Абдуллин Марат Ибраһим улы
Абдуллин Марат Ибраһим улы — (16 октябрь 1948 йыл, СССР, РСФСР, БАССР, Шаран районы, Шаран) — химик, БДУ профессоры (1989), РФ Технология фәндәре Академияһы ағза-корреспонденты, химия фәндәре докторы (1988), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2004), РФ Юғары һөнәри мәғарифының почетлы хеҙмәткәре (2001), СССР уйлап табыусыһы (1981).
Абдуллин Марат Ибраһим улы | |
Тыуған көнө |
16 октябрь 1948 (76 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Эшләгән урыны |
БДУ деканы |
Ғилми дәрәжәһе |
химия фәндәре кандидаты |
Биографияһы
үҙгәртергәБашҡорт АССР-ның Шаран районы үҙәге Шаран ауылында тыуған. 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай. 1974 йылдар алып ошо юғары уҡыу йортонда эшләй. 1986 1989 йылдарҙа химия факультеты деканы вазифаһын атҡара. 1996 йылдан башлап техник химия фәндәре кафедраһы мөдире була. 2000—2011 йылдарҙа химия-технология факультеты деканы.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, драматург Ибраһим Абдуллиндың улы.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр берләшмәләр химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә, сәнәғәттең электротехника, автомобиль, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡтары өсөн полимер материалдар эшләүгә арналған.
30‑ҙан ашыу полимер композициялы материал, шулай уҡ уларға химикат‑өҫтәмәләр эшләй, уларҙың 20‑һе «Авангард», «Каустик», «Уфимкабель» предприятиеларында етештереүгә индерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/239 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
- http://www.bashedu.ru/ba/khimika-tekhnologiya-fakultety-turakhynda 2019 йыл 7 ноябрь архивланған.