Оло Глушица районы
Оло Глушица районы (рус. Большеглушицкий район) — Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан муниципаль район.
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Статус | ||
Урынлашҡан урыны | ||
Берләштерә |
8 ауыл биләмәһе | |
Административ үҙәк |
Оло Глушица ауылы | |
Барлыҡҡа килеүе | ||
Район башлығы |
Грибеник Александр Василий улы | |
Халҡы (2010) |
20 389 | |
Майҙаны |
2534 км² | |
Ваҡыт бүлкәте | ||
Телефон коды |
+7 84673 | |
Автомобиль номерҙары коды |
63, 163 | |
Рәсми сайты | ||
ОКАТО | ||
Административ үҙәге — Оло Глушица ауылы.
ГеографияһыҮҙгәртергә
Район Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм көньяҡ дала зонаһына керә. Һамар өлкәһенең Алексеев, Нефтегорск, Волжск, Красноармейск, Пестравск, Оло Чернигов райондары һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш.
Майҙаны — 2534 км².
Районда Оло Ырғыҙ йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Кәрәлек, Оло Глушица, Журавлиха, Таловка йылғалары аға.
Климаты — континенталь һәм ҡоролоҡло.
ТарихҮҙгәртергә
1862, 1871 һәм 1872 йылдарҙа Кәрәлек йылғаһы буйында урынлашҡан башҡорт йәйләүҙәрендә билдәле урыҫ классигы Лев Николаевич Толстой үҙенең һаулығын ҡымыҙ менән дауалай.
Район 1928 йылда барлыҡҡа килгән.
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 20 389 кеше иҫәпләнгән[1].
Районда бөтәһе 33 торлаҡ пункты бар.
1989 йылда уҙғарылған Бөтә Союз халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 972 башҡорт иҫәпләнгән, уларҙың күпселеге Таш-Күстән һәм Моратша ауылдарында йәшәгән[1]. Хәҙерге ваҡытта башҡорттар шулай уҡ Южный ҡасабаһында ла күпләп йәшәйҙәр[2].
Административ бүленешҮҙгәртергә
Оло Глушица районы составына 8 ауыл биләмәһе керә.
Күренекле кешеләрҮҙгәртергә
- Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (1892—1937) — башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы (Таш-Күстән (Ташбулат) ауылынан);
- Дәүләтшин Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Дәүләткирәй улы (1893—1938) — башҡорт яҙыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре (Таш-Күстән (Ташбулат) ауылынан);
- Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9.09.1912—16.07.1999) — ғалим, инженер-механик, техник фәндәр докторы (1964), профессор (1965)(Таш-Күстән (Ташбулат) ауылынан)[3].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Портал Самарской Губернской Думы 2013 йылдың 19 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ История развития Большеглушицкого района 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2017)