Төньяҡ-көнбайыш диалект

Төньяҡ-көнбайыш диалект (шулай уҡ көнбайыш диалект) — башҡорт теле диалекттарының береһе.

Төньяҡ-көнбайыш диалект
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Башҡортостан, Пермь крайы, Татарстан

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрки тармағы
Ҡыпсаҡ төркөмө
Ҡыпсаҡ-болғар төркөмсәһе
Әлифба

кириллица (башҡорт яҙыуы)

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

баш 086

ISO 639-1

ba

ISO 639-2

bak

ISO 639-3

bak

Төньяҡ-көнбайыш диалект ареалында башҡорт һәм татар телдәре һөйләштәренең үҙ-ара тәьҫир итеү процесстары әүҙем барған — башҡорт һөйләштәре татар теленең урта диалекты һөйләштәренә яҡынлашҡан, ә татар һөйләштәре, атап әйткәндә фонетика һәм лексика өлкәһендә, башҡорт диалектологик һыҙаттары йоғонтоһона бирелгәндәр[1].

Таралыу ареалы

үҙгәртергә
 
Башҡорт теленең диалекттары картаһы

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Баҡалы, Балтас, Благовар, Благовещен, Борай, Бөрө, Бүздәк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Краснокама, Кушнарен, Ҡариҙел, Саҡмағош, Туймазы, Тәтешле, Шаран һәм Яңауыл райондарында[2], Татарстан Республикаһының Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Баулы, Бөгөлмә, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Әгерже, Әлмәт, Ютазы һәм башҡа райондарында, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе, Пермь, Уй, Чернушка һәм башҡа райондарында, һәм тағы ла Ырымбур өлкәһенең көнбайыш өлөшөндәге бер нисә торама пункттарҙа таралған[1].

Һөйләштәре

үҙгәртергә

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында 5 һөйләште айыралар:

Лингвистик ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Фонетика

үҙгәртергә

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының төп фонетик билдәләре:

  • [с] тартынҡыһы урынына [щ] тартынҡыһын ҡулланыу (ҡариҙел һөйләшенән башҡа): әҙәби телдә «аҡсарлаҡ» (чайка) аҡ[с]арлаҡ — диал. аҡ[щ]арлаҡ[3] һ. б.;
  • [һ] тартынҡыһы урынына [с] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә «һарымһаҡ» (чеснок) [һ]арым[һ]аҡ — диал. [с]арым[с]аҡ һ. б.;
  • һүҙ башында [й] тартынҡыһы урынына [ж] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә «йомғаҡ» (клубок) [й]омғак — диал. [ж]омғаҡ[4] һ. б.;
  • [өй][5] ҡушылмаһының [ү] һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәби телдә «өйрәнеү» (учиться) [өй]рәнеү — диал. [ү]рәнеү, әҙәби телдә «һөйләү» (рассказывать) һ[өй]ләү — диал. с[ү]ләү һ. б.;
  • ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә [һ] тартынҡыһының төшөп ҡалыуы: әҙәби телдә «һауа» (воздух) [һауа] — диал. [ауа] һ. б[6].

Башҡорт әҙәби телендә һымаҡ [ә] һуҙынҡыһы [к] һәм [т] тартынҡыларынан башланған беренсе ижектәрҙә ҡулланыла: әҙәби телдә «кәрәк» (надо) к[ә]р[ә]к — диал. к[ә]р[ә]к; әҙәби телдә «кәштә» (полка) к[ә]шт[ә] — диал. к[ә]шт[ә] һ. б.

Түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм ҡариҙел һөйләштәрендә, шулай уҡ минзәлә һәм бөгөлмә башҡорттарының телдәрендә, башҡорт әҙәби телендә [ҙ] тартынҡы хәрефе менән билдәләнгән ð өнө актив рәүештә ҡулланыла:

диал. бе[ҙ] — әҙәби телдә «беҙ» (мы) бе[ҙ];
диал. се[ҙ] — әҙәби телдә «һеҙ» (вы) һе[ҙ];
диал. ҡо[ҙ]а — әҙәби телдә «ҡоҙа» (сват) ҡо[ҙ]а;
диал. И[ҙ]ел — әҙәби телдә «Иҙел» (гидроним, Волга) И[ҙ]ел һ. б[1].

Ҡариҙел һөйләшендә шулай уҡ артабанғылар таралған:

  • [рт], [лт], [мт], [нт], [мк], [мҡ], [нҡ], [ңҡ] диссимилятив ҡушылмалары (көньяҡ диалекттың урта һөйләшендәге кеүек) күҙәтелә: әҙәби телдә «бында» (здесь) бы[нд]а — диал. мы[нт]а, «барҙы» (ходил) ба[рҙ]ы — ба[рт]ы һ. б.;
  • аффикстар һәм киҫәксәләр башындағы [л], [н], [д] урынына [ҙ] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәби телдә «ҡалала» (в городе) ҡала[л]а — диал. ҡала[ҙ]а, «барһа ла» (даже если пойдёт) барһа [л]а — барһа [ҙ]а һ. б.;
  • [өй] ҡушылмаһының [и] һуҙынҡыһына күсеүе[7]: әҙәби телдә «төймә» (пуговица) т[өй]мә — диал. т[и]мә һ. б.;
  • [ы] һәм [э] һуҙынҡыларының иренләшеүе: әҙәби телдә «шыма» (гладкий) ш[ы]ма — диал. ш[о°]ма, «сепрәк» (тряпка) с[æ]прәк — с[ө]прәк һ. б[1].

Ғәйнә һөйләшендә шулай уҡ таралыу алғандар:

  • [а], [ә] һуҙынҡылары урынына [ы], [е] һуҙынҡыларын ҡулланыу: әҙәби телдә «ҡырау» (заморозки) ҡыр[а]у — диал. ҡыр[ы]у, әҙәби телдә «берәү» (один) бер[ә]ү — диал. бер[е]ү һ. б[8].

Грамматика

үҙгәртергә

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының төп грамматик билдәләре[9]:

  • ҡылымдың үткән заманының -ғаныйы/-гәнейе аффикстарының әҙәби телдәге -ғайны/-гәйне варианты менән йәнәш ҡулланылыуы: әҙәби телдә «саҡырғайным» (я позвал) — диал. «чаҡырғаныйым» и «чаҡырғайным», «үҫтергәйнек» (мы вырастили) — «үстергәнейек» и «үҫтергәйнек» һ. б.;
  • ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешенең -ың/-ең архаик формалағы аффиксы менән килеүе: әҙәби телдә «алығыҙ» (возьмите) — диал. «алың», әҙәби телдә «китегеҙ» (уходите) — диал. «китең» һ. б.;
  • -ма/-мә, -ыҡ/-ек һүҙ яһаусы аффикстарының продуктивлығы: «болама» (беспорядок), «ҡатыҡ» (жёсткий) һ. б.;
  • ҡылымдың 2-се затындағы парадигмаһында берлектәге (сың/-сең һәм -сын/-сен) һәм күплектәге (-сыз/-сез һәм -сығыҙ/-сегеҙ) аффикс варианттары: әҙәби телдә «һорайһың» (спрашиваешь) — диал. «сурайсың» и «сурайсын», әҙәби телдә «бараһығыҙ» (идёте) — диал. «барасыз» һәм «барасығыҙ» һ. б.

Диалектты өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Шакуров Р. З. Диалектная система башкирского языка // Ватандаш. — 2012. — № 8. — С. 40—61. — ISSN 1683-3554.
  2. Шулай уҡ өлөшләтә Башҡортостандың Миәкә һәм Әлшәй райондарының бер нисә тораҡ пунктарында таралған Башкортостана (ғәйнә һәм һарайлы-мең ырыуҙары башҡорттары).
  3. Ҡ — кириллицала ҡулланылған хәреф, [q] тартынҡы өнөн билдәләй.
  4. Ғ — кириллицала ҡулланылған хәреф, [ɣ] тартынҡы өнөн билдәләй.
  5. Ө — кириллицала ҡулланылған хәреф, [œ] һуҙынҡы өнөн билдәләй.
  6. Дилмөхәмәтов М. И., Ишбулатов Н. Х. Төньяҡ-көнбайыш диалект // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. [Р] тартынҡыһы алдындағы позициянан башҡа.
  8. Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние): монография. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1991. — С. 209. — 296 с. — ISBN 5-295-00642-5.
  9. Дильмухаметов М. И., Ишбулатов Н. Х. Диалект северо-западный. // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.2. В—Ж. — Уфа, 2006. — С.474—475.
  • Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. — М., 1955. (рус.)
  • Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге. — Өфө: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7.
  • Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге. Көнбайыш диалект. 3-сө том. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987.
  • Ғәләүетдинов И. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф. Башкирский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств: Энциклопедия в 3-х томах / Ред. коллегия: В. Н. Ярцева (предс.), В. А. Виноградов (зам. предс.), В. М. Солнцев, Э. Р. Тенишев, А. М. Шахнарович, Е. А. Поцелуевский (отв. секр.), Г. А. Давыдова; Институт языкознания РАН. — М.: Наука, 1997. — Т. 1. — С. 173—182. — 432 с. — ISBN 5-02-011237-2.
  • Галяутдинов И. Г. Два века башкирского литературного языка. — Уфа: Гилем, 2000.
  • Ғәләүетдинов И. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф., Халиҡова Р. Х. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993. — 320 б.
  • Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 234 с.
  • Илишев И. Г. Язык и политика в многонациональном государстве. — Уфа, 2000. — 270 с. (рус.)
  • Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0.
  • Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996. (рус.)
  • Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкир. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4. (рус.)
  • Poppe N. N. Bashkir manual. Descriptive grammar and texts with a Bashkir-English glossary. Bloomington, 1964. (инг.)
  • Северо-западный диалект башкирского языка. Научный отчет диалектологической экспедиции 1954 года. — Уфа: Гилем, 2008. — 372 с. (рус.)
  • Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө, 2001.

Һылтанмалар

үҙгәртергә