Мең (меңле) — башҡорт ҡәбиләһе.

Мең

Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 100 меңдән ашыу (баһалама)[1]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көньяҡ диалектының дим һәм өршәк һөйләштәренә ҡарай[2][3].

«Мең» этнонимы мең («тысяча») һанынан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә[4].

«Дәфтәр-и Сыңғыҙнамә» составына ингән «Ҡысса-и Сыңғыҙхан» дастанына ярашлы, Сыңғыҙхан мең ҡәбиләһе башлығына «Мең Һаҙаҡлы Урҙас-бей» тип мөрәжәғәт итә. Ж. М. Сабитов буйынса, «мең» этнонимы ҡәбилә башлығы Урҙас-бейҙең «Мең Һаҙаҡлы» («Тысячеколчанный») лаҡабынан барлыҡҡа килгән. Г. Е. Грум-Гржимайло гипотезаһына ярашлы, тыва халҡы составындағы меңгәт (мингат) этнонимы аҫтында билдәле булған төп ырыу атамаһының бер өлөшөн «мең» атамаһы тәшкил итә, бында -әт (-ат) — күплек ялғауы булып тора. Шул уҡ ваҡытта этнонимдың монголдарҙың «маңғыт» ҡәбиләһе атамаһынан барлыҡҡа килеү версияһы кире ҡағыла, сөнки һуңғы «Сокровенное сказание»һы —ла телгә алынған «Маңғытай» антропонимынан барлыҡҡа килгән[4].

Мең этнонимы шулай уҡ ҡырғыҙҙар, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән[5].

Ырыу составы

үҙгәртергә

Р. Ғ. Кузеев буйынса мең ҡәбиләһе 7 ырыуҙан тора[6]:

  • ҡобау-мең
  • күл-мең
  • ҡырҡөйлө-мең
  • мең
  • меркет-мең
  • ҫыбы-мең
  • ҫарайлы-мең

Хәҙерге тикшеренеүселәр ҡобау һәм меркеттәрҙе айырым башҡорт ҡәбиләләре тип билдәләй[7][8].

Меңлеләр ҡәбилә булып боронғо төрки дәүерҙә (VI—VIII бб.), уғыҙ берләшмәһе тупланған Саян-Алтай төбәгендә ойошҡан[9].

Боронғо төрки мифологияһына ярашлы, төркиҙәрҙең ата-бабаһы Яфестың (Яфаның) 8 улдарының береһенең исеме Мең булған. Риүәйәттәрҙә меңлеләрҙең боронғо ата-бабаларының (Төклө-ата, Сәсле-ата, Ҡорсоба-ата) Алтайҙағы эпик батырлыҡтары, «оло һуғыштар» арҡаһында яңы ерҙәргә күсенеүе сағыла. XIX быуатта С. Ғ. Мирасов тарафынан табылған шәжәрәгә ярашлы, меңлеләр һундарҙың Баламир ханын үҙенең ата-бабаһы тип иҫәпләгән. Меңлеләрҙең фольклоры уларҙың ата-бабалары Мәүернаһрҙан килгән тип хәбәр итә. «Мең һаҙаклы Урҙас бей» ҡушаматлы меңлеләрҙең башлығы Санаҡлы яҡынса XIV быуаттың уртаһында Мәүернаһр хакимдарының береһе булған, ул үҙ-ара һуғыштар арҡаһында үҙенең ҡәбиләһе менән Уралға күскән. Ауыҙ-тел ижадында Урҙас бейҙең исеме Урта Азия, Сырдаръя йылғаһы үҙәне менән бәйләнә[10]. Р. Ғ. Кузеев буйынса Санаҡлының ҡушаматы «Урҙа» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Бынан сығып уның ғәскәре Мең һаҙаҡлы урҙа — Мең уҡсылы ғәскәр тип аталырға һәм ваҡыт үтеү менән «Урҙа» һүҙе халыҡ телендә Урҙас исеменә әүерелергә мөмкин тип фараз итергә була[11].

XII—XIII быуаттарҙа меңлеләр күп ҡәбиләле ҡыпсаҡ донъяһының бер өлөшө булып торған. XIII быуатта киң территорияла Алтын Урҙа дәүләте барлыҡҡа килә. XIV быуатта меңлеләр ҡатай ҡәбиләһе менән тығыҙ бәйләнештә була. Был осорҙа улар бергәләп көнбайыш Башҡортостанда, башлыса Ыҡ йылғаһының түбәнге ағымы буйында, шулай уҡ Зәй, Минзәлә һәм Сөн йылғалары буйлап көн итәләр. Ҡобау ырыуы башҡорттары үҙҙәренең туған яғы тип, ҡатайҙар һәм ҡошсолар кеүек, Мәләкәҫ тигән урынды атайҙар. Улар буйынса был урын Ыҡ йылғаһы аръяғында урынлашҡан. Ҡобауҙарҙың бер араһы мәләкәҫ-ҡобау тип атала. Күл һәм суби ырыуҙары риүәйәттәре ата-бабаларының «боронғо ерҙәре» тип Ыҡ буйы үҙәнен күрһәтә. Риүәйәттәр буйынса күл-меңлеләр Дим буйына Ҡунҡас һәм Иштәкә[12] аҡһаҡалдар етәкселегендә күсә[13].

XIV быуаттан, башҡорт ҡәбиләләре Бөгөлмә ҡалҡыулығынан әүҙем күсеше осоронда, мең ырыуҙары ҡатайҙар артынан Ағиҙел аша үтеп Ағиҙел-Ҡариҙел йылғалары араһының көньяҡ өлөшөн биләй, артабан Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙелгә ҡойған ерҙәр тирәһендә төйәкләнә. Риүәйәттәргә ярашлы, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының үҙәк өлөшө, Өфө ҡалаһы тирәһе менән бергә, меңлеләрҙең аҫаба ерҙәре була. 1480-се йылдарҙан Башҡортостандың күп өлөшө Нуғай Урҙаһы составына буйһона башлай, нуғай наместнигы башҡорттар менән Имән (Өфө) ҡалаһынан идара иткән[14]. XV быуатта меңлеләр Дим үҙәнендә йәшәһәләрҙә, Нуғай Урҙаһы хакимлыҡ итеүе осоронда был ерҙәр өсөн низағтар булғылай һәм бында хәл тотороҡһоҙ була. XVI быуат уртаһында меңлеләр, юрматылар һәм башҡа башҡорт ҡәбиләләре менән берлектә нуғайҙарға ҡаршы асыҡ көрәш юлына баҫалар. Был көрәш барышында меңлеләр тулыһынса Дим һәм Өршәк йылғалары үҙәндәрендә урынлашалар[13]. Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда, Минзәлә йылғаһы буйында йәшәүсе ҫарайлы-мең ырыуы вәкилдәре Ҡазан ханына хеҙмәт иткән[15].

Дим буйында йәшәүсе меңлеләр көньяҡ-көнбайышта — йылан, көнбайышта — ҡаңлы, төньяҡ-көнбайышта — ҡаршын, төньяҡта — көҙәй һәм ҡобау, төньяҡ-көнсығышта — табын (бишул, табын, йомран-табын һәм дыуан-табын), көнсығышта — меркет, көньяҡ-көнсығышта — юрматы ҡәбиләләре уларға күрше була[16]. Минзәлә үҙәнендә йәшәүсе ҫарылы-мең ырыуының күршеләре — байлар һәм ирәкте ҡәбиләләре[17].

Көньяҡ-көнбайыш йәғни Дим башҡорттарына меңлеләрҙән башҡа ырыуҙарҙа ҡарай. Күл-мең башҡорттары 1706 йылда Иҫәт провинцияһынан үҙҙәренең «боронғо ерҙәренә» ҡайтҡан һалйоттарҙы керҙертәләр[18]. Ил-күл-мең ырыуы ерҙәрендә бөрйәндәр Сәтәй-Бөрйән һәм Миәкәбаш ауылдарын нигеҙ һалалар, шулай уҡ Илсеғол һәм Тәүәтәй ауылыдары халҡының бер өлөшө бөрйән ҡәбиләһе вәкилдәре тәшкил иткән. Ҡырҡ-өйлө-мең ырыуы ерҙәрендә бөрйәндәр Дүртөйлө, Көрмәнкәй, Итҡол, Исмәғил ауылдарын нигеҙләйҙәр. Яйыҡ-cуби-мең ырыуы ерҙәрендә ҡыпсаҡтар тарафынан Ҡыпсаҡ-Асҡар, Бәләкәй Ҡыпсаҡ һәм Һарыш ауылдарына нигеҙ һалалар. Асылыкүл тирәһендәге ҡырҡ-өйлө-мең ырыуы һәм ҡаңлы ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәрендә табындар Мәкәш, Буранғол, Ҡыҙрас ауылдарын нигеҙләйҙәр. Ил-күл-мең ырыуының аҫаба ерҙәрендә тамъяндар — Тамъян-Таймаҫ, Ҡолтай-Ҡаран һәм Ереклекүл ауылдарына нигеҙ һала, ә һуңғыһына Минзәлә өйәҙенән килгән ҫарайлы-мең башҡорттары керҙәш булып төйәкләнгәндәр. XVIII быуаттың беренсе яртыһында ил-күл-меңлеләр үҙ аҫаба ерҙәренә ғәйнә башҡорттарын керҙерәләр, улар Гәйнәямаҡ һәм Мәнәүез-Мәскәү ауылдарына нигеҙ һалалар[19].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, XVI быуатта мең башҡорттары Башҡортостандың барлыҡ тиерлек көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләүҙәрен раҫлаусы аҫабалыҡ грамоталар алалар. Ҡәбиләнең ерҙәре Нуғай даруғаһы составында Мең улусын барлыҡҡа килтерә. Дим башҡорттарының мөрәжәғәте буйынса батша Алексей Михайловичтың 1646 йылдың 15 авгусындағы грамотаға ярашлы Мең улусы 11 өлөшкә бүленә. Һәр бер түбәгә етәкселек иткәндәр: 1) Тепергул Асанов «с товарищи», 2) Ураҙлы Урманов, 3) Айымбәт, Баҡый, Байымбәт Теренғоловтар, 4) Кумары Курясмаков, Кельтей Узряк, 5) Сихамбет, 6) Ахымбет Теперғолов, 7) Токомчик Супин, 8) Тоҡомбәт Теренғолов, 9) Ҡәҙерғол Баҡаев, 10) Аҡымбәт, 11) Кулка, Баҡай Нәҙерғоловтар[20].

Әммә аҫаба биләмәләр сиктәренең аныҡ итеп билдәләнмәлеүе, бихисап бәхәстәр тыуҙырған. Шунлыҡтан меңле башҡорттары үҙ ерҙәрен үҙ-ара килешеп яңынан 11 өлөшкә бүлгән. Был бүленеш 1671 йылдың 9 февралендә батша Алексей Михайлович тарафынан раҫлана. Уртаҡ аҫаба ерҙәрҙе бүлеүҙә Мең улусы башлығы кенәз Ҡәнзәфәрҙең 4 улы — Козябахты, Дистан, Кудабахты, Ҡоҙаш-кенәз һәм Сөплөктең 4 улы — Яйыҡ-Ҫыбы, Ҡадир-Ҫыбы, Меңле-Ҫыбы һәм Иҙел-Ҫыбы, һәм шулай уҡ Ураҙлы Урманов, Мәмбәтҡол Теникеев һәм Аҡҡонды Аҡманов ҡатнашҡан[21]. Һуңыраҡ Кузябахтының ерҙәре — Мең улусы, Дистандың ерҙәре — Ҫарайлы-Мең улусы, Ҡоҙабахтының ерҙәре — Суби-Мең улусы, Ҡоҙаштың ерҙәре — Өршәк-Мең улусы, Яйыҡ-Ҫыбының ерҙәре — Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы, Ҡадир-Ҫыбының ерҙәре — Бәғәнәш-Мең улусы; Иҙел-Ҫыбының ерҙәре — Слю-Мең улусы; Аҡҡондо Аҡмановтың ерҙәре — Меркет-Мең улусы; Меңле-Ҫыбының ерҙәре — Күл-Ил-Мең улусы; Мәмбәтҡол Теникеевтың ерҙәре ерҙәре — Илекәй-Мең улусы тип атала башлай[20].

Мең башҡорттарының аҫаба ерҙәре заводчиктар, аҡһөйәктәр, чиновниктар, крәҫтиәндәрҙең баҫып алыуы һәм хөкүмәт тарафынан конфискациялау һөҙөмтәһендә, һәм тағы ла керҙәшлеккә биреү арҡаһында, йылдан йыл кәмей бара. Әүҙем баш күтәреүселәрҙең дә аҫаба ерҙәрен тартып алалар[22].

XVIII быуат уртаһында П. И. Рычков Мең улусы составында 11 аймаҡты теркәй: Ҫыбы (Субинский), Ҡырҡ-Өйлө (Кыркулинский), Яйыҡ-Ҫыбы (Яиксубинский), Күл-Ил-Мең (Кули-Минский), (Слы-Минский), Нуғай-Мең (Нагайляр-Минский), Меркет (Меркитский), Өршәк-Мең (Уршак-Минский), Ҫарайлы (Саралинский), Ҡобау (Кубовский), Ыҡ-Мең (Ик-Минский)[23]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына ҡарай, мең башҡорттары улустары составында 1102905 диҫәтинә ер була[20].

Меңлеләр барлыҡ башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашалар. Ҫыбы-Мең аймағы башлығы Ишәле Ҡайҙалин, шулай уҡ Әлшәй батыр 1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙың етәксеһе Килмәк Нурышевтың көрәштәштәренең береһе булғандар. Аса Атаев баш күтәреүселәрҙең лидерҙарының береһе Төлкөсура Алдағоловтың көрәштәше булған. 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы барышында, ихтилал етәкселәре араһында Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы тарханы һәм старшинаһы Әлибай Мырҙағолов була, ә Ҫыбы-Мең улусы старшинаһының ярҙамсыһы Тура Ишәлин Өфөнө ҡамауға алыуҙың етәкселәренең береһе була. Баш күтәреүселәр араһында Өршәк-Мең улусы старшинаһы Ибраһим Мираҫов, Илекәй-Мең улусы старшинаһы Илсеғол Таймаҫов, Бәгәнәш-Мең улусы старшинаһы Рахманғол Яҡупов, Күл-Иле-Мең йөҙбашы Буҙан Смаҡов[24] була. Шулай уҡ меңлеләр Рус дәүләте ғәскәре составында күп кенә һуғыштарҙа, шул иҫәптән Азов һәм Ҡырым яуҙарында, Төньяҡ һәм Ете йыллыҡ һуғыштарҙа, 1771—1773 йылдарҙағы Польша походында, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм башҡаларҙа ҡатнашалар. Наполеон һуғыштарында ҡатнашҡан иң данлыҡлы башҡорт яугиры мең ҡәбиләһе вәкиле подпоручик Әйүп Ҡәйепов[25] була. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан Әйүп Ҡәйепов күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө бүләктәргә лайыҡ була, шул иҫәптән императорҙың үҙенән орден ала[26], ә һуғыш тамамланғандан һуң уға дворянлыҡ хоҡуғы бирелә[27].

Һуңыраҡ Мең улусы ерҙәре Ырымбур губернаһының Бәләбәй, Минзәлә, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙҙәр Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 2-се, 3-сө (4-се), 5-се, 7-се (8-се, 9-сы), 8-се (7-се, 8-се), 9-сы (10-сы) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡарай[28].

1917 йылғы февраль инҡилабынан һуң башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте көслө һулыш ала, Башҡортостан автономияһы ойошторола. 1918 йылдың 20 февралендә Әлшәй (хәҙерге Раевка ҡасабаһы) ауылында «Башҡортостан штатын ойоштороу» буйынса съезд уҙғарылырға тейеш була, әммә уға Өфө губернаһы властары ҡаршы төшә. Меңлеләрҙең Өйҙөрәкбаш ауылынан сыҡҡан генерал-лейтенант Хажиәхмәт Ишбулатов 1918 йылда Башҡорт корпусының командиры була. 1920 йылда Өфө губернаһында тоҡанған «Ҡарағош яуы» барышында, ихтилалсылар халыҡты Автономиялы Башҡортостан Совет Республикаһына ҡушылырға саҡырғандар, ә 1 мартта баш күтәреүселәр Бәләбәй ҡалаһын баҫып алалар. 1921 йылдың июлендә уҙған АБСР Советтарының II съезына Бәләбәй өйәҙенең башлыса меңлеләр йәшәгән 17 улусынан делегация килә, улар Башҡортостанға ҡушылыуҙы даулайҙар, 1922 йылдың 14 июнендә Өфө губернаһы территорияһы республика составына ҡушыла[29].

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Меңле ҡәбиләһе башҡорттары Дим йылғаһы бассейнының киң территорияһын биләй. Йәнә Өршәк йылғаһы үҙәне, Асылыкүл һәм Ҡандракүл күлдәре араһындағы Сәрмәсән йылғаһының үрге ағымы, Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының түбәнге ағымы ерҙәрендә йәшәй. Хәҙерге ваҡытта был территория административ рәүештә Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Дәүләкән, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө, Шишмә һәм Әлшәй райондарына ҡарай. Минзәлә йылғаһының үҙәне шулай уҡ мең ҡәбиләһе тупланып йәшәгән урындарының береһе булып тора. Хәҙерге ваҡытта был ерҙәр административ рәүештә Татарстан Республикаһының Сарман һәм Туҡай райондары составына керә. Меңлеләр башҡа башҡорт ҡәбиләләре вәкилдәре менән берлектә Туҡ, Оло һәм Кесе Соран, Һамар, Быҙаулыҡ, Кәмәлек һәм Оло Ырғыҙ йылғалары территорияһын биләй. Хәҙерге ваҡытта был ерҙәр административ рәүештә Һамар өлкәһенең Оло Глушица һәм Оло Чернигов райондары, Һарытау өлкәһенең Перелюб һәм Пугачёв райондары, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейск районына ҡарай[30][31].

Тораҡ пункттар[32][33][34][30]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Ауырғазы районы Уҫман (Ҡаҙморон), Уҫман (Яңы Уҫман)
Благовар районы Баштирмә, Болошло, Иҫке Уҫман, Өйҙөрәкбаш, Һарайлы (Ҫарайлы, Моталап), Шәмәй
Благовещен районы Яңы Меңйетәр, Яңы Турбаҫлы
Бәләбәй районы Яңы Һарай (Яңы Ҫарайлы)
Дәүләкән районы Ғүмәр, Дәүләкән, Иҫке Мерәҫ, Иҫке Шәрип, Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол, Ҡаҙырғол, Ҡоръятмаҫ, Мәкәш, Хөсәйен, Яңы Аҡҡолай, Яңы Йәнбәк, Яңы Мерәҫ, Яңы Хөсәйен, Яңы Шәрип, Яңы Яппар, Яппар-Йәнбәк
Иглин районы Иҫке Ҡарашиҙе, Меңйетәр, Һарт-Лабау
Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Йәнбәк (Йәнбәк), Иҫке Муса, Яңы Муса
Миәкә районы Баязит, Биҡҡол, Боғҙан, Елдәр, Илсеғол, Исламғол, Йәнәби-Урсай, Кесе Кәркәле (Кәркәлетамаҡ) Күл-Ҡуңҡаҫ, Кәркәле, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ, Ҡарыш, Миәкәбаш (2-се Миәкәбаш), Нарыҫтау, Сатай, Сатый, Сафар, Сирәштамаҡ, Сурай, Туҡһанбай, Шатмантамаҡ, Яңы Илсеғол, Әбеш, Яңы Балғажы, Яңы Әбеш
Өфө районы Иҫке Турбаҫлы, Яңы Ҡарашиҙе
Шишмә районы Бабик, Бигиш, Биҡҡол (Опто-Биҡҡол), Борискин, Илкәш (Сарт-Хәсән), Иҫке Уҫман, Күсем, Ҡара Яҡуп, Өйҙөрәк, Суҡраҡлы, Түбәнге Тирмә, Түбәнге Хәжәт, Уҙытамаҡ, Урта Хәжәт, Үрге Тирмә, Үрге Хәжәт, Һабыр, Әлбәй, Ябалаҡлы (Иҫке Ябалаҡлы), Яңы Опто, Яңы Уҫман, Яңы Һабыр, Яңы Ябалаҡлы
Әлшәй районы Алдар, Балғажы, Баязит, Бәләкәй Аҡҡолай, Бәләкәй Әбдрәшит (Бәләкәй Туҡтар-Әбдрәшит), Дим, Иҙрис, Иҫке Аҡҡолай, Иҫке Сәпәш, Ҡаҙбай-Әбдрәшит, Ҡармыш, Ҡунҡаҫ (2-се Яңы Ҡунҡаҫ), Раевка (Әлшәй), Себенле (Ҫыбынны), Сурай, Сураҡай, Ташлы, Таштүбә, Туҡтар-Әбдрәшит, Туҡтар отрубы, Һарай (Ҫарайлы), Әбдрәшит, Яңы Балғажы, Яңы Сәпәш
Татарстан Сарман районы Иҫке Имән (Имән, Кутусаз), Ҡарашай-Саҡлау, Саҡлаубаш, Сарысаз-Тәкермән, Сөлөк, Ҫарайлы (Ҫарайлы-Бикмәт), Өсөйлө-Саҡлау (Сулысаклау), Чураш (Саклау-Сураш), Чукмарлы (байлар ырыуы менән бергә)
Туҡай районы Иҫке Абдул (Абдул), Ҡазаҡлар, Ҡыуаҙы (Юғары Ҡыуаҙы), Күгәш (Иҫке Күгәш), Урғуҙа, Сәйет, Теләнсетамаҡ (байлар ырыуы менән бергә), Яңы Сарайлы

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

  Викидәреслектә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 110
  2. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 48—53
  3. Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — С. 101, 112, 203. — 240 с. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)
  4. 4,0 4,1 История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 15—17
  5. Кузеев Р. Г., 2010, с. 289
  6. Кузеев Р. Г., 1974, с. 300
  7. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 39
  8. История башкирских родов. Кобау. Том 8. / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Ф. С. Тикеев, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 13-14. — 192 с. — ISBN 978-5-85051-605-5. (рус.)
  9. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 17
  10. Кузеев Р. Г., 2010, с. 288—290
  11. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 20
  12. Был исемдәр йыш ҡына ҡатайҙарҙың шәжәрәләрендә осрай.
  13. 13,0 13,1 Кузеев Р. Г., 1974, с. 301—302
  14. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 26
  15. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 32
  16. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 79
  17. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 115
  18. Кузеев Р. Г., 2010, с. 287
  19. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 79—80
  20. 20,0 20,1 20,2 Асфандияров А. З., 2009, с. 420—421
  21. Асфандияров А. З., 2009, с. 422
  22. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 38-39
  23. Күл-Ил-Мең йөҙбашы Буҙан Смаҡов хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы Аҙнай ауылында йәшәгән.
  24. Әйүп Ҡәйепов хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районы Сәпәш ауылында йәшәгән.
  25. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 44—46
  26. Йәнғужин Р. З. Мең // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  27. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 47
  28. 30,0 30,1 История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 79—112
  29. Кузеев Р. Г., 1974, с. 299
  30. Асфандияров А. З., 2009
  31. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 54-70, 168-174, 198-206, 211-214, 218-225, 229. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  32. Этническая история и расселение, 2013
  33. История башкирских родов. Ч.1, 2016, с. 66, 118—123

Һылтанмалар

үҙгәртергә