Яңы Яппар
Яңы Яппар (рус. Новояппарово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 408 кеше[2]. Почта индексы — 453416, ОКАТО коды — 80222822007.
Ауыл | |
Яңы Яппар башҡ. Новояппарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар — 98% |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453416 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 408 | 203 | 205 | 49,8 | 50,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәРайон үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 20 км алыҫлыҡта Дим йылғаһының һул яғында урынлашҡан. 1895 йылға тиклем Ҡырҡ-Өйлө-Мең, 1895—1867 йылдарҙа Дәүләкән, 1867—1923 йылдарҙа Ҡаҙанғол , 1923 −1926 йылдарҙа Дәүләкән улустарында. 1926—1930 йылдарҙа Өфө кантоны Абрай улусы, 1930—1932 йылдарҙа Шишмә районы Иҫке Шишмә ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы Исмәғил ауыл Советы, 1954 йылдан Ҡаҙанғол ауыл Советы составында. Ауылға Бәләбәй өйәҙе территорияяһында шул уҡ өйәҙҙең Яппар ауылы (хәҙерге Иҫке Яппар ауылы) кешеләре 1819 йылда нигеҙ һала. Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы 1895 йылда Дәүләкән мәҙрәсәһен тамамлай, Яңы Яппар ауылына мулла итеп тәғәйенләнә. Ауылда мәҙрәсә аса, унда рус теленән белем бирә. 1896 йылда 7101 дисәтинә ер һәм 637 дисәтинә урман менән файҙаланғандар. 1896 йылда 72 йортта 415 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, умартасылыҡ, игенселек, арба тәгәрмәстәре һәм туғындары яһау, ҡымыҙ әҙерләү һәм дауалау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Совет власы осоронда «Яңы Тормош», «Дим» колхозында эшләйҙәр. 1972 йылда акушерлыҡ-фельдшер пункты, 1975 йылда «Билдәһеҙ һалдатҡа» яҙыу менән һәйкәл, 1976 йылда ауыл клубы, 1987 йылда балалар баҡсаһы асыла. Халҡы: 1906 йылда — 485 кеше; 1920 йылда — 590 кеше; 1939 йылда — 554 кеше; 1959 йылда — 512 кеше; 1989 йылда — 372 кеше; 2002 йылда — 411 кеше; 2010 йылда — 408 кеше. Башҡорттар — 98 % (2002).[3][4]
Урамдары
үҙгәртергәИсемдәре:[5]
Географик урыны
үҙгәртергәБилдәле кешеләре
үҙгәртергә- Ураҡсина Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы (19.10.1950—23.08.2015) — башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе, педагог. СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991). Филология фәндәре кандидаты.
- Сәлимов Мәхмүт Бакир улы (20 июнь 1960 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник. Осетин-Ингуш низағында, чечен һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Видеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 471-се б. 2022 йыл 31 март архивланған.
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 246—249 б.б..
- ↑ «Налог Белешмәһе» статистикаһында Яңы Яппар ауылы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңы Яппар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 471-се б. 2022 йыл 31 март архивланған.
- «Налог Белешмәһе» статистикаһында Яңы Яппар ауылы
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 246—249 б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |