Ҡаҙанғол
Ҡаҙанғол (рус. Казангулово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 441 кеше[2]. Почта индексы — 453421, ОКАТО коды — 80222822001.
Ауыл | |
Ҡаҙанғол рус. Казангулово | |
Ҡаҙанғол ауылы. XX быуат башында | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар — 94% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453421 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 441 | 215 | 226 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәРайон үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 24 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. 1744 йылға тиклем Ҡазан губернаһы Өфө провинцияһы, 1781 йылдан Өфө наместнигы составында. 1796—1865 йылдарҙа Ырымбур, 1865 йылдан Өфө губернаһы, 1865 йылдан Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы; 1865—1867 йылдарҙа — Дәүләкән улусы; 1867—1913 йылдарҙа Ҡаҙанғол улусы үҙәге, 1923 йылда Дәүләкән улусы, 1930 йылдан хәҙерге көнгә тиклем Дәүләкән районы составында. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1780 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылдан) алып билдәле. Тәүге тапҡыр Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһының 1744 йылғы картаһында күрһәтелгән (Ырымбур губернаһы 1744 йылдың 15 мартында барлыҡҡа килгән). 1826 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 йылда типтәрҙәр ҙә иҫәпкә алынған. Ауылдың исеме антропоним — Күҙемғол, Ҡаҙанғолдан алынған. Иҫке Яппар ауылы аҫаба башҡорто Күҙемғол Яппаров нигеҙ һала. 1805 йылғы картала ауыл Куҙанғол (Кузангулово) тип күрһәтелә. 1863 йылда Дәүләкән, Исмәғил, Ҡаҙанғол, Шәрип ауылдары составында Дәүләкән ауыл хужалығы йәмғиәте ойошторола. Аҫаба башҡорттар 5 966 дисәтинә ер, 471 дисәтинә урман менән файҙаланған. Ауылда мәсет, училище булған. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр. 1929 йылда дөйөм ер майҙаны 2598 га тәшкил итә. 1930 йылдар башында «Ҡыҙыл Урал» колхозы ойошторола.
Халҡы: 1795 йылда — 214 кеше; 1859 йылдв — 562 кеше; 1870 йылда — 469 кеше; 1896 йылда — 464 кеше; 1906 йылда — 545 кеше; 1917 йылда — 747 кеше, 1920 йылда — 655 кеше; 1939 йылда — 464 кеше; 1959 йылда — 420 кеше; 1989 йылда — 396 кеше; 2002 йылда — 382 кеше; 2010—441 кеше. Башҡорттар — 94 % (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[3][4]
Урамдары
үҙгәртергәИсемдәре:[5]
Тирә-яҡ топонимдары
үҙгәртергәКүлдәре
үҙгәртергәИсемдәре:[4]
- Олокүл
- Уҫайрыкүл
- Йүкәлекүл
- Яйпаҡ
Тауҙары
үҙгәртергәИсемдәре:[4]
- Сусҡаҡтау
Археологик ҡомартҡылар
үҙгәртергәҠаҙанғол ауылынан көньяҡта, 160 м алыҫлыҡта, Ҡаҙанғол ҡәберлеге, 1 саҡрым көньяҡта I Бура мәҙәниәте торағы, II Бура һәм Ҡурмантау мәҙәниәте торағы (б.э.т. 16-15 б. Б.) урынлашҡан.[4]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Килдейәров Миңлейәр Сәғәрйәр улы (21 ғинуар 1911 йыл — 17 декабрь 1944 йыл хәбәрһеҙ юғалған) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се атлы-артиллерия дивизионы ездовойы.«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942) менән бүләкләнгән.
- Муллағәлин Әҙһәм Хәбибулла улы (24 август 1921 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы элемтәсеһе, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Исмәғилев Сафа Исмәғил улы (октябрь 1906 йыл — ? 1981 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия сержанты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының эскадрон командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).
Видеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 470 2022 йыл 28 март архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 178—181 б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡаҙанғол ауылы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡаҙанғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 май 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 470-се б 2022 йыл 28 март архивланған.
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 178—181 б.б..
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡаҙанғол ауылы