Асылыкүл — Башҡортостандағы иң ҙур күл, Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш — төньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Урал алдының урман-дала зонаһына керә. Күл өҫтөнөң майҙаны — 23,5 км2 , тәрәнлеге иһә — 5,1 метр. Уның буйы — 8, киңлеге — 5 км. Күл урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған.

Озеро
Асылыкүл
башҡ. Асылыкүл, Асыулыкүл
Морфометрия
Абсолют бейеклеге221 м
Үлсәме7 × 5 км
Майҙаны23,5 км²
Күләме0,119 км³
Уртаса тәрәнләк5,1 м
Урынлашыуы
54°18′46″ с. ш. 54°34′38″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 10010201311111100005564
Регистрационный номер в ГКГН: 0526622
Рәсәй
Точка
Асылыкүл
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Асылыкүл
 Асылыкүл Викимилектә

Башҡорт халҡының «Заятүләк менән Һыуhылыу» боронғо эпосы төп ваҡиғалар урыны.

Атаманың сығышы

үҙгәртергә

Бынан бик күп йылдар элек был күл булмаған. Буранғол ауылы аша Асылы тигән йылға ағып ятҡан. Ул Сәрмәсәнгә ҡойған. Күл урынында Ташлытау ҡалҡып торған. Бөтә тирә-яҡ урман булған.

Бынан бер нисә йөҙ йыл элек, йәйге көндәрҙең береһендә, тау артынан ҡара болот ҡалҡҡан. Бик ныҡ күк күкрәгән, ямғыр ҡоя башлаған. Ямғыр шул хәтле көслө ҡойған — Асылы йылғаһы ауылды баҫып киткән. Кешеләр аяҡтан йығылған, хайуандар үкергән.

Иртәгеһенә ҡараһалар — Ташлытауҙың уртаһы убылған, шул урында ҙур күл барлыҡҡа килгән. Асылы йылғаһы ағышын бороп, шул күлгә ҡоя башлаған. Ана шуға был күлде Асылыкүл тип атағандар.

Күл соҡоро Олотау, Тоболғаҡ, Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты араһында урынлашҡан.

Яҙ миҙгелендә Асылыкүлгә Шарлама шишмәһе ағып төшә. Һыу кимәле күтәрелгәндә күлдән Асылы Өйҙөрәк инеше ағып сыға һәм Кесе Өйҙөрәк йылғаһына (Димдең уң ҡушылдығына) ҡоя.

Асылыкүл атамаһының килеп сығышына бәйле фекерҙәр төрлөсә. В. И. Даль уны Ассулы рәүешендә яҙып ҡалдырған һәм шулай аңлатҡан: «Асыҡ, төпһөҙ, бәлки, дөрөҫөрәге асыулы, сөнки, ысынлап та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күл үҙгәреп тора, йәйелә һәм кире тайта, арта һәм кәмей». Башҡортса Аслыкүл — «ике төплө күл», Аҫылкүл — «матур күл» була, тип тә фараз ҡылғандар. А. Г. Бессонов менән Ж. Ғ. Кейекбаев иһә атаманы «горько-соленое озеро» тип тәржемә иткән. Р. 3. Шәкүров та шундай ҡарашта.

 

 

Күлдең борон Ҡаратабын күле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған.

Үҫемлектәр донъяһы

үҙгәртергә

Асылыкүлдең тирә-яғында шырт еҙүлән, аҡтамыр, быуын япраҡлы шалфей, сел үләне кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр һаҡланып ҡалған.

Хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Яр буйҙарындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа һайраусы ҡоштар моң һуҙа, күл фаунаһында ондатра, үлән араларында тәлмәрйен, кеҫәртке кеүек ер-һыу хайуандары осрай.

Күлдең һыуы ҡаты, тоҙло, химик составы буйынса сульфат синыфының натрий төркөмөнә ҡарай.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Сәмийән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға.