Ҡаҙырғол

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районындағы ауыл

Ҡаҙырғол (рус. Кадыргулово) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 234 кеше[2]. Почта индексы — 453424, ОКАТО коды — 80222819001.

Ауыл
Ҡаҙырғол
рус.  Кадыргулово
Ҡаҙырғол мәсете (2019)
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дәүләкән районы

Ауыл биләмәһе

Ҡаҙырғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)

Координаталар

54°09′04″ с. ш. 55°33′53″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуаттың икенсе яртыһында

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

234[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар — 95%

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453424

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 222 819 001

ОКТМО коды

80 622 419 101

Ҡаҙырғол (Рәсәй)
Ҡаҙырғол
Ҡаҙырғол
Ҡаҙырғол (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаҙырғол


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 234 114 120 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тиимер юл станция8ынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 43 км алыҫлыҡта Өршәк йылғаһы буйында урынлашҡан. 1895 йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусы, 1896 йылдан һуң Бәләбәй өйәҙе Ҡаҙанғол улусы составында. 1914—1923 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Имай-Ҡарамалы улусы, 1923—1930 йылдарҙа Стәлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең, 1960—1932 йылдарҙа Ауырғазы районы Яңы Йәнбәк ауыл Советы, 1932 йылдан Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауыл Советы составында. 1919—1923 йылдарҙа һәм 1965 йылдан Ҡаҙырғол ауыл Советының административ үҙәге. 1932—1951 йылдарҙа Яңы Йәнбәк ауыл Советы, 1952—1965 йылдарҙа Филипповка ауыл Советы биләмәһендә. Тәүге тапҡыр 1795 йылдарҙа телгә алына, ләкин был ваҡытта тиклем 10 ихатала 55 кеше йәшәгәнлеге теркәлгән. Ауылға 18 быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһының Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ҡаҙырғол Бигешев исеме менән аталған. 1843 йылда 121 кешегә 24 бот ужым һәм 248 бот ярауай ашлыҡ сәселгән. 17 ихата-йортҡа 121 ат, 60 эре мөгөҙлө мал, 34 һарыҡ һәм 6 кәзә иҫәпкә алына. 1896 йылда ауыл халҡы 2332 дисәтинә ер һәм 22 дисәтинә урман менән файҙаланған. Малсылыҡҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет барлығы теркәлгән. Совет осоронда «Ҡыҙыл Йондоҙ», III Интернационал исемендәге, «Өршәк», «Маяҡ» колхозында эшләйҙәр. 1966 йылда электр уты үткәрелә. 1975 йылда Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл асыла.1985 йылда ауылдан 2 саҡрым алыҫлыҡта «Өршәк» колхозы быуа төҙөй. 1992 йылда ветеринария бүлексәһе асыла, 2000 йылда КФХ «Ләйсән» ойошторола. 2019 йылдың август айында яңы мәсет асыу тантанаһы уҙа. Башланғыс мәктәп (Яңы Йәнбәк урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халҡы: 1795 йылда — 55 кеше; 1834 йылда — 121 кеше; 1870 йылда — 179 кеше; 1906 йылда — 185 кеше; 1917 йылда — 289 кеше; 1920 йылда — 256 кеше; 1939 йылда — 313 кеше; 1959 йылда — 203 кеше; 1989 йылда —181 кеше4 1999 йылда — 267 кеше; 2002 йылда — 255 кеше; 2010 йылда — 234 кеше. Башҡорттар — 95 % (2002).[3][4]

Урамдары

үҙгәртергә

Исеме:[5]

  • Үрге урам (рус. Верхняя (улица))
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица))

Географик урыны

үҙгәртергә


Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Халыҡ ижады информанттары

үҙгәртергә
  • Хәмитов Миңлегәрәй Искәндәр улынан (1909 йылғы) 1989 йылда Р.Солтангәрәева «Тереләрҙең әхирәткә күсеүсе менән хушлашыу» йолаһын яҙып алған.[6]

Видеояҙма

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 470-се б 2022 йыл 28 март архивланған.
  4. А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 177—178 б.б..
  5. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Ҡаҙырғол ауылы
  6. Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (№370В -368-се б.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә