Минзәлә (йылға)
Минзәлә (татар. Минзәлә) — Рәсәйҙәге йылға. Татарстан буйлап аға. Элекке — Ыҡ йылғаһы ҡушылдығы, хәҙер Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына ҡоя
Минзәлә | |
Ҡайҙа ҡоя | Нижнекамское водохранилище[d] |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Ургуда, Мазинка[d], Ичаня, Холодная (Минзәлә ҡушылдығы), Ҡалыш лы (Минзәлә ҡушылдығы), Сакловасу[d], Татарский Илек[d] һәм Ашпалинка[d] |
Бассейн майҙаны | 2120 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Татарстан Республикаһы |
Оҙонлоҡ | 159 km |
Минзәлә Викимилектә |
Физик-географик ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәЙылға оҙонлоғо 123 км, бассейндың һыуйыйғыс майҙаны — 2100 км². Йылғаның башы Сарман районының Яңы Минзәләбаш ауылында башлана, Минзәлә йылғаһы Кама йылғаһы үҙәненә ҡарата юғары асимметрик ауыш тигеҙлектә аға. Йылға үҙәне йырындар селтәре, рельефының карст формалары менән киң һәм ассиметрик[1]
Минзәлә йылғаһына 34 ҡушылдыҡ ҡоя, улар араһында иң эреһе булып тора Ичаня (50,7 км), Ургуда (31 км), Сакловасу (15 км), Ҡамышлы (14,6 км), Ашпалинка (13,2 км), Мәзин, Холодная, Татар Илек һ. б. тора.
Сығанағының бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 233 метрҙан юғарыраҡ[2]. Тамағы бейеклеге — диңгеҙ кимәленән 63 м.[3]
Гидрографияһы
үҙгәртергәЙылға аҙ һыулы. Йылғаның туҡланыуы ҡатнаш, башлыса ҡарлы (76 %). Йыл эсендә аҡмаһы тигеҙ түгел. Йыллыҡ аҡманың ҡатламы — 103 мм, шуларҙың 78 мм яҙғы ташҡын осорона тура килә. Февралдә тотороҡло, бик түбән, тамағында 1.8 м³/с. Ер аҫты һыуҙары менән туҡланыуы 0,25—3,0 л/с·км² тәшкил итә.
Һыуҙың сифат составы йылға гидрокарбонат-сульфатлы-калцийлынан алып хлорид-гидрокарбонатлы-кальцийлыға тиклем оҙонлоғо буйынса үҙгәрә, ҡатылығы яҙын 6,5—9.0 ммоль/л алып 9-20 ммоль/л тиклем һайыҡҡанда. Минераллашыу — 400-500 мг/л яҙын 500-1000 мг/л тиклем һайыҡҡанда. Тоноҡлоғо — 1900 г/м³1900 г/м3.[4]
Хужалыҡта ҡулланыу
үҙгәртергәЙылға төбәк өсөн ҙур хужалыҡ әһәмиәтенә эйә. Бер нисә тораҡ пунктты, ауыл хужалығы предприятиеларын һыу менән тәьмин итеү ҡулланыла[4].
Татар АССР-ы Министрҙар Советының 1978 йылдың 10 ғинуарындағы 25 -се ҡарары менән Минзәлә йылғаһы төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылған. Татарстан Республикаһында айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары исемлегенә инә[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Главный редактор А. И. Щеповских.Государственный реестр особо охраняемых природных территорий в Республике Татарстан, издание второе (rtf). Кабинет Министров Республики Татарстан. Дата обращения: 9 сентября 2017.
- ↑ Карта бите N-39-34-C-d.
- ↑ Лист карты N-39-11 Мензелинск. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1987 год. Издание 1992 г.
- ↑ 4,0 4,1 Главный редактор А. И. Щеповских. Государственный реестр особо охраняемых природных территорий в Республике Татарстан, издание второе (rtf). Кабинет Министров Республики Татарстан. Дата обращения: 9 сентябрь 2017. 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.
- ↑ Постановление от 18 января 1996 г. № 22 о сохранении и развитии сети особо охраняемых природных территорий Республики Татарстан . Кабинет министров Республики Татарстан. Дата обращения: 20 февраль 2011. Архивировано 4 июль 2012 года.
Сығанағы
үҙгәртергә- Татарская энциклопедия: В 6 т. / Гл. ред. М. Х. Хасанов, отв. ред. Г. С. Сабирзянов. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ.
- «Минзәлә (йылға)» — информация об объекте в Государственном водном реестре