Иҫке Шәрип (рус. Старошарипово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 126 кеше[2]. Почта индексы — 453401, ОКАТО коды — 80222844003.

Ауыл
Иҫке Шәрип
башҡ. Иҫке Шәрип
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Соколовка ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°13′20″ с. ш. 55°09′38″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1780

Халҡы

126[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453401

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 844 003

ОКТМО коды

80 622 444 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Шәрип (Рәсәй)
Иҫке Шәрип
Иҫке Шәрип
Иҫке Шәрип (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Шәрип


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 126 61 65 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

Тарихы үҙгәртергә

Иҫке Шәрип Соколовка ауыл Советы биләмәһенә ингән.. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.1865 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең , 1865-1867 һәм 1923-1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867-1923 Ҡаҙанғол улустарында. 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 1919-1923 йылдарҙа ауыл Советы үҙәге. 1923-1930 һәм 1988 йылдан Соколовка ауыл Советы составында. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Бөрйән улусы башҡорттары (һуңынан үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә кире әйләнеп ҡайталар. 1780 йылғы сығанаҡта аҫаба башҡорт Шәйлә Ҡупаев Дим буйындағы ерҙе 36 йылға ҡурымтаға биреүҙә ҡатнашҡанда телгә алына. Бөрйән улусы старшинаһы Шәрип Ҡаҙансыев исеме менән йөрөтөлә. Уға 1755 йылда «дуҫтары менән бергә» 1738 йылғы указға ярашлы, элекке торлаҡтарына күсенергә рөхсәт ителгә.

1808 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 йылда 33 йортта типтәрҙәр менән бергә 157 теркәлгән, 1865 йылда 32 йортта — 189 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ, ҡымыҙ эшләү менәнн шөғөлләнгән. Мәсет булған. XX быуат башында Яңы Шәрип бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. Совет осоронда «Ҡыҙыл Урал», Хрущёв исемендәге, «Путь Ильича», «Заря», «Дим» колхоздарында эшләгәндәр.

Халҡы: 1906 йылда — 225 кеше; 1920 кеше — 215 кеше; 1939 йылда — 208 кеше; 1959 йылда — 195 кеше; 1989 йылда — 130 кеше; 2002 йылда — 104 кеше; 2010 йылда — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)[3][4][5].

Урамдары үҙгәртергә

Исемдәре:[6]

Туғай урамы (рус. Луговая (улица))

Күл урамы (рус. Озёрная (улица))

Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә