Ғүмәров Илдар Ибраһим улы

театр актёры
(Илдар Ғүмәров битенән йүнәлтелде)

Ғүмәров Илдар Ибраһим улы (23 сентябрь 1958 йыл) — башҡорт театр актёры. 1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2019).

Ғүмәров Илдар Ибраһим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 сентябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Илсеғол ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө театр актёры, актёр
Эш урыны Башҡорт дәүләт академия драма театры
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт bashdram.ru/troupe/gumer…

Биографияһы

үҙгәртергә

Илдар Ибраһим улы Ғүмәров 1958 йылдың 23 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Илсеғол ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (педагогы Исрафилов Р. В.) тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында башлай.

1986 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Трагик, лирик, комик ролдәр уйнай. Автор-башҡарыусы, репертауарында халыҡ һәм эстрада йырҙары.

2019 йылда Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде[2].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

үҙгәртергә
  • Зөлҡәрнәй («Тиле йәшлек» — Абдуллин И.);
  • Кулыгин («Өс ҡыҙ туған» — Чехов А. П.);
  • Миловзоров («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
  • Нәҙир («Ҡара розалар» — Джамал С.);
  • Незнамов («Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» — Островский А. Н.);
  • Сит кеше (« Айгөл иле» — Кәрим М.);
  • Рәфис («Хушығыҙ» — Миңнуллин Т.);
  • Рәфис («Шаршамбы, шаршамбы!» — Миңнуллин Т.);
  • Ҡарт Баян («Яралы яҙмыш» — Асанбаев Н.);
  • Тәлғәт («Һөйгән йәр» — Байбулатов Р.);
  • Хәлил («Ғәлиәбаныу» — Фәйзи М.);
  • Шәрәф («Аҫылйәр» — Фәйзи М.).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1999)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1992)
  • Халыҡтар дуҫлығы ордены (2019)

Публикациялар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. СПИСОК награжденных(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 март 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә