Ҡаҙан ханлығы

(Ҡазан ханлығы битенән йүнәлтелде)

Ҡаҙан ханлығы — (тат. Казан Ханлыгы; Qazan Xanlığı; قازان خانليغى) — 1445 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1438) — 1552 йылдарҙа) — Алтын Урҙа дәүләте ҡолатылғас, Ҡаҙан улусы территорияһында барлыҡҡа килгән Урта Иҙел (Волга) һәм Түбәнге Кама буйындағы феодаль дәүләт. Төп ҡалаһы — Ҡаҙан.

Ҡаҙан ханлығы
قازان خانليغى
Qazan Xanlığı
Казан Ханлыгы
Ҡаҙан ханлығы флагы
Ҡаҙан ханлығы флагы

 
 
1438 (1445) — 1552
Баш ҡала

Ҡаҙан

Телдәр

Иҙел (Волга) буйы төркиҙәре теле[1]

Дин

ислам (хәнәфит мәҙһәбе)[2]

Майҙаны

75 мең кв.км

Халҡы

татарҙар, башҡорттар, сыуаштар,
удмурттар, сирмештәр һ. б.

Кан(Хан) (рус йылъяҙмаларында царь)
 • 1438—1445

Оло Мөхәммәт (тәүге)

 • 1553

Йәдкәр Мөхәммәт (һуңғы)

Преемственность

← Алтын Урҙа

Рәсәй батшалығы →

 Ҡаҙан ханлығы Викимилектә

Ҡаҙан хандары династияһына нигеҙ һалыусы — Олоғ-Мөхәммәт (1438—1445 йылдарҙа идара иткән).
1552 йылда Иван Яуыз (Грозный-Иван ІV) Ҡаҙанды яулаған һәм ханлыҡ территорияларын Рус батшалығына ҡушҡан.

Ханлыҡтың территорияһы үҙгәртергә

Ҡаҙан ханлығы Ҡаҙан улусы территорияһынан (Иҙел Болғарының элекке территорияһы) айырылып сыҡҡан. Үҙенең күтәрелеш осоронда (XV быуаттың икенсе яртыһы) Ҡаҙан ханлығы территорияһы көнбайышта Сура (Иҙелдең ҡушылдығы) йылғаһы бассейнына, көнсығышта — Ағиҙел (Ҡама ҡушылдығы) йылғаһына, төньяҡта — Үрге Ҡама буйына, көньяҡта — Һамар Дуғаһына саҡлы еткән булған.

Административ ҡоролошо үҙгәртергә

Ҡаҙан ханлығы дүрт — Алат, Ар, Галич, Зүри — даруғаларынан (округ) торған. Һуңғараҡ уларға бишенсе — Нуғай даруғаһы ҡушылған[3]. Даруғалар бер нисә ултыраҡтың ерҙәрен берләштергән улустарға бүленгән.

Ҡаҙан, Алат, Арск (Арча), Болғар, Йүкәтау, Ҡашан, Иҫке Ҡаҙан, Зүри (хәҙерге Түләч районындағы Иҫке Зүри), Лайыш һәм Тәтүш эре ҡалаларҙан һаналған.

Халыҡ үҙгәртергә

Этник составы үҙгәртергә

Ҡаҙан ханлығы ерҙәрендә хәҙерге татарҙарҙың, мариҙарҙың (сирмештәр), мордваларҙың, сыуаштарҙың һәм удмурттарҙың (вотяктар, арҙар), шулай уҡ башҡорттарҙың байтаҡ өлөшө йәшәгән[4]. Ханлыҡтың төп халҡы үҙҙәрен барынан да йышыраҡ Ҡаҙанлы, йәиһә дини билдә буйынса — мосолман тип йөрөткән. Халыҡтың дөйөм һаны — 400 мең кеше тирәһе булған[4], XVI быуат уртаһында 450 мең кеше тәшкил иткән[5].

Башҡорт ерҙәренә хандар, үҙҙәренең властары яһаҡ йыйыу менән генә сикләнгән наместниктарын әлдән-әле ебәреп торған. Бынан тыш башҡорттар хан ғәскәрендә хеҙмәт итергә тейеш булғандар.

Хан власы күп һанлы Ҡаҙан юғары ҡатлам вәкилдәренең биләмәләре урынлашҡан удмурт ерҙәрендә шаҡтай көслө булған. Ар ҡаласығында, үҙәктә, ултырған хан аҡһөйәктәре удмурт ерҙәре менән идара иткән.

Сыуаштар башлыса Свияга йылғаһы әйләнә-тирәһендә йәшәгән. Сыуаш ерҙәрендә лә татар юғары ҡатламының биләмәләре булған, әммә унда хан власы көслө булмаған. Региондағы халыҡтың күпселеге яһаҡ ҡына түләгән, һәм уныһын да күп ваҡыт урындағы юғары ҡатлам кешеләре генә йыйған. Сыуаштар йәшәгән үҙәктәрҙең башында яһаҡ йыйыу һәм һуғыш сыҡҡанда һәм походҡа йүнәлгәндә хан ғәскәренә һуғышсылар һайлап алыу өсөн яуаплы «йөҙ башы кенәздәре» торған.

Ижтимағи составы үҙгәртергә

Өҫтөнлөклө ҡатламдар үҙгәртергә

Ҡаҙан йәмғиәтендә юғары ҡатлам һәм руханиҙар өҫтөнлөклө ҡатламды тәшкил иткән. Диуанға ингән иң мөһим кешеләр, («карачалар») һәм әмирҙәр (идара итеүсе кенәздәр), иң ҙур байлыҡ һәм йоғонтоға эйә булғандар. Ҡырым тарихсыһы Сәйед-Мөхәммәт Ризаның хеҙмәттәрендә был ике термин (карачалар һәм әмирҙәр) тиң итеп һанала. Мосолман руханиҙары вәкилдәре өҫтөнлөклө урын биләгән. Әмирҙәр, феодал аристократияһының юғары ҡатламдарынан сыҡҡанлыҡтан, сиктән тыш аҙ булған. Ҡаҙан аҡ һөйәктәрендә (аристократияһында) атаһының титулы тик өлкән улына ғына тапшырылған. Ҡаҙан юғары ҡатламының башҡа төркөмдәренә бәктәр, мырҙалар һәм сығышы буйынса башҡа илдән булған кенәздәр ҡараған. Ҡаҙан йәмғиәтенең ижтимағи төҙөлөшөндә бәктәр әмирҙәрҙән бер баҫҡысҡа түбән торған. Бәктәрҙең кесе улдары мырҙа (мирза) тип аталған (ғәрәп-фарсы теленән күскән «әми́р-задэ́», төгәл — «кенәз улы», мирза тигәнде аңлата). Сығышы буйынса сит илдәрҙән булған кенәздәр араһында иң көслө позицияны «Карин ар кенәздәре (Ар кенәздәре)» тотҡан. Ханлыҡта сыуаш, вот һәм сирмеш кенәздәре күп булған.

Ер биләмәләренә хужа булған һәм һалымдан, бурыс үтәүҙән азат ителгән өҫтөнлөклө кешеләр төркөмө тархандар тип йөрөтөлгән. Хәрби ҡатлам вәкилдәре рәтенә оғландар һәм казактар ҡараған. Оғландар — ат подразделениелары командирҙары, һәм улар ҡоролтайҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булғандар. Казактар ябай һуғышсы булғандар. Ҡайһы берҙә уларҙы ике төркөмгә бүлеп йөрөткәндәр: «һарайлылар» (баш ҡалала хеҙмәт итеүселәр) һәм «һарайлы түгелдәр» (провинцияла хеҙмәт иткәндәр). Айырым өҫтөнлөклө статус менән күп һанлы һәм яҡшы ойошҡан түрәләр (чиновниктар) файҙалана.

Һалым түләүсе ҡатламдар үҙгәртергә

Һалым түләүсе өҫтөнлөгө булмаған ҡатламдарға ябай ҡала һәм ауыл халҡы: сауҙагәрҙәр, һөнәрселәр, ялланып эшләгән хеҙмәткәрҙәр, крәҫтиәндәр ҡараған. Сәхибгәрәйҙең ярлығында (яҙма бойороғонда), тархандар түләүҙән азат ителеп, тик ябай халыҡ түләргә тейешле 13 төрлө һалым төрө күрһәтелгән: яһаҡ (килемдән алына торған 10 % һалым), клан (оброк-алпауыттар крәҫтиәндәрҙән алған һалым), салығ, кулуш, култыка, бач, харадж хараджат (сауҙа һалымы), сала-хараджи (ауыл һалымы), ер-хылясы (ер һалымы), төтөн һаны (торба һалымы), сусун (аҙыҡ-түлек), гулюфэ (мал аҙығы -фураж), ҡунып китеү (постой). Шулай уҡ башҡа һалымдар булыуы ла билдәле — тамға (тауар өсөн йыйылған һалым-пошлина), үлсәүле тауар өсөн йыйым һ.б.

Крепостнойҙар һәм ҡолдар үҙгәртергә

Ер биләүселәрҙең ерҙәре бойондороҡло алпауыттарға бәйләнгән крәҫтиәндәр (крепостнойҙар)(«киши»ҙар) тарафынан эшкәртелгән. Шулай уҡ, айырым поместьеларға беркетеп, алпауыттар хәрби ҡолдарҙы ерҙәрен эшкәртеүгә йәлеп иткәндәр. Сигизмунд фон Герберштейн яҙып ҡалдырғанса, 6 йыл үтеүгә бындай ҡол иреклегә әүерелгән, ләкин дәүләт территорияһын ташлап китергә хоҡуғы булмаған[6].

Идара итеү үҙгәртергә

Дәүләт башында Сыңғыҙсы (титул) хан торған. Уның яҡын кәңәшселәре (әмирҙәре) ғәскәр командующийҙары булған. Кәңәшсе-«карачи»ҙар ултырған (Диван (идарасылыҡ-ведомство) совет хан власын формаль рәүештә сикләгән. Хандар йыш ҡына татар юғары ҡатламының дошманлашҡан партиялары ҡулындағы уйынсыҡҡа әйләнгән. Диван ҡанун проекттарын тикшереүсе орган булған. «Карачи»ҙар вазифаһы нәҫелдән-нәҫелгә күскән булған. Юғары вазифалар (постар) нәҫелдән-нәҫелгә тапшырылған, ғүмерлек һәм алмаштырғыһыҙ булған. Был, билдәле, дәүләт машинаһының ҡатып ҡалғанлығына, һәм, ахырҙа, уның көсһөҙләнеүенә килтергән. Ҡаҙан ханлығының аристократик ҡоролошо асыҡ консерватив күренеш алған.

Ҡоролтай — ханлыҡтың ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә саҡырыла торған закондар сығарыусы һәм ойоштороусы юғары органы. Унда тулы составта ханлыҡтағы халыҡтың өс ҡатламы вәкилдәре: дин әһелдәре, ғәскәр һәм ер эшкәртеүселәр ҡатнашҡан. Рус сығанаҡтарында был ҡоролтай «Бөтөн Ҡаҙан ере» тигән үҙенсәлекле атама алған.

Идара итеүсе элита урҙа юғары ҡатламы вәкилдәренән торған. Айырым «улустар» етәкселәре — бәктәр һәм мырҙалар ижтимағи хәле буйынса түбәндәрәк торған. Улар урындағы йәиһә урҙа юғары ҡатламдарынан, ә һуңғараҡ шулай уҡ Ҡырым ханлығынан һәм Нуғай Урҙаһынан сыҡҡан булған. Тағы ла түбәндәрәк оғландар — ябай һуғышсы-«казактар» менән командалыҡ иткән атлы отрядтар командирҙары торған. Эре ер биләүселәрҙән, әмирҙәрҙән, бәктәрҙән һәм оғландарҙан, айырмалы рәүештә — «казактар» үҙҙәре үҙ аллы эшкәрткән ҙур булмаған ер участкаларына эйә булған. Эре, ҡайһы берҙә ваҡ биләмәләр ҙә, һалымдан азат ителгәндәр. «Сююргал» — ханлыҡтағы алпауыт биләмәһенең төп төрө; нәҫел буйынса түгел, ә хәрби хеҙмәт үтәү шарты менән бирелгән ер участкаһы. Хан, хужаһы үлеү менән, ерҙе башҡа йәнгә биреү хоҡуғына эйә булһа ла, ысынында, ханлыҡтың күп биләмәләре нәҫелдән-нәҫелгә күскән. Мосолман руханиҙары ла ханлыҡтың сәйәси тормошонда шулай уҡ билдәле роль уйнаған һәм ғәйәт ҙур йоғонтоға эйә булған. Руханиҙар шулай уҡ эре мөлкәткә һәм ерҙәргә хужа булған. Яһаҡ йыйыр өсөн Ҡаҙан хөкүмәте монголдар тарафынан төҙөлгән йөҙлө-унлы ойоштороу алымын файҙаланған.

Ҡаҙан ханлығы кеүек ҙур дәүләт менән идара итеү өсөн хөкүмәткә киң чиновник штаты кәрәк булған. Татарҙар чиновниктар системаһын монгол дәүләтенән мираҫ итеп алған. Бөтөн тораҡтарҙа һәм өлкәләрҙә хан файҙаһына һалым йыйыу өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән. Ханлыҡ территорияһында күп һанлы заставалар һәм таможнялар булған. Ханлыҡта регуляр рәүештә йәниҫәп уҙғарылған.

Иҡтисады үҙгәртергә

Ханлыҡтың төп территорияһында йәшәгән ултыраҡ халыҡ Иҙел Болғары заманынан килгән баҫыусылыҡ традицияларын мираҫ итеп алған. Ханлыҡта пар игенселеге таралыш алған. Һабансылар хужалыҡтарында тимер төрәнле ағас һабан ҡулланғандар. Ханлыҡ халҡы арыш, борай, арпа һәм һоло үҫтергән. Игенселек татар халҡының ғына төп шөғөлө булмаған, шулай уҡ сыуаштарҙың да, фин халыҡтарының (сирмештәр, вотяктар, мордва) да төп шөғөлө булған. Игенселек экстенсив характерлы булған. Ауыл хужалыҡтары баҫыусылығы нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән мөлкәткә таянған. Урманлы зонала, башҡа кәсептәр менән бергә, һунарсылыҡ һәм солоҡсолоҡ таралған булған. Урман зонаһында халыҡ аҙ һанлы нығытылған ултыраҡтарҙа йәшәгәндәр. Хан идаралығы унда тик урындағы властарҙың яһаҡ йыйыуы менән генә сикләнгән. Хандың һәм юғары ҡатламдың алпауыт хужалыҡтары (имение) игенселек региондарында урынлашҡан булған. Татар һәм сыуаштарҙан башҡа хан хужалығында рус әсирҙәре лә хеҙмәт иткән. Кәсепселек хужалығына ҡағылғанда, уның төп тармаҡтары булып һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ һаналған. Умартасылыҡты үҫтереү өсөн урмандарҙа уңайлы шарттар булған. Һөнәрселек тармаҡтарында күн етештереү эше мөһим роль уйнаған.

Ханлыҡ географик яҡтан уңайлы урында урынлашҡанлыҡтан, бында йәшәгән халыҡтың икенсе мөһим шөғөлө булып сауҙа торған. Иҙел буйы боронғо замандарҙан бирле тауар алмашыу үҙәге булған. Халыҡ-ара тауар алмашыуҙа иҙел буйы ҡалалары яраштырыусы (посредник) булып сығыш яһаған. Ханлыҡта тышҡы сауҙа эске сауҙаға ҡарағанда өҫтөнлөк алған. Ҡаҙан — ханлыҡтың баш ҡалаһы тышҡы сауҙа үҙәге булған. Дәүләт Рәсәй, Фарсыстан һәм Төркөстан менән тығыҙ һәм ныҡлы сауҙа бәйләнештәре булдырған. Ҡала халҡы балсыҡ әйберҙәр (көршәкселек), ағастан һәм тимерҙән, күндән ҡул эштәре, тимер хәрби кейем (брони), һабан һәм затлы биҙәүестәр эшләү (зәргәрлек) менән шөғөлләнгән; Үҙәк Азия, Ҡаф тауы һәм Рәсәй кешеләре менән һатыу итеү әүҙем алып барылған. Ҡолдар менән һатыу итеү ханлыҡта айырым урын биләгән. Бындай сауҙа объекты, нигеҙҙә, сапҡындар барышында ҡулға алынған әсирҙәр, айырым алғанда, Көнсығыш илдәре гаремдарына һатылған ҡатын-ҡыҙҙар булған. Ҡаҙандағы Ташаяҡ Баҙар һәм Иҙелдә Ҡаҙан кремле ҡаршыһында торған ҙур утрауҙағы, һуңынан Маркиз атамаһын алған (хәҙерге көндә, һыуһаҡлағыс төҙөлөшө барышында һыу аҫтында ҡалған), йәрминкә төп баҙар булып торған. Ҡаҙан ханлығы һөнәрселегенең бик күп төрҙәре шулай уҡ күп һанлы ҡолдар булыуын (дөйөм алғанда христиандар) талап иткән. Ҡырыйҙа йәшәгән башҡа ҡәбиләләр халҡы тауар алмашыуға йәлеп ителмәгән, сөнки был арала фәҡәт натураль хужалыҡ өҫтөнлөк алған булған. Ҡырыйҙағы халыҡ сауҙа итмәгән, ә үҙҙәре үҫтергән һәм эшләп тапҡан аҙыҡ-түлекте яһаҡ итеп бушлай биргәндәр. Игенселек менән шөғөлләнеүсе татар халҡы, ханлыҡ ситендә йәшәүсе халыҡтан айырмалы рәүештә, тауар алмашыуға йәлеп ителгән булған.

Дине үҙгәртергә

 
Фиринат Халиҡов. Ҡолшәриф мәсете эргәһендә һуңғы һуғыш.

Ҡаҙан ханлығында Ислам дине өҫтөнлөклө дин булған. Мосолман руханиҙарының башлығы Сәйед — Мөхәммәт Пәйғәмбәр тоҡомло юғары вазифалы кеше. Сәйедтәр бер нисә булыуы мөмкин булһа ла, руханиҙар башлығы берәү генә булған. Хандан ҡала руханиҙар башлығы дәүләттең төп вазифалы кешеһе һаналған. 1552 йылда, Ҡаҙанды рус ғәскәрҙәренең ҡаты һөжүменән һаҡлағанда, үҙенең уҡыусылары менән һуғышта һәләк булған имам (дини эшмәкәр) Ҡолшәриф иң билдәле сәйедтәрҙең береһе булған. Ханлыҡтың дини әһелдәре шәйехтәр (исламды таратыусылар), муллалар, имамдар (мәсеттәрҙә намаҙ уҡыусы дини кешеләр), дәрүиштәр (монах)тар, хажи (Мәккәгә хаж ҡылған кешеләр), хафиздар (Ҡөрьәнде профессиональ уҡыусылар), шулай уҡ данишмендтар (уҡытыусылар) булған. Бынан тыш, шәйех-задалар һәм мулла-задалар — шәйех һәм муллаларҙың уҡыусылары һәм шәйех һәм муллаларҙың улдары булған. Руханиҙар, башҡа эштәрҙән тыш, халыҡты ағартыу эше менән дә шөғөлләнгәндәр.

Исламдың сөннәтселек йүнәлешенән тыш, ханлыҡта Төркөстандан килтерелгән суфыйсылыҡ тәғлимәте таралған. Ҡаҙан ханлығында төрлө тәғлимәттәргә түҙемле булыуға ҡоролған дини сәйәсәт принцибы сауҙагәр-һөнәрсе халыҡтың[7] күп конфессионаллегенә, шулай уҡ Иҙел Болғары традицияларына таянған.

Ҡораллы көстәры үҙгәртергә

 
Ҡаҙан ханлығы һуғышсылары

Русь менән һуғыштарҙа Ҡаҙанлылар сик буйындағы рус ҡалаларына һөжүм итеү менән генә сикләнгәндәр. Шулай булһа ла, татарҙар уңышлы һөжүмдәрен бер генә тапҡыр ойоштормаған һәм Мәскәү дәүләтенең эске өлкәләренә үк баҫып ингән. Ғәскәрҙең төп төрө күп һанлы атлы һуғышсылар булған. Пехота подразделениелары аҙ һанлы булған. Ҡаҙанлыларҙың күп һанлы артиллерияһы булмаған. Атлы ғәскәрҙең төп массаһын кәрәкле булған саҡта саҡыртып алына торған удел кенәздәре дружинаһы тәшкил иткән. Татар атлыларының тактикаһы манёврлы һәм шәп һөжүмдән ғибәрәт булған. Һөжүм итеү һуғышын алып барырға көстәре булмағас, Ҡаҙанлылар даими рәүештә һаҡланыу (оборона) һуғыштары алып барыу тактикаһын камиллаштырған. Мәскәү кенәздәре власы аҫтында йәшәгән күрше көнбайыш өлкәләренә, әсирҙәр, ҡолдар табыу, поместьеларға һөжүм итеү маҡсатында, периодик рәүештә сапҡын ойошторған. Атап әйткәндә, татар һуғышсылары засадаларҙы оҫта ойошторған, тылдан һөжүм итеү һәм башҡа күп хәрби хәйләләр ҡулланған. Ханлыҡтың баш ҡалаһы артиллерия менән һаҡланған беренсе класлы ҡәлғә булған.

Мәҙәниәте үҙгәртергә

Ҡаҙан ханлығында, бигерәк тә уның баш ҡалаһында, төҙөлөш эше һәм архитектура, шул иҫәптән монументаль архитектура киң үҫеш алған. Был шул дәүерҙә йәшәгән үҙ күҙе менән күреүселәр хәбәрҙәре, XVI быуат уртаһында күсереп яҙылған китаптар мәғлүмәттәре, Ҡаҙан кремле территорияһында һаҡланған ҡайһы бер күренекле архитектура һәйкәлдәре, айырым алғанда, Нурғәле мәсетенең элекке зданиеһы, ә шулай уҡ археологик тикшеренеүҙәрҙә табылған ул дәүерҙәге биналарҙың фундаменттары менән дөрөҫләнә.

Таш һырлау — һөнәрселектең сәнғәт кимәленә күтәрелгән киң таралған төрө булған. Зәргәрлек сәнғәте, затлы металдың аҫылташтар менән ойоштормаһынан төрлө биҙәүестәр әҙерләү иң юғары үҫеш кимәленә еткерелгән.

Ҡаҙан ханлығында Иҙел Болғары дәүере башында килеп сыҡҡан һәм Алтын Урҙала грамотаның нигеҙен тәшкил иткән ғәрәп графикаһы нигеҙендәге яҙма киң таралыш алған. Элеккесә мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙә уҡығандар; юғары типтағы мәҙрәсәнең булыуы ла ихтимал, мәҫәлән, билдәле Ҡолшәриф мәҙрәсәһе. Ханлыҡтың халҡы араһында уҡый-яҙа белеү (грамоталылыҡ) етерлек киң таралыш алған булған.

Ҡаҙан ханлығында көнсығыш шиғриәт киң танылыу тапҡан. Ҡаҙан ханлығында үҙ шағирҙары ла барлыҡҡа килгән, шулар араһында: Мөхәммәтәмин (ул хан булған, XV быуат аҙағы — XVI быуат башы), Мөхәмәдйәр, Өммикамал, Ғарифбәк, Мәҡсүҙи, Ҡолшәриф (ул шулай уҡ билдәле Ҡаҙан сәйеде, татар халҡының милли батыры — XVI быуаттың беренсе яртыһы). Ҡаҙанда хан һарайы янындағы һәм халыҡ араһынан сыҡҡан шағирҙар күп булған. Үҙенең «Төхвәи-мәрдән» («Ирҙәр һәләте» — 1539 йыл) һәм «Нуры-содур» («Йөрәктәр яҡтыһы» — 1542 йыл) поэмаларында яҡшылыҡ һәм ғәҙеллек, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеү тәғлимәтен таратҡан Мөхәмәдйәрҙең ижады Ҡаҙан ханлығы шиғри мираҫының юғары ҡаҙанышы булып тора.[8]

Мәскәү кенәзлеге менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре үҙгәртергә

Ике төп төркөм Ҡаҙан ханлығында эске сәйәси низағтың сәбәпсеһе булған — беренсе төркөм күрше Мәскәү кенәзлеге менән тыныс һыйышып йәшәү һәм сауҙа итеү яҡлы булһа, икенсеһе, ҡырым ханлығы сәйәсәте яҡлы булғандары, күршеләргә фәҡәт ҡолдар табыу һәм талау сығанағы итеп кенә ҡараған. Ҡаҙан ханлығының һуңғы 100 йыл дәүерендәге яҙмышын шул ике төркөмдөң көсөргәнешле көрәше хәл иткән.

Мәскәү кенәзлеге Ҡаҙанды үҙ тәьҫиренә күп тапҡыр буйһондорорға тырышҡан. 1467 йылда уҡ рус ғәскәрҙәре, Ҡаҙан тәхетенә батша улы Ҡасим ханлығы ханы Ҡасимды ултыртыу маҡсатында Ҡаҙанға беренсе поход ойошторған. XV быуаттың өсөнсө сирегендә үк Мәскәү һәм Ҡаҙан дәүләттәре араһында Юғары Иҙел буйы ерҙәре тирәһендә шәхси мәнфәғәттәренең ҡапма-ҡаршы килеүе асыҡ күренгән. XV быуаттың 80-се йылдарында мәскәү хөкүмәте Ҡаҙан тәхете өсөн көрәшкә әүҙем ҡыҫылған һәм, Ҡаҙан тәхетенә ҡуйылдығын (үҙенең кешеһен) ултыртыу маҡсатында, ғәскәрҙәрен йыш ҡына ебәреп торған. Оҙайлы көрәштең һөҙөмтәһе булып Рус-Ҡаҙан һуғышы (1487) һәм Ҡаҙан тәхетенә Мәскәүгә лояль булған Мөхәммәтәмин ханды раҫлау торған. Мәскәү хөкүмәтенә ярай алмаған хан ҡолатылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, мәскәү ҡуйылдығы Мөхәммәтәминдең сағыштырмаса тыныс идара иткән дәүерендә лә ханлыҡ тәхетенә нуғай мырҙалары тарафынан яҡланған төмән батша улын ултыртыу маҡсатында юғары ҡатламдың ҡаршы сығыуы күп тапҡыр күҙәтелгән. Иван III Мөхәммәтәминде төшөрөргә, уның урынына тәхеткә уның ағаһы Ҡаҙан ханы Әбделлатифты ҡуйырға, шулай итеп, Ҡаҙан юғары ҡатламының талаптарын үтәргә мәжбүр булған.

XVI быуаттың беренсе яртыһында, бигерәк тә Гәрәй хан нәҫелдәре идара иткәндә, Ҡаҙан ханлығы һәм Мәскәү кенәзлеге даими рәүештә һуғышҡандар. 1505—1507 йылдарҙағы Рус-Ҡаҙан һуғыштары осоронда Мәскәүҙең хәрби һәм сәйәси яҡлауы арҡаһында тәхеткә ултырған Мөхәммәтәмин хан Мәскәү бойондороҡлолоғонан ысҡынған. Был һуғыш барышында рустар 1506 йылда Ҡаҙанға ҙур поход ойошторғандар һәм ҡала диуарҙары эргәһендә тулыһынса ҡыйратылғандар. 1521 йылдың авгусында Ҡаҙан ханы Сәхибгәрәй I-нең көстәре 1521 йылда хәрби поход менән Түбәнге Новгород, Муром, Клин, Мещёра уйһыулығына һәм Владимир ерҙәренә һөжүм иткән һәм Ҡырым ханы Мехмед Гәрәй I ғәскәре менән Коломна янында ҡушылған. Бынан һуң Мәскәүҙе ҡамаған һәм Василий III ғали йәнәптәрен хурлыҡлы килешеү төҙөргә мәжбүр иткән. Рус йылъяҙмаларына ярашлы, был походта һигеҙ йөҙ мең кешене әсирлеккә алып киткәндәр.

Ҡаҙан хандары рус ерҙәренә, бигерәк тә Түбәнге Новгород, Вятка, Владимир, Кострома, Галич (Кострома өлкәһе) һәм Муром райондары тирәһенә, барыһы ҡырҡҡа яҡын поход ойошторған.

Мәскәү тарафынан яулап алыныуы үҙгәртергә

Файл:Ҡаҙан эмблемаһы, батша титулярнигы, 1672.jpg
батша титулярнигынан Ҡаҙан батшалығының мисәте 1672 йыл.

Ҡаҙан тәхетенә Мәскәүгә лояль булған хан ҡуйырға күпмелер маташҡандан һуң, Иван ІV Ҡаҙан походтары серияһын башларға ҡарар иткән. Тәүге ике поход уңышһыҙлыҡҡа осраған, һәм 1552 йылда рус батшаһы өсөнсө тапҡыр ханлыҡтың баш ҡалаһын ҡамауға алған. Йәшертен эшләнгән (Сапа) ер аҫты юлына алдан һалып ҡуйылған дары ярҙамында ҡала диуарҙарын шартлатып, Ҡаҙан ҡаты һөжүм (штурм) менән алынған, халыҡтың байтаҡ өлөшө ҡырылған, ә ҡала үҙе яндырылған. Ҡаҙан ханлығы юҡҡа сығарылған, һәм Урта Иҙел буйының байтаҡ өлөшө Рәсәйгә ҡушылған. Ҡаҙан ханлығын алыу һәм еңеү иҫтәлеге итеп, Иван Яуыз (Грозный) бойороғо буйынса Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда, Василий Блаженный соборы (Покров соборы) төҙөлгән.

Ҡаҙанды алғандан һуң һәм Пётр I батша 1713 йылда уҙғарған территориаль-дәүләт реформалары буйынса, яулап алынған Ҡаҙан ханлығы Рус батшалығы йәғни Рәсәй Дәүләтенең шәхси унияһындағы формаль бойондороҡһоҙ Ҡаҙан батшалығы тип атала башлаған, «Ҡаҙан Батшаһы» тигән титул алған рәсәй батшаһы тарафынан идара ителгән, һәм административ яҡтан Мәскәүҙәге Ҡаҙан Һарай Приказы тарафынан идара ителгән. Шулай уҡ яңы барлыҡҡа килгән Ҡаҙан архиепископияһы ла шундуҡ Рус Православие Сиркәүендә мөһимлеге буйынса өсөнсө урынға ҡуйылған.

Ҡаҙан хандары үҙгәртергә

  • Оло-Мөхәммәт — Бөйөк хан, Ичкиле Хәсән уландың улы (1438—1445), Алтын Урҙаның элекке ханы.
  • Мәхмүд хан, Оло-Мөхәммәт хандың улы (1445—1466).
  • Хәлил хан, Мәхмүд хандың улы (1466—1467).
  • Ибраһим хан, Мәхмүд хандың улы (1467—1479).
  • Илһам хан, Ибраһим хандың улы (1479—1484, 1485—1487).
  • Мөхәммәтәмин хан, Ибраһим хандың улы (1484—1485, 1487—1496, 1502—1518).
  • Мамуҡ (Төмән) хан (1496—1497).
  • Әбделлатиф хан, Ибраһим хандың улы (1497—1502).
  • Шах Әли хан, ҡасим солтаны (Шәйех Әүлиәр) улы (1519—1521, 1546, 1551—1552).
  • Сәхибгәрәй I хан, ҡырым ханының улы Миңлегәрәй I (1521—1524).
  • Сафагәрәй хан, ҡырым ханының улы Сәғәҙәтгәрәй I (1524—1531, 1536—1546, 1546—1549).
  • Йәнғәле хан, Шәйех-Әүлиә солтандың улы (1532—1535).
  • Үтәмешгәрәй хан, Сафгәрәй хандың улы (1549—1551).
  • ЙәдгәрМөхәммәт хан, астрахань ханы Ҡасим II-нең улы (1552).
  • Әлиакрам хан (Нуғай династияһы) (1553—1556).

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Иҙел Болғары
  • Ҡаҙан татарҙары
  • Мырҙалар. Татар дворянлығы
  • Ҡаҙан хандары теҙмәһе
  • Имәнгәрәй

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Казанского ханства. М., 1991.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Татарская энциклопедия: В 6 т. - Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2006. - Т.3, С.147
  2. Татарская энциклопедия: В 6 т. - Казань, Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 2006. - Т.3, С.148
  3. Чувашская энциклопедия
  4. 4,0 4,1 Хамидуллин Б. Л. Казанское ханство // Большая российская энциклопедия. Т. 12: Исландия — Канцеляризмы. — М.: «Большая Российская энциклопедия», 2008. — 768 с. — ISBN 978-5-85270-343-9.
  5. Димитриев В. Д. Казанское ханство // Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  6. Худяков М. Г. Очерки по истории Казанского ханства 2011 йыл 7 апрель архивланған.
  7. Худяков М. Г. Очерки по истории Казанского ханства. Казань, 1923
  8. Фахрутдинов Р. Г. История татарского народа и Татарстана. (Древность и средневековье) 2012 йыл 13 декабрь архивланған.

Ҡаҙан ханлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ҡаҙан ханлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.