Нуғайҙар (нуғ. Ногайлар) — башлыса Төньяҡ Кавказда һәм Дағстанда йәшәүсе төрки телле халыҡ. Антропологик яҡтан көньяҡ себер расаһына ҡарайҙар. Нуғайҙарҙың антропологик тибында монголоид һәм европеоид элементтары бар. Нуғай теле алтай телдәр ғаиләһенең төрки группаһының ҡыпсаҡ подгруппаһына керә. Нуғай телендә ҡарануғай һәм кубан диалектары бар, шулай уҡ ставрополь һәм әстерхан нуғайҙарының телдәре үҙенсәлекле.[5] Диндәре башлыса ислам. 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә барлығы 103 660 нуғай иҫәпкә алынған[1]

Нуғайҙар
Үҙ атамаһы

ногай, ногайлар

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 103 660
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы:  103 660 (2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу)[1][2]

Украина Украина:   385 (2001 й.)[4]

Тел

нуғай

Дин

ислам

Раса тибы

европеоид расаһы, көньяҡ себер расаһы

Халыҡ

Алтай ғаиләһе
  Төрки телдәр
    Ҡыпсаҡ төркөмө
      Нуғай телдәре

Туғандаш халыҡтар

башҡорттар, ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡарасайҙар, татарҙар

Иҫәбе — Рәсәйҙә 103,7 мең кеше. Әҙәби тел ҡарануғай диалекты һәм нуғай һөйләше нигеҙендә төҙөлгән. Яҙма XVIII быуаттан 1928 йылға тиклем ғәрәп графикаһы, 1928—1938 йылдарҙа латин графикаһы, 1938 йылдан кириллица графикаһы нигеҙендә.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә