Ҡошсо — Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары — ҡайын, муйыл, ҡоштары — аҡҡош, орандары — Салауат.

Ҡошсо

Ырыу тамғаһы
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 50 мең (яҡынса фараз[1])
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Дин

ислам

Халыҡ

башҡорттар

Туғандаш халыҡтар

төрки халыҡтары

Этник төркөм

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт

аҡ-айбуранғолғөҙәирҡаҙырҡалмаҡҡулсыҡайкүҫәкбирҙемөслиммәтәйсирмешсолтансәкетәтөлкөтуғыҙүмәртәйһабанаҡһарт.

Этнонимы

үҙгәртергә

Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр.

Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар.

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Урынлашыуы

үҙгәртергә
Ҡошсо башҡорттарының ауылдары[2]
РФ субъекты Район Ауылдар
Башҡортостан Балаҡатай районы Айҙаҡай, Аҡҡын (бөткән ауыл), Ауышты (бөткән ауыл), Ҡурғаш, Һандалаш
Ҡыйғы районы Юныс
Мәсетле районы Абдулла, Айып, Борғатъя, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тайыш, Тимербай, Тимерәк, Төплөкүл (бөткән ауыл), Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй
Свердловск өлкәһе Красноуфимск округы Биш ауыл, Рахманғол, Бәйәктамаҡ, Ҡуян, Үрге Бәйәк
Түбәнге Серге районы Аҡҡул, Өфө-Шигер, Үрмәкәй
Әртә ҡала округы Бикән, Бәхмәт, Әжеғол, Әртә-Шигири
Әшит ҡала округы Ғәйнә

Ауылдарҙа халыҡ һаны

үҙгәртергә

Ревиз яҙмалары һәм халыҡ иҫәбен алыу мәғләүмәттәре буйынса

Ауылдар 1795 1816 1834 1850 1859 1865 1897 1920 1939 1959 1970 1979 1989 2002 2010
Балаҡатай районы 349
Айҙаҡай 336
Ҡурғаш 13
Һандалаш 0
Ҡыйғы районы 161
Юныс 161
Мәсетле районы 6024
Абдулла 553 510
Айып 307 342
Борғатъя 260 249
Йонос 382 457
Кесе Ҡыҙылбай 80 75
Ҡорғат 350 278
Ҡотош ..[3] 90 111 131 143 164 225 275 302 363 359 338 363 360 361
Ләмәҙтамаҡ 194 187 226 293 331 373 676 867 767 716 759 610 519 522 483
Мәләкәҫ 274 259
Оло Ҡыҙылбай 508 451
Салйоғот 255 266
Тайыш 328 343
Тимербай 90 79
Тимерәк 132 118
Һабанаҡ 103 117 161 215 245 303 610 708 521 459 541 395 439 437 391
Һөләймән 170 172 233 287 291 307 440 530 473 487 541 446 402 489 472
Әбдрәхим 326 324
Әжекәй 750 684
Красноуфимск округы 1093
Биш ауыл 98
Рахманғол 492
Бәйәктамаҡ 387
Ҡуян 116
Юғары Бәйәк
Түбәнге Серге районы 1628
Аҡҡул 279
Өфө-Шигер 522
Үрмәкәй 827
Әртә ҡала округы 1742
Бикән 183
Бәхмәт 522
Әжеғол 685
Әртә-Шигири 352
Әшит ҡала округы 415
Ғәйнә 415

Арҙаҡлы ҡошсолар

үҙгәртергә

Мәсетле районының хөрмәтле гражданы

  1. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы — 2005
  2. Ҡаев Фәрит Ғалихан улы — 2017

Академиктар

  1. Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы — техних фәндәре докторы (1993),
  2. Вәлиев Ильяс Иштуған улы — педагогия фәндәре докторы (1999)
  3. Мирсаев Рафаил Нурый улы — философия фәндәре кандидаты (1990)

Фән докторҙары

  1. Ғиниәтуллин Рафаҡ Хизбулла улы — биология фәндәре докторы (2019)
  2. Зарипов Айрат Янсур улы — философия фәндәре докторы (2005)
  3. Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы — филология фәндәре докторы (1981)

Афған һуғышында һәләк булған яуғиҙар

  1. Ғәзизов Раян Нариман улы (14.4.1960—5.5.1981), Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Һөләймән ауылы, 1980 йылдың февраленән Афғанстанда. Рядовой, уҡсы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
  2. Нафиҡов Хәмит Мөғин улы (20.12.1960—15.08.1984), Свердловск өлкәһе, Түбәнге Серге районы, Өфө-Шигер ауылы, 1982 йылдың ноябрен Афғанстанда. Лейтенант, Спезназ төркөмө командиры. Ленин ордены менән бүләкләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Ҡошсо ырыуы ауылдарында йәшәүсе дөйөм халыҡ һанына нигеҙләнеп Р.Ғатауллин тарафынан фаразланды
  2. История башкирских родов, 2016, с. 135, 148—149
  3. мәғлүмәт табылмаған

Һылтанмалар

үҙгәртергә