Тикеев Фаил Солтан улы
Тикеев Фаил Солтан улы (19 август 1950 йыл) — тел белгесе, тарихсы, педагог. Тарих фәндәре кандидаты (2004), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Фаил Солтан улы Тикеев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Иглин районы, Иҫке Ҡобау ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
филология, тарих |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты |
Биографияһы
үҙгәртергәФаил Солтан (Әхмәтсолтан) улы Тикеев 1950 йылдың 19 авгусында Башҡорт АССР-ы Иглин районы Иҫке Ҡобау ауылында тыуған. Атаһы — Әхмәтсолтан Вәлиәхмәт улы, математика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, әсәһе — Сәймә Ғабдулла ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы, ағаһы — Тикеев Данис Солтан улы, тел белгесе[1]. Шәжәрәһе XVII—XVIII быуаттар сигендә йәшәгән ҡобау-мең ырыуы вәкиле Тикәйгә барып тоташа[2].
1967 йылда тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай. 1968 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта ике йыллыҡ журналистика курстарын тамамлай[1].
Институтты тамамлағас, Фёдоровка районы Денис ауылында яңы асылған урта мәктәптә директор булып эшләй. 1970—1980-се йылдарҙа Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбендә ете йыл директор вазифаһын үтәй. Унан һуң Таутөмән тимер юл мәктәбендә — уҡытыу буйынса директор урынбаҫары, Иглиндың 95-се урта һөнәри-техник училищеһында уҡытыусы булып эшләй[1].
1990-сы йылдарҙа Башҡортостан телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитетында директор урынбаҫары, «Башҡортостан» гәзитендә хәбәрсе, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә директор урынбаҫары булып эшләй[1].
2004 йылда Мәскәү дәүләт педагогия университетында аспирантураны тамамлай. Тарих фәндәре докторы И. В. Белоусов етәкселегендә «1925 йылғы РСФСР Конституцияһын тикшереү һәм ҡабул итеүҙең тарихи тәжрибәһе» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
1999 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһы «Ғилем» нәшриәтенең директор урынбаҫары, 2001—2013 йылдарҙа директоры вазифаларын башҡара. Бер үк ваҡытта 2008—2011 йылдарҙа [[Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]ның мәғлүмәт-полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһында — доцент, 2007—2013 йылдарҙа Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының Өфө филиалында китап нәшер итеү кафедраһы доценты һәм профессоры булып эшләй[1].
2013—2016 йылдарҙа Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
Иглин районы тарихында тәүге тапҡыр «Дәүер» исемле башҡорт телендә гәзит ойоштороуҙа ҡатнаша.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФаил Солтан улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт телен уҡытыу синтаксисына, башҡорт тел ғилемен, РСФСР Конституцияһын, Иглин һәм Нуриман райондары тарихын һәм бөгөнгөһөн, башҡорттарҙың ҡобау ырыуын өйрәнеүгә арналған[1].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Край родной, Иглинский // Авт.-сост. Тикеев Ф. С., Хусаинова Г. Т. и др.— Уфа: Гилем, Информреклама, 2002.
- Тикеев Ф. С. Вторая Конституция РСФСР. Опыт разработки и принятия. — Уфа: Гилем, 2005. — 127 с.
- Школьное образование в Иглинском районе РБ (Авт.-сост. Ф. Загирова, Ф. Тикеев). — Уфа: Гилем, 2006. — 207 с.
- Тикеев Ф. С. Академическое книгоиздание в Башкортостане. — Уфа: Гилем, 2008. — 249 с.
- Тикеев Д. С., Тикеев Ф. С. Хәҙерге башҡорт теле. Синтаксис. — Өфө: Ғилем, 2008. — 376 б.
- Край родной, Иглинский (Авт.-сост. Тикеев Ф. С. Старухина В. Г. Хусаинова Г. Т.) — Уфа: Гилем, 2009. — 320 с.
- Родной край Нуримановский (Авт.-сост. Г. Т. Хусаинова, Ф. К. Загирова, Ф. С. Тикеев). — Уфа: Гилем, 2010. — 260 с.
- Тикеев Ф. С. Башкирское языкознание: становление и история развития (1900—1950 гг.). — Уфа: Гилем, 2013.
- Тикеев Ф. С. Дж. Г.Киекбаев и проблемы башкирского языкознания. — Уфа: Мир печати, 2015. — 97 с.
- История башкирских родов. Кобау. Том 8 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Ф. С. Тикеев, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 192 с. ISBN 978-5-85051-633-8.
- Тикеев Ф. С. Великая Отечественная война. Герои Иглинского района. 1-й том. — 2018.
- Тикеев Ф. С. Старокубовская школа. 100 лет. — 2019.
- Тикеев Ф. С. Шежере рода Тикей. — 2019.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре,
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.