Кливленд

АҠШ-тың Огайо штатындағы ҡала, Кайахога округының үҙәге

Кливленд (ингл.  Cleveland) — Америка Ҡушма Штаттарының ҡалаһы. Огайо штаты

Кливленд
ингл. Cleveland
Флаг
Flag of Cleveland, Ohio.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1796
Рәсми атамаһы Cleveland
Ҡушамат The Land[1] һәм The Forest City
Хөрмәтенә аталған Moses Cleaveland[d]
Дәүләт Flag of the United States (1795-1818).svg Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәге Кайахога[d]
Административ-территориаль берәмек Кайахога[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кайахога[d] һәм Эри
Хөкүмәт башлығы Frank G. Jackson[d]
Закондар сығарыу органы Cleveland City Council[d]
Халыҡ һаны 396 815 кеше (2010)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 199 ± 1 метр
Сәғәт бүлкәте Төньяҡ Америка көнсығыш ваҡыты[d]
Туғандаш ҡала Клайпеда[d], Искәндәриә, Брашов[d], Мишкольц[d], Мейо[d], Бахр-Дар[d], Бангалор[d], Кливленд[d], Фиери[d], Холон[d], Ибадан[d], Лима[d], Meanguera, Morazán[d], Бейт-Шеан[d], Любляна, Волгоград, Гданьск[3], Тайбэй[d], Виченца[d], Неттуно[d] һәм Братислава
Милке FirstEnergy Stadium[d] һәм Cleveland Stadium[d]
Майҙан 213,587322 км²[4]
Почта индексы 44101–44199
Рәсми сайт city.cleveland.oh.us​ (инг.)
Урынлашыу картаһы
Изображение печати/эмблемы
Коллаж
Урындағы телефон коды 216
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Кливленде[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Cleveland[d]
Commons-logo.svg Кливленд Викимилектә

Кливленд — Кайахог округының баш ҡалаһы (ингл.  Cuyahoga), Огайо штатында ҙурлыҡ буйынса икенсе ҡала. Эри күленең көньяҡ ярында, Каяхог йылғаһында, Пенсильвания штаты сигенә ҡарай яҡынса 100 км.көнбайышҡа урынлашҡан.

1796 йылда ҡалаға нигеҙ һалына һәм генерал Мозес Кливлендтың исемен ҡалаға ҡушҡалар (Cleaveland Moses), әммә урындағы гәзиттең опечаткаһы һөҙөмтәһендә «а» хәрефен төшөрөп ҡалдырғандар. Шулай итеп ҡала исеме барлыҡҡа килә[5].

Ҡала, күп ботакланған каналдар һәм тимер юлдары селтәре булған сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Ауыр сәнәғәт бөлгөнлөгө ҡалаға ауыр һуҡҡанға ҡарамаҫтан, Кливлендҡа үҙ иҡтисадын диверсифицировать итә. Хәҙер ҡала финанс, страховкалау һәм медицина хеҙмәттәрен күрһәтә.

2000 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 478 403 кеше. Был күрһәткес буйынса Кливленд Огайо штатында 2 урын ала, һәм бөтә ил буйынса 33 урын ала. Кливленд халыҡ һаны, бөтә ҡала эргәһендәге ҡалалар менән 2 250 871 кеше. Был күрһәткес буйынса Огайо штатында Кливленд беренсе урын, ә бөтә ил буйынса 23 урын ала.

ГеографияһыҮҙгәртергә

АҠШ бюроһының статистикаһы[6] буйынса, ҡала майҙаны 213.4 км² урын ала, уларҙың 201.0 км² ҡоро ергә, 12.4 км² — һыу ресурстарына төшә. Бөтәһе ҡаланың дөйөм майҙанынан 5,87 % һыу менән биләгән.

ТранспортҮҙгәртергә

1955 йылдан Кливлендта метрополитен эшләй. Линияларҙың дөйөм оҙонлоғо 54 км, станциялары һаны - 49, 3 линия.

Спорт командаларыҮҙгәртергә

  • Cleveland Indians — бейсбол командаһы
  • Browns Cleveland — америка футболы
  • Cleveland Cavaliers — баскетбол командаһы
  • Monsters Erie Lake — хоккей командаһы

УниверситтарҮҙгәртергә

Кливлендта күп университет һәм колледжтар урынлашҡан. Дәүләт университеты Clevelanбd State University (CSU) ҡала үҙәгендә урынлаша, һәм дүрт йыллыҡ программа тәҡдим иткән ҡала университеты булып тора.

Кейс Вестерн Резерв университеты (Reserve Case western University, CWRU) ҡаланың университеттар районында урынлаша һәм илдә, шулай уҡ сит илдәрҙә лә яҙшы танылған. Был шәхси университет, унда уҡыу менән дә , шулай уҡ тикшеренеү эштәре менән дә шөғөлләнәләр.

