Төлкөсура Алдағолов

Төлкөсура Алдағолов (?— 1739) — Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Көҙәй волосы башҡорт старшинаһы, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе, батыр.

Төлкөсура Алдағолов
Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Өфө өйәҙе, Себер даруғаһы, Көҙәй улусы

Үлгән ваҡыты

1739({{padleft:1739|4|0}})

Вафат урыны

Рәсәй империяһы, Өфө провинцияһы, Ҡазан даруғаһы, Минзәлә

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыБашҡорт ихтилалсылары

Командалыҡ итеү

Башҡорт ихтилалсылары хәрби формированиелары

Хәрби алыш/һуғыш

Башҡорт ихтилалдары (1735—1740)

Ихтилалдарҙа ҡатнашыуы

үҙгәртергә

Төлкөсура Алдағолов Өфө провинцияһы башҡорттары исеменән императрица Анна Иоанновнаға барлыҡ 4 даруғаның 22 волосынан 38 вәкиле төҙөгән һәм ҡул ҡуйған челобитныйҙы имзалауҙа ҡатнашҡан[1].

 
Төлкөсура-батыр Алдағолов

Был башланғыс 1735—1740 йылдарҙағы Башҡорт ихтилалдарының башланғыс осоронда Төлкөсура Алдағолов Йосоп Арыҡов менән берлектә үҙенең баш күтәреүселәр отряды менән Үрге Яйыҡ пристане янындағы Манғыш ауылы эргәһендә 1735 йылдың авгусында прапорщик Гладышевтың ылауына һөжүмдә ҡатнаша. 1736 йылдың февраль айында Өфө эргә-тирәһендә эш итә.

1736 йылдың 14 февралендә Себер даруғаһының Ҡобау ауылы янында 450 дворян, казак һәм һалдаттарҙан торған Ырымбур экспедицияһы отрядын еңеүҙә уңышҡа иреште.

1736 йылдың яҙында Мәндәр Ҡарабаев менән Себер даруғаһы территорияһында ихтилалда ҡатнашыусылар менән етәкселек итте.

1736 йылдың июнь башында Мөслим Хоҙайбирҙин һәм Яҡуп Сынмырҙин командованиеһы аҫтындағы хөкүмәткә «тоғро» отрядтарын, шул уҡ йылдың июнь уртаһында Себер даруғаһының Ҡыҙыл Яр (хәҙерге Красноуфимск ҡалаһы) нығытмаһынан алыҫ түгел — полковник П. Мартаков етәкселегендәге команданы ҡыйратты[2].

1737 йылдың яҙында ихтилалсыларҙың башҡа етәкселәре — Мәндәр Ҡарабаев һәм Бәпәнәй Төрөпбирҙин менән берлектә Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Таймаҫ Шәһимов отрядтарына ҡаршы һуғыша.

Июнь аҙағында — август башында баш күтәреүселәр отрядтары Алдағолов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев, Юлдаш Һөйәрембәтов һәм башҡалар етәкселегендә Бөрө, Көңгөр, Уҫы ҡалаларынан, Ҡатай острогынан, Красноуфимск нығытмаһынан һәм Иҫәт һәм Өфө провинцияларының башҡа тораҡ пунктарынан алыҫ түгел ерҙә алыш алып баралар.

1738 йылдың июль башында Төлкөсура үҙенең отряды менән полковник И. С. Арсеньев етәкселегендәге хөкүмәт командаһы өҫтөнән еңеү яулай, шулай уҡ Майор Люткин отряды менән алыштар алып бара.

Август уртаһында Төлкөсура Алдағолов Табын нығытмаһына Башҡорт комиссияһы начальнигы — генерал Л. Я. Соймоновҡа ғәйебен танып килә һәм иреккә ебәрелә.

1739 йылдың яҙында башҡорттар халыҡ һанын алыуға ҡаршы сыға. 1739 йылдың август айында Төлкөсура Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы территорияһында капитан Стрижевский етәкселегендәге команданы ҡыйратыу планын төҙөй, әммә хаинлыҡ арҡаһында команданы ҡыйратыу килеп сыҡмай, ә Төлкөсура үҙе бер нисә яугиры менән батша администрацияһына «тоғро» булған башҡорттар тарафынан ҡамауға эләгә һәм алыш барышында әсиргә эләгеп, Л. Я. Соймоновҡа Минзәләгә алып барыла.

1739 йылдың сентябрь айында язалап үлтерелә.

  • Аҡманов И. Ғ. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой пол. XVIII в. Свердловск, 1991.
  • Алеврас Н. Н., Конюченко А. И. История Урала. XI — XVIII века. — Челябинск: Южно-уральское книжное издательство, 2000. — 280 с. — ISBN 5-7688-0771-3.
  • Алтон С. Доннелли. Завоевание Башкирии Россией. Перевод с английского Л. Р. Бикбаевой. Уфа, 1995.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — 476 с.: ил. — ISBN 978-5-02-037008-1. Т. III. — 2011. — ISBN 978-5-7501-1301-9 (т. 3) (в пер.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә