16 октябрь
көнө
(16 октября битенән йүнәлтелде)
16 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 289-сы көнө (кәбисә йылында 290-сы). Йыл аҙағына тиклем 76 көн ҡала.
16 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 октябрь Викимилектә |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Босс (төрлө кимәл етәксе) көнө.
- Аллергологтар көнө.
- БМО: Анестезиологтар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының тәүтикшереү хеҙмәте көнө.
- Әрмәнстан: Әрмән матбуғаты көнө.
- 1919: Башҡортостандың хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ойошторола.
- 1929: Тажик ССР-ы ойошторола.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Положенцев Пётр Артемьевич (1900—30.08.1982), зоолог-ғалим. 1935—1949 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, зоология кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1944). РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1945) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Сергиевский районы Ҡарабай ауылынан.
- Вәхитов Рөстәм Ринат улы (1970), философ-ғалим, шағир һәм прозаик. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1996), доцент. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Йәнекәев Вил Ғүмәр улы (1936), инженер-механик-ғалим. 1962—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты, 1967 йылдан — хәҙерге Санкт-Петербург аграр университеты (Пушкин ҡалаһы) уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—2003 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1985—2013 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм АСК-ны мәғлүмәт менән тәьмин итеү кафедраһы мөдире. Дуҫлыҡ (2001) һәм Почёт (2006) ордендары кавалеры. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Паращенко Владимир Михайлович (1936), инженер-ғалим. 1962 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1976 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 1986 йылдан — генераль директор, 1998 йылдан — консультант, 2005 йылдан генераль директорҙың кәңәшсеһе, бер үк ваҡытта 1988–2001 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологиялары кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1994). СССР Министрҙар Советы премияһы (1991) һәм Н. Е. Жуковский исемендәге премия (1994) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1994), «Почёт Билдәһе» (1980) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Хәйретдинов Ринат Ингел улы (1971), педагог, муниципаль хеҙмәткәр. 2004—2009 йылдарҙа Күмертау ҡала хакимиәтенң физик культура буйынса комитет рәйесе, эштәр идарасыһы, 2010 йылдан Күмертау ҡалаһының «Вымпел» спорт үҙәге директоры. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002) һәм Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кирәев Марат Солтан улы (1947—2006), эшкәртеү өлкәһе хеҙмәткәре. 2000—2006 йылдарҙа «Учалы-һөт» предприятиеһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рәхмәтуллин Ғәлей Рәхмәтулла улы (1952), электромонтёр. 1972—2012 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Сибай электр селтәрҙәренең Хәйбулла район бүлеге электромонтёры, бер үк ваҡытта 1990—2012 йылдарҙа Бүребай подстанцияһы диспетчеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2000). Сығышы менән Бүребай ауылынан.
тулы исемлек
- Хажиев Рамис Хәбибйән улы (1952), нефтсе. Нефть продуктарын торбанан үткәреү буйынса Урал берекмәһенең элекке баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Абдуллин Марат Ибраһим улы (1948), химик-ғалим. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986—1989 йылдарҙа химия факультеты деканы, 1996 йылдан — техник химия кафедраһы мөдире, 2000—2011 йылдарҙа — химик технология факультеты деканы. Химия фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2004), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1981). Яҙыусы һәм драматург Ибраһим Абдуллиндың улы.
- Зәйнетдинова Римма Әлтәф ҡыҙы (1948), табип. 1973 йылдан Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының акушер-гинекологы, бүлек мөдире, баш табип урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Гөлфиә Янбаева (1953), журналист, йәмәғәтсе. «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм 2002 йылдың ноябрь айынан баҫманың алмаштырғыһыҙ баш мөхәррире. III һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы һәм рәйес урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Спиридонова Мария Александровна (1884—11.09.1941), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 йылдан Социал‑революционерҙар (эсерҙар) партияһы ағзаһы. 1931—1937 йылдарҙа Өфөлә сәйәси һөргөндә булғанда СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан контораһы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Тамбов ҡалаһынан.
- Славинский Пётр Михайлович (1899—2.05.1977), дирижёр. 1938—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, театрҙың симфоник оркестрын ойоштороусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1944) артисы. Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Костин Александр Александрович (1949—14.10.2011), график. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. 1983 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире, 1992—2004 йылдарҙа — рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан
- Тажиев Риф Рәхим улы (1949), педагог, йәмәғәтсе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бәширов Мусса Ғүмәр улы (1954), инженер-электромеханик-ғалим. 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалы уҡытыусыһы, кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән хәҙер Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған Кесе Аллағыуат ауылынан.
- Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы 1979), спортсы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1854: Оскар Уайльд, Ирландия шағиры.
- 1863: Джозеф Остин Чемберлен, Англия сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1873: Лев Чугаев, Рәсәй империяһы химигы.
- 1888: Юджин О’Нил, АҠШ драматургы.
- 1908: Әнүәр Ходжа, социалистик Албанияның 1944—1985 йылдарҙағы етәксеһе. Албанияның Халыҡ Геройы.
- 1948: Хема Малини, Һиндостан актрисаһы («Зита һәм Гита»).
- 1961: Евгений Хавтан, «Браво» төркөмө йырсыһы.
- 1968: Илья Лагутенко, «Мумий Тролль» төркөмө йырсыһы.
- 1970: Андрей Тихонов, Рәсәй футболсыһы һәм тренеры.
- 1972: Дарюс Каспарайтис, Рәсәй хоккейсыһы.
- 1774: Роберт Фергюссон, Шотландия шағиры.
- 1879: Сергей Соловьев, Рәсәй империяһы тарихсыһы.
тулы исемлек
- 1938: Ғайнан Хәйри, башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист.