Сафин Миңләхмәт Сафа улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры

Сафин Миңләхмәт Сафа улы (рус. Сафин Минниахмет Сафич (Сафиевич) 21 июль 1906 — 29 октябрь 1981) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Сафин Миңләхмәт Сафа улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 21 июль 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Ҡыйғы
Вафат булған көнө 29 октябрь 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Үрге Ҡыйғы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Сафин Миңләхмәт Сафа улы 1906 йылдың 21 июлендә хәҙерге Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында тыуа. 1918 йылдан Ҡыйғы районы биләмәһендә эшләй. 1937 йылда Үрге Ҡыйғы район-ара Автотракторсбыт ойошмаһы мөдире, 1940 йылдан район урман сәнәғәте хужалығы директоры булып эшләй. 1941 йылдың 30 ноябрендә Ҡыйғы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16 гвардия кавалерия дивизияһы 148‑се айырым ат-артиллерия полкында отделение командиры һәм автопарк парторгы булып хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң 1946 йылдан Ҡыйғы Автотракторсбыт бүлеге директоры, 1948 йылдан район советы башҡарма комитетының юл бүлеге мөдире вазифаһында, 1965—1966 йылдарҙа универмагта мейес яғыусы булып эшләй.

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), «Батырлдыҡ өсөн» (1945), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1944) һ.б. менән бүләкләнгән[1]. Дивизия частарының Көнбайыш Польшала һөжүм итеү һуғыштарында автопарк парторгы булараҡ Сафин Миңләхмәт Сафа улы шәхси составты юғары патриотик рухта тәрбиәләй, был яугирҙарҙа ауыр оҙайлы марштарҙа бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп үтергә һәм дивизия частарына аҙыҡ-түлекте, һуғыш кәрәк-яраҡтарын ваҡытында еткереп тороуға булышлыҡ итә. Подразделениеның 1945 йылдың 27 февралендәге бойороғо менән ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2]. Ҡыҙылармеец Сафин Чернигов, Мозыр ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, машиналарҙы ваҡытында яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә, был һөжүм итеү ваҡыттарында һуғыш кәрәк-яраҡтарын үҙ ваҡытында еренә еткереүгә мөмкинлек бирә. Подразделениеның 1944 йылдың 13 февралендәге бойороғо менән ул «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Ветеран 1981 йылдың 29 октябрендә тыуған ауылында вафат була һәм ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә