Кокин Павел Владимирович

Павел Владимирович Кокин (21 июль 1974 йыл) — Рәсәй марафонсыһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997).

Кокин Павел Владимирович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 июль 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (49 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө еңел атлет
Спорт төрө Еңел атлетика
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2000[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Павел Владимирович Кокин 1974 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Тирлән ауылында тыуа. Нефтекама ҡалаһы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә А. А. Хаҡов етәкселегендә тәрбиәләнә. 1996 йылда үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы. Юғары белемле, 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының физик культура факультетын тамамлай (ФФК)[2]. Павел Владимирович Кокин 1999 йылда үткән марафонда Рәсәй чемпионатының көмөш һәм ярым марафонда бронза призёры була. 2003 йылғы ярым марафонда Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ була.

2000 йылдан алып Рәсәй йыйылма командаһы составында. Тренер Г. Н. Алексеев етәкселегендә күнекмәләр үтә. 2000 йылғы Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша, 26-сы урын ала[3].Павел Владимирович Кокин Америка Ҡушма Штаттарының Кливленд ҡалаһында үткән марафонда иң яҡшы - 2:10.29 һөҙөмтәһен күрһәтеп, еңеүсе була[4]. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң Башҡортостан Республикаһы Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең спортсы-инструкторы, ә һуңынан тренеры булып эшләй.

Павел Владимирович Кокин 1992-2000 йылдарҙа Рәсәй Армияһы өсөн сығыш яһай. Ауырлығы — 71 кг, буйы −185 см.

Наградалары үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы[5].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Pavel Kokin // https://worldathletics.org/athletes/-/14222699
  2. Республика Башкортостан//СПОРТ :Пятнадцатилетний факультет .Возраст «детский», но вклад уже ощутимый: Сегодняшние студенты факультета физической культуры (ФФК) Башгоспедунивер… 2014 йыл 2 февраль архивланған.
  3. Pavel Kokin Bio, Stats, and Results | Olympics at Sports-Reference.com 2012 йыл 16 декабрь архивланған.
  4. Лучшие бегуны России 2000
  5. УКАЗ Президента РБ от 15.12.2000 № УП-752 «О НАГРАЖДЕНИИ ПОЧЕТНОЙ ГРАМОТОЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН СПОРТСМЕНОВ, ТРЕНЕРОВ И РАБОТНИКОВ ФИЗИЧЕСКОЙ КУЛЬТУРЫ»

Сығанаҡтар үҙгәртергә