Паращенко Владимир Михайлович

Паращенко Владимир Михайлович (16 октябрь 1936 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1986—1998 йылдарҙа «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1994). Рәсәй Федерацияһы Транспорт академияһының мөхбир ағзаһы (1993).

Паращенко Владимир Михайлович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Невель[d], Великолукский округ[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 сентябрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе коронавирусная инфекция COVID-19[d]
Һөнәр төрө инженер-конструктор, механик
Уҡыу йорто Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2021
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Дуҫлыҡ ордены премия Совета Министров СССР орден преподобного Сергия Радонежского III степени Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Владимир Михайлович Паращенко1936 йылдың 16 октябрендә  Невель ҡалаһында (хәҙерге Псков өлкәһе) тыуған.

1966 йылда  Өфө авиация институтын тамамлай.

1951 йылдан 1956 йылға тиклем Советск ҡалаһында 18-се һанлы Мосэнерго дәүләт энергия станцияһында  токарь уҡыусыһы,  кочегар, ҡаҙан машинисы булып эшләй; 1960 йылдан  Өфө нефть институтында лаборант; токарь, көйләүсе, мастер, начальник урынбаҫары, цех начальнигы, 1976 йылдан — ҡойоу производствоһы буйынса директор урынбаҫары, 1986—1998 йылдарҙа — генераль директор, 1998 йылда — иҡтисад мәсьәләләре буйынса консультант, 2005 йылдан — ОАО «УМПО» аҡһаҡалдар советы генераль кәңәшсе-рәйесе, 1990 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университетында бер үк ваҡытта «Машиналар һәм ҡойоу технологияһы производствоһы» кафедраһы профессоры.

10-ға яҡын фәнни эштең һәм ике уйлап табыуҙың авторы. Паращенконың  фәнни  өлкәлә ҡыҙыҡһыныуҙары  — ҡойоп етештереү технологияһын үҫтереү. Уның ҡатнашлығында  предприятиела АЛ—31СТ турбиналы двигателдәр, ҡаргиҙәрҙәр, «Урал» мотоблоктары һ.б. эшләп сығарыла.  

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Ресрубликаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе
  • СССР министрҙар Советы премияһы (1991)
  • Н. Е. Жуковский исемендәге премия (1994)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975), «Почёт Билдәһе» ордены (1980), Дуҫлыҡ ордены (1995), миҙалдар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә