Монго́лдар (монг. монголчууд) — монгол телдәрендә һөйләшеүсе һәм күп быуатлы уртаҡ тарих, мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәр менән тығыҙ бәйле ҡәрҙәш халыҡтар төркөмө. ҠХР-ҙа, Монголияла һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә — Бүрәт Республикаһында, Ҡалмыҡстанда, Иркутск өлкәһендә, Байкал аръяғы крайында йәшәйҙәр[4].

Монголдар
Хубилай
Дзанабадзар
Намнансурэн
Сухэ-Батор
Нацагдорж
Чойбалсан
Дамдинсурэн
Гуррагча
Асасёрю
Үҙ атамаһы

монголчууд

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 10 миллиондан ашыу
Ҡытай Ҡытай: 7,0 млн [1]
Монголия Монголия: 3,0 млн
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: 647 747 (2010)[2][3]

Малайзия Малайзия: 1 500

Тел

монгол

Дин

башлыса тибет буддизмы, шаманизм, аҙыраҡ ислам (дунсандар, моголдар).

10 миллиондан ашыу кеше үҙен монгол тип һанай. Шуларҙың 3 миллионы — Монголияла, 4 миллионы — Эске Монголияла, 3 миллионға тиклем — Ҡытайҙың Ляонине, Ганьсу һ. б. провинцияларында, Синьцзян-Уйғыр автономиялы районыда йәшәй.

Монгол халыҡтары составына тел билдәләре буйынса түбәндәге этник төркөмдәр инә: халха-монголдары, тарбаргуты, бүрәттәр, таройраты(ҡалмыҡтар), көньяҡ монголдар (чахарҙар, хорчиндар, харачиндар, арухорчиндар, тумэттар, джалайттар, авгалар, авганарҙар, баариндар, чипчиндар, му-мянгаттар, наймандар, аохандар, оннюттар, дурбэн-хухэттар, ураттар, горлостар, ордосцтар, хонгираттар, джаруттар, узумчиндар, хэшигтендар, хучиттар), шулай уҡ монгорҙар (ту), даурҙар, дунсяндар, баоаньдар. Согво-аригиҙар тибет телендә һөйләшә. Афғанстандағы моғулдар һәм хазарҙар ҙа монгол сығышлы, әммә бер нисә быуат иран телле мосолман булып йөрөйҙәр.

Тикшеренеүселәрҙең ҡайһы берҙәре (мәҫ. Н. Ц. Мункуев), монгол этнонимы беренсе тапҡыр «Цзю Тан шу» Ҡытай сығанағында («Старая история династии Тан», 945 йылдан төҙөлә башлаған) «мэн-у ши-вэй» — «монгол-шивэйҙар» формаһында һәм «Синь Тан шу» («Новая история [династии] Тан», 1045—1060 йылдарҙа төҙөлә) сығанаҡтарында «мэн-ва бу» — «мэн-ва ҡәбиләһе» формаһында осрай. XII быуаттың төрлө кидань һәм ҡытай сығанаҡтарында был ҡәбиләләр өсөн мэнг-ку, мэнгули, мангуцзы, мэнгу го[5]:238 атамалары ҡулланыла.

«[…] XII быуатта Хабул-хандың [сн. 1] аҡһөйәктәр ырыуы Борджигин атамаһын йөрөтә һәм монгол атамаһын бер нисә күрше ырыу һәм ҡәбиләне үҙенә буйһондороп, 1130 йылда бер ырыу-олоҫ, бер сәйәси бөтөнлөк булдырғандан һуң ала; ошо олоҫҡа ниндәйҙер боронғо һәм бөйөк халыҡ йәки ырыу хөрмәтенә монгол атамаһы бирелә […]»

— монголдар тарихын өйрәнеүсе Б. Я. Владимирцов

Күрәһең, мангут ырыуы (монг. мангуд) монголдарҙың боронғо атамаһы булғандыр ҙа[6].

Үҙәк Азияла беҙҙең эраға тиклем II—I меңъйыллыҡтарҙа йәшәгән протомонгол ҡәбиләләре таш плитка ҡәберлектәр мәҙәниәтенә нигеҙ һала[7][8]. Беҙҙең эраға тиклем 209-сы йылда Модэ батша Монгол платоһында Хунну дәүләтен төҙөй (беҙҙең эраға тиклем 209 йылдан алып беҙҙең эраның II быуатына тиклем) башлай. Монгол ғалимдары Хуннуҙы протомонголдарға индерә. Сяньби дәүләте (93—234), Төньяҡ Вэй (386—534), Жужань ҡағанаты (330—555), Кидан (907—1125), Ҡараҡытай ханлығы (1125—1218) протомонгол дәүләттәре XIII быуатҡаса йәшәгән.

Хамаг Монгол

үҙгәртергә

XII быуатта өс йылға ҡушылған урында монголдарҙың дәүләт берәмеге — Хамаг Монгол («Все Монголы») олоҫо ойошторола. Уның беренсе хакимы Хабул-хан[сн. 1] була. Ул «Монголдарҙың серле һүҙе»нә («Сокровенное сказание монголов») ярашлы, нирун-монголдарҙың («таҙа монголдар»), 27 ҡәбиләһен берләштерә, улар араһында хиад-борджигиндар һәм тайджиуттар[5]:238-239 ҡәбиләләре өҫтөнлөк итә. Был монголдарҙан башҡа Хамаг Монгол берләшмәһенә инмәгән һәм Өс йылға менән күршеләш булған өлкәләрҙә күсмә тормош алып барыусы дарлекин-монголдары («ғөмүми монголдар») булған.

Монгол телле ҡәбиләләрҙең яҡынса урынлашыуы[5]:242
ойраттар һәм и эхириттар
(Байкал күленән көнбайыштараҡ) Селенга йылғаһы ағышы буйында баяттар

Онон баргуты йылғаһы буйлап джалаирҙар (Байкал күленән көнбайыштараҡ һәм Баргузин-Тукумда) хори-туматтар (Байкал күленән көнбайыштараҡ)

мэргэдтар
(Cеленга йылғаһы буйлап)
 
Роза ветров
татарҙар һәм хонгирадтар

(Аргунь йылғаһының уң яҡ ярынан көньяҡтараҡ һәм Буйр, Хулун күлдәре эргәһендә)||||||

кэрэиттар (Орхони Туул йылғаһы ағышы буйлап)
артабан көньяҡ-көнбайышта — наймандар

(Алтай һырты буйлап) онгудтар (Бөйөк Ҡытай стенаһынан төньяҡтараҡ)||||||||

Монгол империяһы

үҙгәртергә
 
Милли кейемдәге монгол ҡатын-ҡыҙҙары. Улан-Батор, 2007 йыл

XIII быуатта монголдар Сыңғыҙхан һәм уның ике быуын вариҫтары етәкселегендә эпоханың иң әһәмиәтле империяһын төҙөй. Был ваҡытта ҡәбилә бүленеше бөтөрөлә һәм уның урынына потумэндар һәм ғәскәр төрҙәре буйынса бүленеш индерелә. Һөҙөмтәлә империя эпохаһына тиклем әһәмиәтле урын биләгән ҡәбиләләрҙең этнонимдары (мәҫәлән, салджиут) империя сигендә генә һаҡланып ҡала һәм дәүләт тарҡалғандан һуң уларҙы ғәскәри төр нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңылары тулыландыра (мәҫәлән, торгоут шарайд, кубдут). Монголдарҙың билдәле бер өлөшө үҙен борджигиндарға — Сыңғыҙхандың һәм уның туғандарының вариҫтарына индерә.

Юань империяһы

үҙгәртергә

XIII быуат һуңында Сыңғыҙхандың ейәне Хубилай баш ҡалалары Пекин һәм Шанду булған Юань династияһына нигеҙ һала. Монгол аҡһөйәктәре араһындағы дошмандарын еңгәндән һуң ул үҙенә хәҙерге Монголияның ҙур территорияһын буйһондора. Монголдарҙың билдәле бер өлөшө хакимиәттең юғары ҡатламын һәм Хубилай, уның вариҫтары тарафынан йәлеп ителгән икенсе, монгол булмаған халыҡтар менән бер рәттән Ҡытайҙың эске ғәскәрен тәшкил итә. Һөҙөмтәлә Көньяҡ Ҡытайҙағы Юньнань монголдары кеүек халыҡ төркөмө барлыҡҡа килә. 1368 йылда монгол аҡһөйәктәре араһындағы үҙ-ара бәрелештәрҙән һуң, Чжу Юаньчжан ғәскәрҙәре монголдарҙы Ҡытайҙан төньяҡҡа ҡыуып, Пекинды ҡулына ала һәм Мин династияһын иғлан итә.

Монголдар Кесе хандар осоронда

үҙгәртергә

XIV—XVII быуаттарҙа Монголия территорияһын чингисидтар һәм ойраттар — көнбайыш монголдары үҙ-ара бүлеп, яйлап ҡеүәтле Жуңғар ханлығын төҙөй.

XVII—XIX быуаттар

үҙгәртергә

1640 йылда һуңғы дөйөм монгол съезы үтә, уның эшендә халха-монголдар ҙа, ойраттар ҙа (шул иҫәптән, ҡалмыҡтар ҙа) ҡатнаша. 1670—1690 йылдарҙа ойрат лидеры Галдан-Бошогту Жуңғарияла беренсе булып үҙен хан тип иғлан итә, Ебәк юлындағы ҡайһы бер ҡалаларҙы үҙенә буйһондора һәм Үҙәк Монголияға уңышлы походтар яһай. Кенәз-чингисидтар үҙҙәренең союздаштарына — маньчжурҙарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, һуңғылары үҙ сиратында монголдар маньчжур императорының подданыйлығын алған шарттарҙа ғына ярҙам күрһәтергә ризалаша.

XVII быуатта монгол халыҡтарының ерҙәре һәм халыҡтары үҙҙәре лә ниндәйҙер дәрәжәлә Ҡытайға һәм Рәсәйгә буйһона. Цин империяһында Эске һәм Тышҡы Монголия монголдары төрлө кимәлдәге хоҡуҡтарғы эйә була һәм ирекле аралашыу мөмкинлеген юғалта. Һөҙөмтәлә айырым халыҡтар барлыҡҡа килә. Ҡатнашлыҡ һәм оҡшашлыҡтың күҙгә күренеп алмашыныуы күҙәтелә. Мәҫәлән, ер эшкәртеүсе дагурҙар хәҙерге Аги районы ерҙәрен Ҡытай ҡулында ҡалған территорияларын ташлап китергә тырышҡан, күсмә тормош алып барыусы бүрәттәр өсөн бушатып, Байкал аръяғынан Маньчжурияға күсә.

 
ХIII быуатта Монгол империяһының сиктәре (ҡыҙғылт һары) һәм хәҙерге монголдарҙың йәшәгән ере (ҡыҙыл)

1911 йылда Эске Монголияның Маньчжурияның Цин империяһынан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, ә Рәсәйҙәге инҡилабтарҙан һуң РСФСР составында монгол халыҡтары йәшәгән Бүрәт-Монгол АССР-ы (1923) һәм Ҡалмыҡ АССР-ы (1935) автономиялы берәмектәре ойошторола. 1912 йылға тиклем Тыва Цин династияһы власы аҫтында була. Эске Монголия өсөн Ҡытай Республикаһында автономия иғлан ителә, һуңынан (1936—1945) уның территорияһының бер өлөшөндә Ҡытай менән һуғыш барышында япон милитаристары ярҙамында Мэнцзян («монгол сик буйы ерҙәре») дәүләте ойошторола. Уның башында борджигин кенәзе Дэмчигдонров тора. Был дәүләт Икенсе донъя һуғышында Японияның капитуляцияһынан һуң үҙенең йәшәүен туҡтата. Мэнцзян администрацияһының бер өлөшө Тайванға, бер ни тиклеме Монголияға ҡаса.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Population of China according to ethnic group 2010
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Бүрәттәрҙе, ҡалмыҡтарҙы һәм монголдарҙы индереп.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.
  4. Монголы // БРЭ. Т.21. М., 2013.
  5. 5,0 5,1 5,2 Чингисиана: свод свидетельств современников / Пер., сост. и коммент. А. Мелехин. — М.: Эксмо, 2009. — 728 с. — ISBN 978-5-699-32049-3.
  6. История Монголии (2003) Том 2
  7. Н. Наваан, Бронзовый век Восточной Монголи
  8. История Монголии, Том I, 2003

Төшөрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Первый хан улуса Хамаг Монгол («Все Монголы») в долине рек Онон, Керулен и Туул в XII веке, дед Чингисхана (Тэмужина).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә