдарҙа), Критта, шулай уҡ материктағы Грецияла һәм Анатолиялағы цивилизация дөйөм Эгей цивилизацияһы атамаһын алған. Был цивилизация, үҙ сиратында, крит-микен осорона (б. э. тиклем III мең йыллыҡ аҙағы—б. э. тиклем II мең йыллыҡ) бүленә һәм Миной һәм Микен цивилихацияһын үҙ эсенә ала. Б. э. тиклем III—II мең йыллыҡтарҙа Эгей диңгеҙе бассейнындағы — Крит утрауында һәм Пелопоннес ярымутрауында (Микены, Пилос, Тиринф ҡалалары) тәүге дәүләттәр барлыҡҡа килә. Был дәүләттәр монархия тибындағы дәүләттәр, улар боронғо көнсығыш деспотияларына киң тармаҡлы бюрократик аппараты һәм көслө общиналарына оҡшаған.

Инглиз археологы Артур Эвансҡа Критта тикшеренеүҙәр башларға этәргес көс булып боронғо грек мифы сюжетындағы крит оҫтаһы Дедал (Дедал Кносста Минос батшаһы өсөн һарай-лабиринт төҙөгән) һәм лабиринтта йшәгән Минотаврҙы еңгән һәм лабиринттан сығыу өсөн Ариаднаның ебен ҡулланған Тесей тора. Кесе Азиялағы легендар Троя ҡалаһын археологик ҡаҙыныуҙа р ваҡытында асҡан Генрих Шлиман Микены ҡалаһын да асҡан.

Б. э. тиклемге III — II мең йыллыҡтар башында иң отошло географик урынды биләгән һәм көслө флоты булған Крит батшалығы иң ҡеүәтле талассократия була. Крит оҫталары бронзанан бик зауыҡлы әйберҙәр эшләй белгән, керамик һауыт-һабаны бик матур үҫемлек, хайуан һәм кеше һүрәттәре менән биҙәй белгән,әммә`тимер ҡуллана белмәгән.

 
Кносс һарайының ҡыҙыл колоннадалары
 
«Париж ҡатын-ҡыҙы»

Кносстағы батша һарайының ҡалдыҡтары бөгөнгө көндәрҙә лә кешеләрҙе хайран ҡалдыра, сөнки ул күп ҡатлы ҡоролманан ғибәрәт. Уның бүлмәләре ҡатмарлы юлдар, коридорҙар менән тоташҡан Был бүлмәләрҙең тышҡы тәҙрәләре булмайынса, улар яҡтылыҡ төшөрөүсе махсус шахталар аша яҡтыртылған. Һарайҙа вентиляция һәм һыу менән тәьмин итеү системалары эшләгән. Стеналар фрескалар менән биҙәлгән. Шул фрескаларҙың иң билдәлеләренең береһе — «Парижанка» (хәҙерге ваҡытта Ираклион Археология музейы коллекцияһы). Ҡара сәсле йәш ҡатын-ҡыҙ һүрәтен Артур Эванс шулай тип атаған.

Кносс һарайы Минос дәүләтенең сәйәси һәм дини үҙәге булған. Крит халҡы алиһә Деметраға табынған, Деметраның төп жрицаһы булып батша Миностың ҡыҙы торған. Уның һынын Йыланлы алиһә итеп һүрәтләгәндәр. Башҡа артефакттар крит халҡының дини культы булып Посейдонды кәүҙәләндергән үгеҙ һыны торған. Посейдон-күк күкрәтеү аллаһы булған, сөнки Критта һәм уның менән йәнәш утрауҙарҙа ер тетрәүҙәр күҙәтелгән. Кносс һарайының ҡыйығы монументаль үгеҙ мөгөҙө менән биҙәлгән, дини ритуалдар өсөн үгеҙ башлы һауыт-һаба ҡулланылған. Бер фрескала Тавракатапсия тигән үгеҙ менән уйнаған акробаттар һыны төшөрөлгән. Кносс Тира утрауындағы вулкан атылыуҙан емерелгән, һөҙөмтәлә Крит үҙенең өҫтөнлөгөн юғалтҡан.

Шулай итеп, беҙҙең эраға тиклем II мең йыллыҡтың уртаһында грек цивилизацияһының үҙәге бу лып грек-ахейҙар йәшәгән Микены ҡалаһы тора. Был ҡала көслө оборона стеналары менән уратып алынған. Стеналар ҙур, әҙ генә шымартылған таш блоктарҙан һалынған. Төп ҡапҡа - Арыҫлан ҡапҡаһы, ул өсмөйөшлө стела менән биҙәлгән. Стелаларҙа ике инә арыҫлан һүрәте төшөрөлгән . Генрих Шлиман шулай уҡ микен батшаларының алтын кәшәнәһен — Атрей кәшәнәһен тапҡан. Был кәшәнә түңәрәкләп төҙөлгән көмбәҙ ҡыйыҡлы ер аҫты ҡоролмаһынан ғибәрәт. «Гомер үҙенең «Илиада» әҫәрендә Троя һуғышы ндағы Микен ғәскәрен етәкләгән ахейҙарҙы маҡтап яҙған

Б. э. тиклемге XII быуатта микен мәҙәниәтенең юҡҡа сығыуын Балҡан утрауына төньяҡтан баҫышҡан ы рыу ҡоролошо менән йәшәгән дорий ҡәбиләләренең бәреп инеүе менән бәйләйҙәр. Дорийҙарҙың ерле халыҡты буйһондороуы грек ҡалаларын һәм мәҙәниәтен бөлгөнлөккә килтерә, айырым әйткәндә, башланғыс грек яҙмаһын (крит яҙмаһын) юҡҡа сығара.

Полистар осороҮҙгәртергә

Ҡараңғы быуаттарҮҙгәртергә

Дорийҙар баҫып инеүенән һуң Греция тарихы яңынан башлана. Ҡабаттан тәүтормош мөнәсәбәттәре, дәүләтселек формалаштырыу, матди мәҙәниәтте тергеҙеү тарҡала бара. Был осор сама менән б. э. тиклемге XI-IXбыуаттар буйына дауам итә һәм Ҡараңғы быуаттар һәм, шулай уҡ, «Илиада» һәм «Одиссея» әҫәрҙәренең авторы Гомер исеме менән гомер осоро тип атала. Ҡараңғы быуаттар осоронда, белеүебеҙсә, натураль хужалыҡ алып барыла. Дорийҙар микен ҡаҙаныштарынан бары тик көршәк яһау ҡуласаһын, караптар төҙөү һәм металл эшкәртеү техникаһы алымдарын, йөҙөм һәм зәйтүн ағастары үҫтереүҙе генә үҙләштерә. Хәйер, улар үҙҙәре лә тимер иретмәһе алыу, тимер эшкәртеү ысулдарын ҡорал яһау һәм хәрби эштәрҙә ҡуллана белә.

Гомер осор аҙағында башланғыс полис ойошмалары барлыҡҡа килә һәм нығына башлай.

Б. э. тиклемге IX быуатта Грецияла төрлө ҡәбиләләрҙең йәшәүе билдәле :эолийҙар— Төньяҡ Грецияла, дорийҙар — Урта Грецияла һәм көнсығыш Пелопоннеста, ионийҙар — Аттикала йәшәгән, Аркадияла һәм Ахеяла үҙаллылығын һаҡлап ҡала алған, дорийҙар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған ахейҙар йәшәгән. Был дәүер аҙағындағы иң мөһим ваҡиға — Эгей диңгеҙе утрауҙарында һәм Кесе Азия яр буйҙарында боронғо грек колониялаштырыуы (халыҡтарҙың күсеп ултырыуы) башлана: төньяҡ райондарында эолийҙар күбәйә, үҙәк райондарҙа (Иония өлкәһе булараҡ билдәле) — ионийҙар, көньяҡта — дорийҙар йәшәй башлай.

Архаик осорҮҙгәртергә

Тимер быуат һөжүме ҙур әһәмиәткә эйә — металл арзаная һәм уны күпләп ҡулланып була, был айырым ғаиләнең үҙаллы хужалыҡ итеүенә һәм уның ырыу ойошмаһынан бойондороҡһоҙлоғон арттыра. Игенселектән һөнәрселектең айырылып сығыуы етештереүҙе үҙ ихтыяжы өсөн генә түгел, әммә баҙар ихтыяжы өсөн үҫтереүгә булышлыҡ итә, һөҙөмтәлә ҡалалар әүҙем үҫешә. Шуға күрә был б. э. тиклемге VIII—VI быуаттар осоронда полистар — бары тик тел, дин, мәҙәни йолалар, сәйәси һәм сауҙа бәйләнештәре уртаҡлығы менән генә берләшкән ваҡ тарҡау суверенлы ҡала-дәүләттәр барлыҡҡа килә. Яңы колонияларҙы булдырыу, эшсе көстәр сифатындағы ҡолдар һанын арттырыу иҡтисади ихтыяжға әйләнә.

 
Б. э. тиклемге IV быуатта боронғо грек колониялаштырылыуы

Б. э. тиклемге VII—VI быуаттарҙа Урта диңгеҙ һәм Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яр буйында грек колониялаштырылыуы сәскә ата. Бары бер Милеттан сығыусы кешеләр генәҠара диңгеҙ яр буйында 70 колонияға нигеҙ һала. Шул уҡ ваҡытта Грециялағы Аполлон күрәҙәсеһе булған Дельфы ҡалаһы, Зевс ҡорамы булған һәм Олимпия уйындары үткәрелгән Олимпия ҡалаһы дөйөм грек дини үҙәктәренә әйләнә. Грек сауҙаһы ғәмәлдә халыҡ-ара сауҙаға әүерелә, ул көнбайыш һәм көнсығыш баҙарҙарында сауҙа итә. Грецияға ҡолдар, сеймал, затлы әйберҙәр, шулай уҡ полистар халҡы өсөн аҙыҡ-түлек ташыла. VII быуатта гректар лидийҙарҙан тимер аҡса һуғыуҙы үҙләштерә.

Беҙҙең эраға тиклемге VI быуатта уҡ демосҡа ҡаршы үҙ ҡулында ерҙе тотҡан аристократия араһында көрәш башлана. Афина ҡалаһында архонт Солон күп кенә реформалар үткәрә, ул шул иҫәптән ҡоллоҡ бурысын юҡҡа сығара, был афина демократияһына нигеҙ һала. Әммә быға ҡаршы аристократия шундай көсөргәнешле ҡаршылыҡ күрһәтә, уны тик ҡорал көсө менән генә егәнләргә мөмкин була. Ҡайһы бер грек ҡалаларында тиранияның айырым формалары барлыҡҡа килә, уның маҡсаты һөнәрселәрҙе крәҫтиәндәрҙе яҡлау була. Шулай итеп Коринфта — Кипсел һәм Периандр тиранияһы; Афинала — Писистрат тиранияһы һәм Клисфендың артабанғы реформалары, Самоста — Поликрат тиранияһы, шулай уҡ Сикион, Милет һәм Эфес ҡалаларында тирания урынлаштырыла.

Архаик осор аҙағында бик күп полистарҙа, уларҙың ниндәй формала булыуына ҡарамаҫтан, ҡоллоҡ тарала, шул иҫәптән демократик Афинала ла был күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта олигарх Спартала, Критта һәм Аргоста ырыу ҡоролошоноң айырым һыҙаттары һаҡланып ҡала, ә Этолия, Акарнания һәм Фокидала — натураль хужалыҡ хакимлыҡ итә. Бындай сәйәси һәм иҡтисади күрһәткестәрҙең күп төрлөлөк фонында грек ҡалаларында ярыштар башлана, һөҙөмтәлә Спарта етәкләгән Пелопонесс союзы барлыҡҡа килә. Был Пелопоннес союзы уртаҡ һуғыштар алып барыу һәм илот ихтилалдарын баҫтырыу өсөн булдырыла.

Классик осорҮҙгәртергә

 
Афина акрополе, Лео фон Кленце реконструкцияһы, 1846 йыл

Классик дәүер — боронғо грек йәмғиәтенең һәм мәҙәниәтенең иң юғары сәскә атҡан ваҡыты. Был дәүер б. э. тиклемге V—IV быуаттарға тура килә. Грек-фарсы һуғышынан һуң иң абруйлы сәйәси һәм мәҙәни үҙәк булып Боронғо Афина тора. Афина Эгей диңгеҙенең көнбайыш, төньяҡ һәм көнсығышындағы утрауҙар полистары араһында төҙөлгән Делос союзын етәкләүсе була. Афина ҡалаһы мәҙәниәтенең иң ныҡ сәскә атыуы дәүләт башлығы булып демократик партия яҡлы, 15 тапҡыр стратег булып һайланған сәйәси эшмәкәр, полководец Перикл ваҡытына тура килә. Был осор, бик ҡыҫҡа ваҡыт булыуына ҡарамаҫтан, тарихнамәлә «Периклдың алтын быуаты» тип билдәле.

Делос союзы ҡаҙнаһын Делостан Афинаға күсереү, союзниктарҙан аҡса — форос — йыйыу, диңгеҙҙә сауҙа итеүҙе сикләү, каратель экспедициялары, клерухийҙар — бөтәһе лә союздаштарҙың асыуын ҡабарта һәм уларҙа был союздан сығыу теләген тыуҙыра. Шулай уҡ был союздан тыш та, параллель рәүештә конфликттар өлгөрә: Коринф менән Афина араһында сауҙа өлкәһендә иҡтисади көрәш, Афина менән Спарта араһында Грецияла хакимлыҡ өсөн көрәш бара. Б. э. тиклемге 431 йылда Боронғо Греция тарихында иң масштаблы Пелопоннес һуғышы башлана. Был һуғыш Афинаның тармар ителеүе менән тамамлана. Афина үҙ биләмәләренә хоҡуғын юғалта, ә Спарта үҙ гегемонияһын урынлаштыра.

«Полис кризисы» көсәйә: байҙар менән ярлылар араһында антагонизм үҫә; метэктар (полистағы ситтән килеүселәр) данлана, ҡоллоҡтоң таралыуы ярлы граждандарға бары тик яугир булып ҡына эшләү мөмкинлеген бирә (шуға күрә йыш ҡына ялланған гректар фарсылар армияһында һуғыша). Бик йыш барған үҙ-ара һуғыштар полистарҙы тағы ла нығыраҡ көсһөҙләндерә, улар үҙ граждандарын яҡларға һәләтле була алмай. Б. э. тиклемге 395 йылда Коринф һуғышы тоҡана, уның һөҙөмтәһендә Персия гректарҙы түбәнһеткән Анталкид солохон төҙөй, Спарта был солохтоң донъяға ашырылыуын күҙәтергә тейеш була. Шулай итеп, Спарта Афинаның төп дошманына әйләнә. Спарта менән көрәшеү өсөн Икенсе Афина диңгеҙ союзы төҙөлә. Спартаны Фивы Левктрҙа еңһә лә, Афинаның үҙ ихтыярын көсләп тағырға тырышыуы союздаштарҙың яңы һуғышын килтереп сығара һәм союз тарҡала.

Грек полистарының көсһөҙлөк осоронда Македонияның күтәрелеше башлана. Македония батшаһы Филипп II Македонский Фессалия, Фокида, Фракия һәм Халкиданы эҙмә-эҙлекле яулап ала. Македонияға ҡаршы коалицияның етәксеһеДемосфен була. Был коалиция б. э. тиклемге 338 йылда Хероней яныңдағы алышта емергес еңелеүгә тарый. Б. э. тиклемге 337 йылда башында Македония торған грек дәүләттәре Коринф союзын төҙөй. Барлыҡ ерҙә македон гарнизондары тора һәм олигархик режим грек македония дәүләтен башлығы, һәм гарнизон индерелә һәр форсаттан македонский режим урынлаштырыла.

Эллин осороҮҙгәртергә

Урта диңгеҙ көнсығыш илдәре тарихында яңы этап — эллинизм этабы — Александр Македонский (беҙҙең эраға тиклем iv быуат) походтары менән башланып, эллин дәүләттәренең Боронғо Римдән беҙҙең эраға тиклемге I быуатта баҫып алыныуы (иң һуңғыһы булып Мысыр баҫып алына) менән тамамлана. Македония, Грецияны яулап алғас, уның мәҙәниәтен тулыһынса ҡабул итә, шуға күрә Александр Македонскийҙың еңеүле походтарынан һуң яулап алынған көнбайыш илдәрендә боронғо грек мәҙәниәте киң тарала. Үҙ сиратында, көнбайыш боронғо мәҙәниәтле буйһондоролған халыҡтар антик мәҙәниәтенә шулай уҡ йоғонто яһай.

Хероней янындағы алыш һәм Александр Македонский командалығы аҫтындағы грек-македон армияһы командованиеһы аҫтындағы еңеүҙәре эллин дәүерен аса. Александр империяһы б. э. тиклемге 323 йылда ул үлгәндән һуң тарҡала. Диадох һәм уларҙың алмашсылары — эпигондарҙың оҙайлы көрәше — байтаҡ үҙаллы эллин дәүләттәренең барлыҡҡа килеүенә килтерә (шуларҙың иң ҙуры булып Селевкидтар, Птолемей һәм Македонияхиялары тора). Грециялағы эллин осоро өсөн характерлы булып хәрбиләштерелгән дәүләттәр һәм союздар тора (Македония, Ахей союзы, Этолий союзы, ҡайһы бер осорҙа — Спарта), улар араһында Грецияла хакимлыҡ итеү өсөн ҙур бәхәстәр алып барыла.

 
«Александр Мозаикаһы» фрескаһы Исса янында Александр Македонскийҙың аты Буцефал өҫтөндәге алышын һүрәтләй

Күпселек дәүләттәрҙә власть олигархия менән батшалар ҡулында була. Афины етәкләгән дәүләттәрҙең Македонияға ҡаршы көрәше Александр вафатынан һуң (Ламийский һуғышы) Македонияның еңеүе һәм грек демократтарын язалау менән тамамлана. Хремонид һуғышында икенсел еңелгәндән һуң (б. э. тиклем 267-261 йыл, афина полководецы Хремонид исеме менән аталған), Афина тар-мар ителә, тулыһынса Македония монархияһына бойондороҡло була. Әммә Македония Балҡан ярымутрауында тулыһынса үҙ власын тергеҙеп бөтә алмай. Уға ҡаршы ҡеүәтле ике яңы союз көрәшә — Ахей (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 280 йылда тергеҙелгән) һәм Этолий (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 320 ойошторолған).

Ахей союзы Пелопоннестың ҙур өлөшөн биләй (Спартанан тыш,Спарта был союзға б. э. тиклемге 192 йылда инә) һәм эре ҡалалар (Сикион, Коринф, Мегар). Этолий союзына, Этолиянан тыш, Урта Греция райондары (Афинанан башҡа), көньяҡ Фессалия һәм ҡайһы бер ҡалалар.Грецияла Александр вариҫтары көрәше, ә һуңыраҡ союздар араһындағы власть өсөн көрәш ҡалаларҙың күпләп емерелеүенә, гректарҙы ҡоллоҡҡа һатыуға, ил үҙәктәренә яңы колонистарҙың күсеп килеүенә килтерә. Грек ҡалаларын пираттар ныҡ талай, ундағы халыҡтарҙы этолийҙар күпләп ҡоллоҡҡа һата (бары Лаконикиҙа ғына ла 50 мең кеше ҡоллоҡҡа һатылған). Ҡалалар әкренләп агониялаша, урта ҡатламдар бөлгөнлөккә төшә, ярлылар һаны арта, ярлыларҙың сыуалыштары ғәҙәти күренешкә әйләнә (Коринф, Аргос, Милет ҡалаларында).

Рим яулауыҮҙгәртергә

Македония римлеләрҙән Киноскефал янындағы алышта (беҙҙең эраға тиклемге 197 йылда) еңелгәндән һуң, римлеләр форсаттан файҙаланып даими рәүештә демократияға ҡаршы олигархик ҡатламдарҙы яҡлап гректарҙың эске эштәренә ҡыҫыла. Б. э. тиклемге 196 йылдың йәйендә рим полководецы Тит Квинкций Фламинин Истмий уйындарында гректарҙың «азатлығын» иғлан итә, Был хәл Грецияла Римды ҡыҫҡа ваҡыт популяр итә. Ошо ваҡыттан алып Греция рим тәьҫире аҫтында даими тора. Македония сәйәси әһәмиәтен юғалта, ә беҙҙең эраға тиклемге 148 йылда, Андриск ихтилалы баҫтырылғандан һуң, Илирия һәм Ипир менән бергә рим провинцияһына әүерелә. Рим этолий союзын тарҡата. Б. э. тиклемге 146-сы йылда Ахей союзы ла тар-мар ителә. Шулай итеп, бөтә Грецияла Рим власы аҫтында ҡала.м

Греция Римдың Ахайя провинцияһына әйләнә (Афинанан тыш, был ҡала номиналь ирекле ҡала булып һанала). Б. э. IV быуатынан алып Греция Көнбайыш Рим империяһының үҙәге — Византияны тәшкил итә.

Боронғо Греция мәҙәниәтеҮҙгәртергә

МифологияҮҙгәртергә

 
Афродита Книдский
 
Венера Милосский

Боронғо грек мәҙәниәтен формалаштырыусы, берләштереүсе ролде крит-микен осоронда уҡ барлыҡҡа килә башлаған мифология уйнай. Мифологиялағы боронғо аллалар — тәбиғәт көстәрен сағылдырыусылар. Гея — ер һәм Уран — күк союзынан титандар барлыҡҡа килгән, уларҙың өлкәне — Океан, кесеһе — Кронос. Мифология буйынса Кронос ағалары титанды аталары тартарҙа бикләп тотҡан өсөн атаһынан үс алырға була. Атаһы Уран йоҡлап ятҡанда Кронос уны һуғып үлтерә һәм үҙе барлыҡ аллаларҙың батшаһына әйләнә. Кроностың балалары — Зевс етәкселегендәге аллалар титандар менән аяуһыҙ алыша һәм еңеү яулай. Еңеүселәр донъя өҫтөнән хакимлыҡты бүлешә.

Олимптауы Зевс етәкселегендәге ун ике юғары дәрәжәле алланың торлағы тип һаналған. Күк күкрәтеүсе Зевс аллаларҙың һәм кешеләрҙең батшаһы, Посейдон — диңгеҙ, һыу сығанаҡтары һәм йылғалар батшаһы, Аида — ҡараңғы ер аҫты батшаһы була. Гера — Зевстың ҡатыны — ғаилә һәм никахты яҡлаусы алиһә, Зевстың апаһы — Деметра — уңдырышлыҡ алиһәһе, икенсе апаһы — Гестия — йортто яҡлаусы алиһә була. Зевстың ҡыҙы — Афина һуғыш һәм аҡыл алиһәһе булып, белем һәм һөнәрҙәрҙе ҡурсалай.

Миф буйынса, Афина Зевстың башынан тулыһынса хәрби кейемдә — башына шлем кейгән һәм ҡулдарына ҡалҡан менән һөңгө тотҡан килеш тыуған. Һуғыш аллаһы — Арес. Гермес — башта малсылыҡ һәм көтөүселәрҙең бағыусыһы, һуңғараҡ олимп хоҙайҙарының хәбәр ташыусыһы, сәйәхәтселәр, сауҙагәрҙәрҙең ҡурсалаусыһы, сауҙа аллаһы, флейта һәм үлсәү сараларын уйлап табыусы, Артемида тәүҙә Ай һәм уңдырышлыҡ алиһәһе, хайуандарҙы һәм һунарҙы ҡурсалаусы булһа, һуңыраҡ ҡатын-ҡыҙҙар сафлығын һәм бала табыусыларҙы ҡурсалаусы була. Аполлон — Артемиданың ағаһы, ал ҡояш нурҙары аллаһы, мәғариф, медицина, сәнғәт, белем ҡурсалаусы, ул туғыҙ юлдаш - муза эйәртеп йөрөй. Зевстың тағы бер ҡыҙы — Афродита, ул Кипр утрауы янындағы диңгеҙҙең күбегенән сыҡҡан, мөхәббәт һәм гүзәллек алиһәһе.

Афродитаның билдәле булған иң боронғо һүрәттәре: Афродита Книдский ул Пракситель яһаған һүрәт (беҙҙең эраға тиклем IV быуат элек) һәм Венера Милосский (беҙҙең эраға тиклем II быуат элек), был һүрәттәр Париждағы Луврҙа һаҡлана. Алиһә Афродитаның ире -тимерсе Гефест. Дионис — хоҙайҙар араһында иң күңеллеһе, ул йөҙөм үҫтереүселәрҙе һәм шарап эшләүселәрҙе ҡурсалай, йыл аҙағында уның хөрмәтенә үҙенсәлекле ауыл хужалығы байрам-дионисий арналған. Был олимп аллаларынан тыш урындағы үҙ функциялары булған локаль аллалар күмәк булған.

Гректарҙың күҙаллауы буйынса аллалар кеше ҡиәфәтенә эйә булып, уларға кешеләрҙең теләге, уйҙары, тойғолары һәм хатта етешһеҙлектәре хас була. Унан улар аҡылы, ҡеүәте һәм матурлығы менән үҙҙәренә яҡынлашҡан кешеләргә ҡаты яза биргәндәр. Титан Прометей тураһындағы миф айырым урын биләй. Прометей — кешеләрҙе аллалар башбаштаҡлығынан һаҡлаусы. Прометей Олимп утын урлай һәм уның кешеләргә тапшыра, Бының өсөн уны Зевс ҡаяға бығаулап ҡуя һәм мәңгелек язаланыуға дусар итә. Аллалар тураһындағы мифтарҙан тыш геройҙар тураһында легендалар булған, шуларҙың иң яратҡаны ун ике батырлыҡ ҡылған Геракл тураһындағы легенда. Аллалар һәм геройҙар тураһындағы легендалар бөтөн циклға берләштерелгән, улар әҙәбиәт, драматургия һәм скульптуралар өсөн сюжет сығанағы булған.

Мифология менән йәнәш ғибәҙәт ғәмәле үҫешкән — улар ҡорамдарҙа доға уҡыуҙар һәм ҡорбан салыуҙар тураһында һөйләй. Һәр ҡаланың ҡурсалаусы аллаһы булған. Алиһә Афина Афина ҡалаһының ҡурсалаусыһы була.. Олимпия — Зевсҡа табыныу үҙәге булып, уға арнап бында спорт ярыштары Олимпия үткәргәндәр. Аполлондың изге урыны — Дельфы, унда билдәле дельфы күрәҙәсеһе (оракул) торған (оракул — изге урын, унда хоҙайға һорауҙар биреп, унан яуаптар алғандар). Гректар бында Ерҙең үҙәге, кендеге булған тип иҫәпләп, айырым бер таш ҡуйғандар.

Кешелекле образдары гармония менән һуғарылған грек мифологияһы, боронғо грек сәнғәте үҫеше өсөн уңдырышлы тупраҡ була. Боронғо грек мифологияһы боронғо рим мифологияһын формалаштырыуҙа хәл иткес йоғонто яһай. Яңырыу дәүерендә ул европаның мәҙәни процесына әүҙем индерелә. Әлегә тиклем уға ғилми, донъяны танып белеү, эстетик ҡыҙыҡһыныу кәмемәй.

  1. Отв. ред. И. М. Дьяконов История древнего мира / Под ред. И. М. Дьяконова, В. Д. Нероновой, И. С. Свенцицкой — «Наука», 1983. — Т. 1. — 384 с карт. б.
  2. Андреев Ю. В. Крито-микенский мир  (рус.). 16 май 2019 тикшерелгән.
  3. А. Д. Кошелев История и антиистория. Критика «Новой хронологии» академика А. Т. Фоменко.  (рус.). 13 май 2019 тикшерелгән.