Иҫке Көрмәнкәй, Көрмәнкәй (рус. Старокурманкеево) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 315 кеше[2]. Почта индексы — 453402, ОКАТО коды — 80222828004.

Ауыл
Иҫке Көрмәнкәй
башҡ. Старокурманкеево
Иҫке Көрмәнкәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Көрмәнкәй ауыл Советы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°11′04″ с. ш. 55°02′41″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1738

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

315[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар — 97%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453402

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 828 004

ОКТМО коды

80 622 428 111

ГКГН номеры

0519332

Иҫке Көрмәнкәй (Рәсәй)
Иҫке Көрмәнкәй
Иҫке Көрмәнкәй
Иҫке Көрмәнкәй (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Көрмәнкәй


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

1795 йылда — 216 кеше; 1816 йылда — 294 кеше; 1834 йылда — 388 кеше; 1870 йылда — 581 кеше; 1906 йылда — 423 кеше иҫәпкә алынған.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 444
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 268
1959 йыл 15 ғинуар 325
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 258
2002 йыл 9 октябрь 240
2010 йыл 14 октябрь 315 150 165 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Халыҡтың 97 процентын башҡорттар тәшкил итә (2002).

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Дәүләкән): 10 км
  • Ауыл Советы үҙәге[3].
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Дәүләкән): 10 км

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1865 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы, 1865—1867 һәм 1923—1930 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол улустарында, 1930 йылдан Дәүләкән районы составында. 2021 йылдың 12 июленән ауыл Советы үҙәге[3]. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе буйынса шул уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары Көрмәкәй (Көрмәнкәй) исеме менән нигеҙ һала, 1738 йылдан алып билдәле. Мең ырыуы еренә күсеп килеүгә һәм был урындарҙы биләүгә Өфө провинциаль концелярияһы һәм Башҡорттар эше комиссияһының 1738, 1755 һәм 1757 йылдарҙағы указы нигеҙ була. Һуңыраҡ шул уҡ шарттарҙа бында яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан (килешеү ваҡыты тамамланғас, күсеп китәләр). 1795 перепись буйынса 216 башҡорт, 172 татар иҫәпкә ингән. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған, уның улы улус старшинаһы Аслай Көрмәкәев билдәле. Малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү мәнән шөғөлләнгәндәр. XIX быуаттың 1‑се яртыһында Яңы Көрмәнкәй бүлендек ауылы (XX быуат 50‑се йылдарҙан алып Дәүләкән ҡалаһы эсендә) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала. 1858, 1896 (1916 йылда яна) йылдарҙа төҙөлгән Көрмәнкәй йәмиғ мәсете теркәлә. XIX быуат аҙағы XX баштарында ҡымыҙ әҙерләү һәм дауалау менән билдәле ауыл. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡымыҙ менән дауаланырға киләләр. 1929 йылда ер маҙаны 973 га тәшкил итә. 1929—2007 йылдарҙа Салауат исемендәге колхозда эшләйҙәр. 1967 йылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына һәйкәл ҡуйыла.
Башланғыс мәктәп (Дәүләкән башҡорт гимназия‑интернаты № 3 филиалы), клуб бар.[4][5]

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[6]

  • Дим урамы (рус. Дёмская (улица))
  • Күл урамы (рус.  Озёрная (улица))
  • Баҡса урамы (рус.  Садовая (улица))
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))

Археологик ҡомарҡылары

үҙгәртергә

Ауылдың төньяҡ-көнбайышында Бура мәҙәниәтенә ҡараған боронғо кешеләрҙең торағы, 1 км көньяҡ-көнсығышта 0,2—0,55 м бейеклектә, 13-15 диаметрлы 3 ҡурған урынлашҡан.[5]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Матбуғат биттәрендә

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. 3,0 3,1 Закон Республики Башкортостан от 1 июля 2021 года № 433-з «О переносе административного центра Курманкеевского сельсовета Давлекановского района Республики Башкортостан» 2021 йыл 9 июль архивланған.
  4. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 468-се б. 2022 йыл 27 март архивланған.
  5. 5,0 5,1 А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 288—289 б.б..
  6. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Иҫке Көрмәнкәй ауылы

Һылтанмалар

үҙгәртергә