Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше
Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше (түбәнге ағиҙел, түбәнге ағиҙел-ыҡ, ыҡ-түбәнге ағиҙел) — башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләштәренең береһе.
түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше | |
Илдәр | |
---|---|
Регионы |
Башҡортостан Республикаһының көнбайыш райондары, Татарстан Республикаһының көнсығыш райондары |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Алтай телдәре (бәхәсле)
| |
Әлифба |
кириллица |
Таралыу ареалы
үҙгәртергәТүбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше Башҡортостан Республикаһының Баҡалы, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондарында, шулай уҡ Татарстан Республикаһының көнсығыш райондарында (Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Баулы, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Туҡай, Әгерже, Әлмәт, Ютазы һ.б.) таралған. Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше байлар, бүләр, гәрә, йылан, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ, уран һ.б.[1] ырыуы башҡорттарына хас.
Өйрәнеү тарихы һәм төркөмләү (классификация)
үҙгәртергә1920—1930-се йылдарҙа башҡорт йәнле һөйләү телен планлы тикшереү башланған. 1934 йылда Ғ. Й. Дәүләтшин етәкселегендәге һәм составында Т. Ғ. Байышев, З. Ш. Шакиров һәм У.Хөсни ингән экспедиция 30-ға яҡын башҡорт ауылын тикшергән. Тикшеренеүселәр тикшерелгән һөйләштәр «бер ниндәй шикләнеүһеҙ башҡорт һөйләштәре булып тора»[2] тигән һығымта яһай. 1940 йылда башҡорт теленең өс: көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ диалекттары бар тигән концепция тәҡдим ителгән. Башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалған Н. К. Дмитриев[3] та был фекерҙе хуплаған.
1954 йылда Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Башҡорт АССР-ының төньяҡ-көнбайыш райондарына тағы бер экспедиция ойошторолған. Йомғаҡлау отчётында тикшеренеүселәр көнбайыш диалект башҡорт теленең үҙенсәлеген һаҡлаған тигән һығымтаға килгән, ә «диалекттың һүҙлек фонды һәм морфологияһы уға бер бөтөн һәм дөйөм башҡорт теле тәьҫир иткәнен һәм тап ул өҫтөнлөклө роль уйнағанын күрһәтә» тип иҫбатлаған. Ғалимдар тикшерелгән регионда мәктәптәрҙә уҡытыуҙы башҡорт теленә күсерергә кәрәк тигән тәҡдим индергән[4], әммә был тәҡдимде властар иғтибарға алмаған. Артабан экспедиция материалдары Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт диалекттары әҙәби телгә мөнәсәбәтендә» тигән монографияһында сағылыш тапҡан. Автор башҡорт телен фонетик билдәләре буйынса 7 наречиеға бүлгән, Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта йәшәгән башҡорттарҙың телен [ҙ] һәм [с] наречиеларына ҡарата[5]. 1960—1970-се йылдарҙа был выдвинут тезис о том, что «Башҡортостандың көнбайышында һәм төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар татар теленең урта диалектында һөйләшә» тигән фараз (тезис) алға сыға башлай. Тағы ла һуңғараҡ сыҡҡан баҫмаларҙа был диалект зонаһы «күсеү һөйләше»[6][7] тип билдәләнгән.
1960—1970-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы, Пермь өлкәһенең көньяғында һәм Татар АССР-ы көнсығыш райондарында йәшәгән башҡорттарҙың йәнле һөйләшеү телен өйрәнеү эштәре дауам иткән. 1987 йылда башҡорт теленең көнбайыш диалектына бағышланған «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге»нең 3-сө томы баҫылып сыҡты. Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше С. Ф. Миржанованың «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты» монографияһында ентекләп өйрәнелгән.
Лингвистик характеристикаһы
үҙгәртергәФонетикаһы
үҙгәртергәТүбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенең характерлы үҙенсәлеге булып тора:
- башланғыс һәм урталыҡтағы [d]? һәм [t]? урынына әҙәби телдең [ð]? (ҙ) фонемаларын ҡулланыу: диал. [ð]оға — әҙәби [d]оға (молитва), диал. [ð]ары — әҙәби [t]ары (просо).
- көньяҡ диалекттың ҡыҙыл һөйләшендәге кеүек, әҙәби телдәге [z]? урынына [ð]? фонемаһын ҡулланыу: диал. аб[ð]ый — әҙәби аб[z]ый (өлкән ағай), диал. Ҡа[ð]ан — әҙәби Ҡа[z]ан (ҡала), диал. [ð]акир — әҙәби [z]акир (ир-егет исеме), диал. [ð]ыйарат — әҙәби [z]ыярат (зыярат).
- дөйөм төрөк [ч]? өнөнөң әҙәби телдәге [s]? өнөнә тап килеүе: диал. [ч]ә[ч]кә — әҙәби [s]ә[s]кә (сәскә), диал. баҡ[ч]а — әҙәби баҡ[s]а (баҡса), диал. [ч]ын — әҙәби ы[s]ын (ысын) һ.б. С. Ф. Миржанова шулай уҡ башҡорт теленең бөтөн төньяҡ-көнбайыш ареалында әҙәби [s] өнөнөң спорадик ҡулланылыуын һәм [ч] өнөн, «ч һәм с араһындағы өнгә (щ)»[8] тиклем яҡынайтып, йомшартылыуын билдәләй(татарҙар кеүек).
- [ж]?фонемаһының йомшаҡ вариантын (җ) әҙәби телдең [й]? фонемаһы менән параллель ҡулланыу(был татар теленә хас): диал. Ҡаҙан йағына барғаным җуҡ — әҙәби Ҡазан яғына барғаным юҡ (в сторону Казани я не ездил), диал. донҗа — әҙәби донъя (мир), диал. йаңғыр җауа — әҙәби ямғыр яуа (дождь идёт).
- Көнбайыш диалекттың ҡариҙел һөйләшенә лә һәм Көньяҡ диалекттың урта һәм дим һөйләштәренә лә хас булған, түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенең төньяҡ өлөшөндә һүҙҙәрҙең тарҡатыла торған нигеҙендә -лт-, -мт-, -рт- диссимилятив бәйләнештәренең һаҡланыуы: диал. йо[лт]оҙ — әҙәби йо[нд]оҙ (звезда), диал. йалҡы[лт]ау — әҙәби ялҡы[лд]ау (блистать), диал. яры[мт]ыҡ — әҙәби яры [мт]ыҡ (леший) һ.б. Ҡайһы берҙә диссимилятив бәйләнештәрҙең төп форма менән көнәркәшлеге (конкуренцияһы) күҙәтелә: балтак/балдаҡ (кольцо), үлте/үлде (умер).
- [h]? өнөн тик ғәрәп һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә ҡулланылыуы, әммә уларҙа ла был өндөң төшөп ҡалыуы күҙәтелә: диал. [һ]ауа/ауа — әҙәби [һ]ауа (воздух) һ.б. Башҡа осраҡтарҙа был өн дөйөм төрки [с]? өнө менән алмаштырыла: диал. [с]ике — әҙәби [һ]ике (нары), диал. тотороҡ[с]оҙ — әҙәби тотороҡ[һ]оҙ (несдержанный), диал. бары[с]ы — әҙәби бары[һ]ы (все), диал. [с]ауыт — әҙәби [һ]ауыт (посуда).
Һөйләштә [a]? фонемаһы көслө иренләшкән формала сығыш яһай һәм, [а] өнөнә лә оҡшағандай, [o]? кеүек ҡабул ителә(татарҙар ошолай һөйләшә): диал. б[о]ғана — әҙәби б[а]ғана (столб), диал. ҡ[о]уш[о]у — әҙәби ҡ[а]уш[а]у (волноваться), диал. б[о]ҡа — әҙәби б[а]ҡа (жаба) һ.б[9].
Грамматикаһы
үҙгәртергәКөнсығыш диалектындағы һәм әҙәби телдәге һигеҙ вариативлы күплек ялғауы урынына —Төньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ диалектының башҡа һөйләштәре кеүек үк, түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләше күплек ялғауҙарының дүрт вариативлы аффикстары системаһы менән ҡылыҡһырлана, йыйыу һәм эйәлек төшөнсәләре менән айырыла .
Һөйләштәге килеш ялғауҙарын ҡулланыуҙа һәм әҙәби телдә ҡулланылған килеш формаларында айырмалыҡтар күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта дим һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәрендәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреш парадигмаһы тап килә[10].
Килеш | Түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшендә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше | Әҙәби телдә исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше | ||
---|---|---|---|---|
Төп | боҙай (пшеница) | кеше (человек) | бойҙай | кеше |
Эйәлек | боҙайның/боҙайнын | кешенең/кешенен | бойҙайҙың | кешенең |
Төбәү | боҙайға | кешегә | бойҙайға | кешегә |
Төшөм | боҙайны | кешене | бойҙайҙы | кешене |
Урын-ваҡыт | боҙайҙа | кешеҙә | бойҙайҙа | кешелә |
Сығанаҡ | боҙайҙан | кешеҙән | бойҙайҙан | кешенән |
Килеш | Һөйләштә «мин» һәм «ул» алмаштарының килеш менән үҙгәреше |
Әҙәби телдә «мин» һәм «ул» алмаштарының килеш менән үҙгәреше | ||
---|---|---|---|---|
Төп | мин (я) | ул/ал (он) | мин (я) | ул (он) |
Эйәлек | минең | аның | минең | аның |
Төбәү | миңә | аңа/аңар | миңә | уға |
Төшөм | мине | аны | мине | уны |
Урын-ваҡыт | миндә | анда | миндә | унда |
Сығанаҡ | минән/миннән | анан | минән | унан |
Көньяҡ диалектының урта һөйләшендәге кеүек, түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшендә -лыҡ/-лек аффиксына йыш ҡына -лауыҡ/-ләүек диалект аффиксы тап килә: диал. саҙ[лауыҡ] — әҙәби һаҙ[лыҡ] (болото), диал. яр[лауыҡ] — әҙәби яр, яр[лыҡ] (обрыв) һ.б.
Лексика
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Миржанова С. Ф., 2006, с. 137-138,154137-138,154
- ↑ Мәҡсүтова Н. Х. Башҡорт теленең көнбайыш диалекты. //Материалы научно-практической конференции, посвященной обучению башкирских детей западных и северо-западных районов родному языку. — Уфа, 1990. — С. 48—49.
- ↑ Миржанова С. Ф., 2006, с. 1212
- ↑ Научный отчёт диалектологической экспедиции 1954 года, 2008, с. 300300
- ↑ Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — М.-Л., 1955. — С. 348—350.
- ↑ Ишбулатов Н. Х. Башкирская диалектология: для Башкирского государственного университета и педагогических институтов. — Уфа: Башкирский государственный университет, 1979. — С. 15—16. (баш.)
- ↑ Ишбулатов Н. Х. Башкирская диалектология (учебное пособие). — Уфа: Башкирский государственный университет, 1980. — С. 25—30. (баш.)
- ↑ Миржанова С. Ф., 2006, с. 153153
- ↑ Миржанова С. Ф., 2006, с. 142-143142-143
- ↑ Башҡорт диалектологияһы, 2012, с. 105—106105—106