Оло Чернигов районы
Оло Чернигов районы (рус. Большечерниговский район) — Һамар өлкәһенең көньяғында урынлашҡан муниципаль район.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
9 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк |
Оло Чернигов ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
Район башлығы |
Баландин Александр Виктор улы | ||
Халҡы (2014) |
18 380 | ||
Майҙаны |
2980 км² | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+7 84672 | ||
Автомобиль номерҙары коды |
63, 163 | ||
ОКАТО | |||
Административ үҙәге — Оло Чернигов ауылы.
География
үҙгәртергәРайон Һамар өлкәһенең көньяғындағы дала зонаһында урынлашҡан. Ҡаҙағстан, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһенең Оло Глушица, Пестравск райондары менән сиктәш.
Майҙаны — 2980 км². Төп йылға — Оло Ырғыҙ.
Тарих
үҙгәртергәРайон 1935 йылда барлыҡҡа килгән.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәОфициаль статистика буйынса 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 18 380 кеше теркәлгән.
2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 19 153 кеше иҫәпләнгән.
Районда бөтәһе 34 торлаҡ пункты бар.
1939[1] | 1959[2] | 1970[3] | 1979[4] | 1989[5] | 2002[6] | 2010[7] |
---|---|---|---|---|---|---|
17 980 | 16 400 | 19 310 | 19 954 | 21 412 | 20 766 | 19 153 |
Милли состав (2010): урыҫтар — 65,4 %, ҡаҙаҡтар — 10,3 %, башҡорттар — 9,5 %, сыуаштар — 5,4 %, татарҙар — 2,3 %, мордвалар — 1,8 %, украиндар — 1,8 %.
Оло Чернигов районында башҡорттар күпләп йәшәй. Уларҙың күпселеге Диңгеҙбай, Хәсән, Имәләй (Ҡыпсаҡ), Ҡасҡын (Таллы), Кинйәғол, Үтәкәй (Бөрйән) исемле тарихи башҡорт ауылдарында һәм Ырғыҙ, Костино ҡасабаларында йәшәй. 1999 йылда башҡорттарҙың милли-мәҙәни берләшмәһе — Оло Чернигов район йәмәғәт ойошмаһы «Ырғыҙ» башҡорт мәҙәни үҙәге булдырылған[8].
Административ бүленеш
үҙгәртергәОло Чернигов районы составына 9 ауыл биләмәһе керә[9]:
- Августовка ауыл биләмәһе (Августовка, Кесе Черниговка, Паньшино, Пекилянка)
- Оло Чернигов ауыл биләмәһе (Оло Чернигов, Гусиха, Ҡасҡын (Таллы), Шумовский)
- Восточный ауыл биләмәһе (Өҫкө Росташи, Восточный, Полянский, Устряловский)
- Глушицкий ауыл биләмәһе (Благодатовка, Глушицкий, Торшиловский)
- Краснооктябрьский ауыл биләмәһе (Исток, Кинйәғол, Костино, Краснооктябрьский, Фитали, Хәсән)
- Пензено ауыл биләмәһе (Яңы Кәмәлек, Пензено)
- Петровский ауыл биләмәһе (Аверьяновский, Петровский, Сестры)
- Поляков ауыл биләмәһе (Алексеевский, Кошкин, Поляков)
- Украинка ауыл биләмәһе (Украинка, Ырғыҙ, Диңгеҙбай, Имәләй (Ҡыпсаҡ), Үтәкәй (Бөрйән))
Күренекле кешеләр
үҙгәртергә- Йомағолов Харис Йомағол улы (1891—1937) — 1919—1920 йылдарҙа Башҡорт Совет республикаһының ваҡытлыса хәрби революцион комитеты етәксеһе, башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре (Хәсән ауылынан);
- Хәсән Бәшәр (1901—1938) — башҡорт совет яҙыусыһы (Үтәкәй (Бөрйән) ауылынан);
- Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (1905—1954) — башҡорт совет яҙыусыһы (Хәсән ауылынан);
- Ниғмәтуллин Рәшит Ниғмәтулла улы (Рәшит Ниғмәти) (1909—1959) — башҡорт совет яҙыусыһы, шағир, драматург, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ шағиры (Диңгеҙбай ауылынан);
- Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы (1913—1998) — педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре, фәлсәфә фәндәре кандидаты, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1936—1944 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡорт обкомы беренсе секретаре, 1951—1955 йылдарҙа КПСС-тың Башҡорт обкомының фән һәм уҡытыу ойошмалары булеге мөдире, 1955—1971 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры (Диңгеҙбай ауылынан);
- Рем Вяхирев (1934—2013) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм идарасыһы, «Газпром» компанияһының элекке башлығы (Оло Чернигов ауылынан).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus_pop_39_2.php
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus59_reg1.php
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus70_reg1.php
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus79_reg1.php
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus89_reg1.php
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus02_reg1.php
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus10_reg1.php
- ↑ Музей истории Самарского края и муниципальных образований в Самарской области. Большечерниговский муниципальный район. Историческая справка 2011 йыл 21 март архивланған.
- ↑ Интернет-портал Самарской Губернской Думы и представительных органов муниципальных образований в Самарской области. Общая характеристика муниципального района Большечерниговский Самарской области 2010 йыл 28 ноябрь архивланған.