Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы

(Төхфәт Йәнәби битенән йүнәлтелде)

Төхфәт Йәнәби, Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы (14 февраль 1894 йыл10 июль 1938 йыл) — башҡорт совет журналисы, шағир һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.

Төхфәт Йәнәби
Исеме:

Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы

Тыуған көнө:

14 февраль 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Урҫай ауылы Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (44 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, яҙыусы

Ижад йылдары:

19201930

Жанр:

поэзия, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Биографияһы

үҙгәртергә

Төхфәт Йәнәби (Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) 1894 йылдың 14 февралендә Миәкә районы Йәнәби ауылында донъяға килгән. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Аҙаҡ Стәрлебаш мәҙрәсәһенә күсә. Йәге оҙон ялдарҙа Ҡаҙағстанда балалар уҡыта. 1917 йылда әрме сафына саҡырыла. Ҡыпсаҡ-Ете ырыу (хәҙерге Көйөргәҙе районы) хәрби комиссариатында эшләй. Артабан Мәскәү ҡалаһында Свердлов исемендәге университетта белем ала. Үҫәргән кантонына партия эшенә ҡайта. 1921 йылда башпрофсовет президиумы ағзаһы, Башпрофсоветтың мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 1922—1924 йылдарҙа Арғаяш кантонында яуаплы эштәрҙә эшләй.

1924 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең сәркәтибе, яуаплы сәркәтибе булып 1937 йылғаса эшләй.

 
Өфөнөң Карл Маркс урамындағы 17/19-сы йорт стенаһына ҡуйылған мемориаль таҡтаташ

1937 йыл репрессияға эләгә. 1938 йыл Өфө ҡалаһында атып үлтерелә. 1956 йыл аҡлана.

Китаптары

үҙгәртергә
  • «Эш сыуағы», 1926 — шиғырҙар йыйынтығы;
  • «Боролмалы юлдар», 1930 — шиғырҙар һәм поэмалар;
  • «Сиртелгән ҡылдар», 1930 — шиғырҙар һәм поэмалар;
  • «Тәүге танышыу», 1932 — юмористик хикәйәләр йыйынтығы;
  • «Еңеүселәр иле», 1935 — шиғырҙар һәм поэмалар.

Мәңгеләштереүҙәр

үҙгәртергә

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә Төхфәт Йәнәби исемендәге бульвар бар. Бөгөн тыуған ауылында музейы эшләй, мәктәп алдында бюсы тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙерге Йәнәби-Урҫай ауыл, Миәкә районы, Башҡортостан Республикаһы.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Кәлимуллин Төхфәтулла Кәлимулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.