Кливленд сәнғәт институты (Institute of Art Cleveland) һәм Кливленд музыка институты (Institute of Music Cleveland) шулай уҡ ҡаланың университеттар районында урынлаша.

Шулай уҡ ҡалала Оhio Сollege of Рediatric Мedicine Cuyahoga Community College, Myers University һәм Ohio Technical College урынлашҡан.

МедицинаҮҙгәртергә

Кливленд АҠШ-ың медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты буйынса тәүге урындарҙың береһен биләй. Быны күп йәһәттән, унда бөтә донъяға билдәле Кливленд клиникаһы урынлашҡаны — кардиология обласында милли лидер, булыуы билдәләй.

МәҙәниәтҮҙгәртергә

  • Кливленд оркестры АҠШ - ның иң яҡшы симфоник оркестрҙарының береһе.
  • Зал һәм рок-н-роллдың музейы иң билдәле һәм абруйлы рок-н-ролл дәүеренең эшмәкәрҙәренә арналған .
  • Кливлендтың художество музейы үҙенең даими экспозицияһылары һәм ваҡытлы күргәҙмәләр менән билдәле.
  • Кливлендтың тәбиғи тарих музейы
  • [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9F%D0%B0%D1%80%D0%BE%D1%85%D0%BE%D0%B4-%D0%BC%D1%83%D0%B7%D0%B5%D0%B9_William_G._Mather William G. Mather] пароход-музейы

ЕнәйәтселекҮҙгәртергә

Рәсәй һәм сит илдәге тормош тураһындағы видеотаҫмалар серияһы авторы америкалы Керби Тим күп тапҡыр Кливленд ҡалаһындағы ауыр социаль шарттарға зарлана, уның белдереүенсә, ҡала «аҡ» һәм «ҡара» кварталдарына туранан тура бүленгән һәм расизм бик көслө. Был фактты, ул АҠШ - нан китеүнең төп сәбәптәренең береһе тип билдәләй.[7]

Һәм ысынлыҡта, Press Quitno Morgan төҙөгән АҠШ - ың милли рейтингы буйынса, 2008 йылда Кливленд иң криминаль ҡалаларҙың араһында 11 урында ине, ә 2009 йылда 8 - се урынға күтәрелә. Һәм шул уҡ ваҡытта, 2009-2010 йылдарҙа халыҡ һаны 100 - 500 мең кеше булған ҡалалар араһында, ҡала 6 - урында урынлаша[8].

АрхитектураҮҙгәртергә

Ҡалала бер нисә небоскреб урынлашҡан, шулай уҡ өс өй 200 метр билдәһенән аша. Ҡаланың иң бейек төҙөлөшө (һәм Огайо штатының) — Key Tower (289 метр), уның артынан Terminal Tower (235 метр) һәм 200 Square Public (201 метр).

КлиматҮҙгәртергә

Кливлендта дымлы континенталь климат, (Dfa ярашлы Кеппендың климат классификацияһы буйынса), АҠШ - ың күп өлөшөнә типиклы, бик йылы, дымлы йәй һәм һыуыҡ, ҡарлы ҡыш өҫтөнлөк итә.

Ваҡыты - ваҡыты менән, ҡалаға көслө йәшен менән эре боҙ борсаҡ менән, көслө елдәр һәм торнадолар ябырыла. Бындай ҡот осҡос тәбиғи күренештәр килеп сығыуы яҙ дауамында һәм иртә йәй дауамында барлыҡҡа килеүе ихтимал.

  • Уртаса йыллыҡ температураһы — +10,8 C°
  • Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 4,2 м/с
  • Уртаса йыллыҡ һауа дымлылығы — 71 %
Климат Кливленд
Күрһәткестәре Дек. Два. Март Апра. Май Июнь Июль Авг. Сена. Октябрь Ноябрь Декабрь Йыл
Абсолют максимумы, °C 22,8 23,3 28,3 31,1 33,3 40,0 39,4 38,9 38,3 32,2 27,8 25,0 40,0 Һауа температураһы, °C 1,3 3,1 8,1 15,1 20,8 25,9 28,1 27,1 23,3 16,8 10,4 3,5 15,3
Уртаса температура, °C -2,2 -0,8 3,6 9,9 15,4 20,7 23,1 22,2 18,3 12,1 6,6 0,2 10,8
Ул кәм тигәндә, °C -5,7 -4,7 -1 4,7 10,1 15,4 17,9 17,3 13,3 7,4 2,7 -3,1 6,2
Абсолют минимум, °C -28,9 -26,7 -20,6 -12,2 -3,9 -0,6 5,0 3,3 0,0 -7,2 -17,8 -26,1 -28,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 69 59 74 89 93 87 88 89 97 78 92 79 994
Сығанаҡ: һауа торошо һәм климат

Туғанлашҡан ҡалаларҮҙгәртергә

Кливлентың 20 туғанлашҡан ҡалалары бар[9]:

ИҫкәрмәҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә