Иҫке Мерәҫ

Дәүләкән районындағы ауыл, Башҡортостан

Иҫке Мерәҫ (рус. Старомрясово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. Имай-Ҡарамалы ауыл Советы биләмәһенә инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 259 кеше[2]. Почта индексы — 453427, ОКАТО коды — 80222816009.

Ауыл
Иҫке Мерәҫ
рус. Старомрясово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән

Ауыл советы

Имай-Ҡарамалы

Координаталар

54°16′24″ с. ш. 55°31′18″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Мерәҫ

Халҡы

259[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453427

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 816 009

ОКТМО коды

80 622 416 106

Иҫке Мерәҫ (Рәсәй)
Иҫке Мерәҫ
Иҫке Мерәҫ
Иҫке Мерәҫ (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Мерәҫ


Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 373 197 176
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 259 125 134 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың тарихыҮҙгәртергә

Ауылға XVIII быуаттың 1‑се яртыһында Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Көнсығышҡа табан 49 км алыҫлыҡта Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Мерәҫ — тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов исеме. 1815 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында — ҡаҙаҡтар, 1817 йылда һәм 1832 йылда шундай уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттар килеп ултыра. 1795 йылда 25 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 йылда 71 йортта — 397 кеше.

Ауыл халҡы малсылыҡҡ, умартасылыҡ, игенселек, урман кәсептәре менән шөғөлләнгән. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. 1835 йылда Иҫке Мерәҫ 7‑се башҡорт кантонының үҙәге булған. XIX быуат аҙағында — XIX быуат башында Яңы Мерәҫ ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙерге исемен ала[3][4].

Ҡаҙаш тархан легендаһынан өҙөк:

  Иҫке Мерәҫ – бик боронғо ауыл. Юлымбәт исемле бай Ҡаҙаш тархан нәҫеленән булған. Юғарыла әйтелгән бөтә ауылдар ҙа Ҡаҙаш нәҫеленән, уларҙы Ҡаҙаш тархан башҡорттары тип һанайҙар. Юлымбәт байҙың улы Мерәҫ Өршәк буйындағы күренекле старшина булған, ул идара иткән осорҙа ауылдарҙа мәҙрәсә, мәхәлләләр һалынған, бик башлы аҡыл эйәһе булған. Уның улы Ибраһим Мерәҫов Салауат яуында ҡатнашҡан, күренекле старшина. Уның улы Усман, 7-се башҡорт кантоны старшинаһы, Ҡаҙморонға ( хәҙер Уҫман) күсә[5].  

УрамдарыҮҙгәртергә

Исемдәре:[6]

  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))

Географик урыныҮҙгәртергә

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Ревизия мәғлүмәттәреҮҙгәртергә

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкаларыҮҙгәртергә

Халыҡ ижады информаторҙарыҮҙгәртергә

  • «Ерләү йолаһы (Ҡәбер ҡаҙыу)» 1989 йылда Усманов Ибраһим Ибраһим улынан (1905 йыл— ?) Р.Ә.Солтангәрәева яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I томға һәм «Дәүләкән ынйылары»на ингән .
  • «Кендек инәһенең теләктәре» 317(Ғ) 1988 йылда Сөләймәнова Мәфтуха Миңлеғәле ҡыҙынан (1909 йыл-?) Р.Ә.Солтангәрәева яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I томға һәм «Дәүләкән ынйылары»на ингән.[8]

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Иҫке Мерәҫ ауылы, Дәүләкән районындағы ауыл
  4. А.З.Асфандияров. «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий». — Өфө: «Китап», 2009 й. — С. 369—370-се б..
  5. А.М.Хәкимйәнова, Р.Г.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 333-сө б..
  6. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Иҫке Мерәҫ ауылы
  7. С.А.Килдин, С.М.Ярмуллин, Ф.Ф.Ғайсина. «Башҡортостан — әүлиәләр иле » Йәғәфәр ишан. — Өфө: «Китап», 2012 й. — С. б..
  8. А.М.Хәкимйәнова, Р.Г.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 328. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 325-сө (357)..


ҺылтанмаларҮҙгәртергә