Тамъян-Таймаҫ (рус. Тамьян-Таймас) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 602 кеше[1]. Почта индексы — 452077, ОКАТО коды — 80244810006.

Ауыл
Тамъян-Таймаҫ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°35′40″ с. ш. 54°33′29″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 810 006

ОКТМО коды

80 644 410 111

ГКГН номеры

0523785

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Тамъян-Таймаҫ (Рәсәй)
Тамъян-Таймаҫ
Тамъян-Таймаҫ
Тамъян-Таймаҫ (Башҡортостан Республикаһы)
Тамъян-Таймаҫ

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

• Тамъяндар — меңлеләр керҙәштәре, сығыштары менән Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәренән иҫәпләнәләр. Улар 1762 йылдың 1 майындағы Илекәй-Мең улусы аҫабалары менән килешеү буйынса, Тамъян- Таймаҫ һәм Ереклекүл ауылдарына нигеҙ һалалар.
Тамъян-Таймаҫ исеме тураһында шуны әйтергә була: Тамъян — этноним, Таймаҫ — антропоним. Ауылға тәүге төпләнеүсе Тамъян улусы старшинаһы Таймаҫ Ҡотлин була. Уның улдары һәм ейәндәре: Көсөк (17431827), улдары: Әбделтимер, Әбделфәиз, Ильяс) һәм Әмир (17461825) Таймаҫовтар, Әмирҙең ейәне — Райман Биктимеров.

• Халҡының бер өлөшө (9 ир-ат) был ауылға Минзәлә өйәҙенең Һарыһаҙ-Таҡырмән ауылынан күсеп килә. 1816 йылда был ауылда аҫаба башҡорттар (60 йән), яһаҡлы татарҙар (89 йән), типтәрҙәр (12 ир-ат) 1 йәшәгән.

1795 йылда — 150, 1816 йылда — 238, 1834 йылда — 350, 1859 йылда — 522, 1870 йылда — 537, 1917 йылда — 827, 1920 йылда 868 башҡорт иҫәпкә алынған.

1843 йылда 350 кешегә 1080 бот яҙғы иген сәселә.[2]

Урам исемдәре

үҙгәртергә

• Йылға урамы, рус. Заречная (улица)
• Коммунистик урамы, рус. Коммунистическая (улица)
• Туғай урамы, рус. Луговая (улица)
• М.Ғафури урамы, рус. М.Гафури (улица)
• Йәштәр урамы, рус. Молодежная (улица)
• Совет урамы, рус. Советская (улица)
•Үҙәк урамы, рус. Центральная (улица)[3]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Кәримов Сәмиғулла Зиннәтулла улы (02.01.1945)-техник фәндәр кандидаты.[4] 395-се б.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.434
  3. «Налог Белешмәһе» системаһында Тамъян- Таймаҫ ауылы
  4. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.