Ҡыпсаҡ-Асҡар
Ҡыпсаҡ-Асҡар (рус. Кипчак-Аскарово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 656 кеше[2]. Почта индексы — 452114, ОКАТО коды — 80202831001.
Ауыл | |
Ҡыпсаҡ-Асҡар рус. Кипчак-Аскарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452114 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә- 120501-се квартал (рус. квартал 120501)
- 120707-се квартал (рус. квартал 120707)
- 120708-се квартал (рус. улица 120708)
- Гагарин урамы (рус. улица Гагарина)
- Күгенәев урамы (рус. улица Кугенеев)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
- Низамов урамы (рус. улица Низамова)
- Күл урамы (рус. улица Озерная)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)[3]
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 100 %) тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1906 йыл | 1020 | ||||
1920 йыл 26 август | 1165 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 859 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 827 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 772 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 749 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 656 | 324 | 332 | 49,4 | 50,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәҠыпсаҡ‑Асҡар ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 20 ксаҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1664 йылда Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡыпсаҡ улусы Асҡар ауылы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл документтарҙа XVIII быуат башында күренә , уға тиклем,1795 йылда, 42 йортта 325 кеше йәшәгәнлеге теркәлә. 1865 йылда 150 йортта — 1041 кеше. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Октябрь революцияһына тиклем 2 мәсет, 2 мәҙрәсә булған. 1924 йылда башланғыс мәктәп асыла, 1935 йылда ете йыллыҡ мәктәпкә үҙгәртелә, 1970 йылда яңы типовой урта мәктәп һалына. Халҡы: 1906 йылда — 1020 кеше; 1920 йылда — 1165 кеше; 1939 йылда — 859 кеше; 1959 йылда — 827 кеше; 1989 йылда — 772 кеше; 2002 йылда — 749 кеше; 2010 йылда — 656 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, «Әхирәттәр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, китапхана, мәсет бар[5][6]. Ауыл тарихы буйынса бер нисә риүәйәт бар. Бер вариант:
Бер йылға булған. Шул йылғаның ике яғында ауыл ултырған. Береһенең исеме — Ҡыпсаҡ, икенсеһе — Асҡар. Ике исем уңайһыҙ. Бер аҡһаҡал: «Ағай-эне, бер ауылға ике исем уңайһыҙ, бер исемен генә ҡалдырайыҡмы, әллә бөтөнләй яңы исем ҡушабыҙмы?» — ти икән.Береһе — Ҡыпсаҡ, икенсеһе — Асҡар исемен ҡушайыҡ, ти торғас һуғышып китәләр. Өлкән аҡһаҡал:«Талашмағыҙ, берегеҙгә лә ҡыйын булмаҫ өсөн, ауылға Ҡыпсаҡ-Асҡар исемен ҡушабыҙ», — ти[7].
|
Риүәйәттәрҙә ауыл 500 йыл элек һалынған боронғо ауыл икәнлеге күрһәтелә. Вафа Әхмәҙиевтың хиәйәләүе буйынса Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһенең өҙөктәре бар. «1426 йыл. Дәште-Ҡыпсаҡ — хан ингән урын. Дәште-Ҡыпсаҡ, Хорезм, Ҡыпсаҡ һәм Ҡарағай Ҡыпсаҡ — бер ҡандан булған хандар. Ҡарағай Ҡыпсаҡтан быуындар бәйләнеше өлкән Эткенәгә, унан Сураҡҡа, уның улы — Ҡарабайға, унан — Үкәшкә барып тоташа. Уның артынан беҙҙең заман менән бәйле мосолман исемдәре килә».[8].
Шулай уҡ уҡығыҙ
үҙгәртергә- Тыуған яғым, мине ғәфү ит… (асыҡ хат)[9]
Тауҙары
үҙгәртергәСатыртау, Сусаҡтау, Күктимер тауы, Күсембәт тауы, Эткенәй тауы
Йылғалары
үҙгәртергәДим, Таҡ
Күлдәре
үҙгәртергәАҡкүл, Кирбес күле, Йөҙболан күле, Бүреауыҙ күле
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы (4.05.1910—22.12.1994), театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1963). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (1914—2001), театр актёры, эстрада артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956).
- Дәүләтша Игесәков (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Яхъя Килдеғолов (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Юлдаш Рәхмәтуллин (1786—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Моҡай Сапҡынов (1784—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы (10 май 1946 йыл) — физика‑математика фәндәре докторы (2005), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006).
- Ғайса Әхмәтов (1784—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
- Әхмәтов Заҡуан Зөфәр улы (25.04.1956—10.11.2021), филолог, уҡытыусы, мәғариф һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1995—2001 йылдарҙа район]мәғариф бүлеге етәксеһе; 2004—2016 йылдарҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.
- Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (1961) — театр артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бәҙретдинова Таһинур Зөфәр ҡыҙы, Шәйхетдинов М.Ә. Ҡыпсаҡ-Асҡар тарихы. — Өфө: «Матбуғат донъяһы», 2017 й. — С. 183..
Матбуғатта
үҙгәртергә- Йәшлек. 16 ғинуар 2015 Сәнғәткә ғашиҡ Гөлгөнә
- Юлдаш. 19 марта 2019Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы. 2022 йыл 8 декабрь архивланған.
- Башҡортостан ҡыҙы. 23 ноябрь 2021 «Дәүергә ауаздаш һүҙең ҡалһын…»
Сайтта
үҙгәртергә- 31 ғинуар 2022йылОфициальный портал Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
Видеофильмдар
үҙгәртергә- 2017 июнь 11 — Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы юбилейы Сельское поселение Кипчак-Аскаровский сельсовет
- Миңзәлә Муллағолова. Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы. Йыр. Етегән-2020.YouTube сайтында Видео
- ТОРМОШ. Әлшәй районының Кыпсаҡ-Асҡар ауылы. 27 декабрь, 2021 йылYouTube сайтында Видео
- Сусаҡтау ҡалҡыулығы (Башҡортостан, Кыпсаҡ-Асҡар ауылы) 28.07.2021YouTube сайтында Видео
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Башҡорт Википедияһы. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы
- ↑ Муниципальный район Альшшеевский район РБ / Кипчак-Аскаровцы отпраздновали 255-летие села (рус.) (недоступная ссылка)
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 24—26-сы б.б..
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 424. 2022 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ [http://albina-xalisova.ucoz.net/documents/sbornik_2020.pdf.pdf 155 — 157-се биттәр РЕСПУБЛИКАНСКИЕ КИЕКБАЕВСКИЕ ЧТЕНИЯ. Сборник материалов Республиканской научно-практической конференции «ХII Киекбаевские чтения», посвященной Международному дню родного языка, письменности и культуры и Году башкирского языка. г. Стерлитамак, 21 февраля 2020 г.]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡыпсаҡ-Асҡар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2022)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Кипчак-Аскарово на портале «Генеалогия и Архивы»
- Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 146—148-се б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Муниципальный район Альшшеевский район РБ / Кипчак-Аскаровцы отпраздновали 255-летие села (рус.) (недоступная ссылка)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |