Өршәк һөйләше
Классификация
Категория

Языки Евразии

Алтайские языки (спорно) : Тюркская ветвь :: Кыпчакская группа ::: Поволжско-кыпчакская подгруппа

Таралыу ареалы үҙгәртергә

Өршәк һөйләше Башҡортостан Республикаһының  Әлшәй (Әбделкәрим,Мырҙағол), Ауырғазы (Үрге Бәгәнәш, Игенсе, Миңнебай, Мораҙым, Нәжметдин, Түбәнге Бәгәнәш, Яңы Этекәй, Туғай, Түрһәгәҙе, Төрөмбәт, Уҫман, Юлдаш), Дәүләкән (Ҡаҙырғол, Яңы Мерәҫ, Яңы Йәнбәк, Иҫке Мерәҫ һәм Хөсәйен), Ҡырмыҫҡалы (Яңы Муса, Иҫке Муса һәм Иҫке Йәнбәк) һәм Стәрлетамаҡ (Абдрахман, Бәгәнәш һәм Яңы Абдрахман) райондарында таралған. Өршәк һөйләшендә Өршәк йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары — Ауырғазы һәм Түрҫәгәҙе[1] йылғалары бассейнында йәшәгән меркет-мең һәм өршәк-мең башҡорттары аралашҡан.

Өйрәнеү тарихы һәм төркөмләү (классификация) үҙгәртергә

1920—1930-сы йылдарҙа башҡорт йәнле телен планлы тикшереү башланған. ХХ быуаттың 1930-сы — 1950-се йылдарында башҡорт телендә өс территориаль диалект — көнсығыш (төньяҡ-көнсығыш, ҡыуаҡан, төньяҡ-көнбайыш  (көнбайыш) һәм көньяҡ (ялан, юрматы), шулай уҡ фонетик билдәһе буйынса ([һ]—[ҫ], [ҫ], [һ], [ҙ], [с], [п]—[т]) төркөмләнеүсе ете наречие (һөйләш) күрһәтелгән. Башҡорт тел белеменә нигеҙ һалған — Н. К. Дмитриев[2] та өс диалект күрһәтеү яҡлы булған. Башҡорт теле диалекттарын һәм һөйләштәрен системалы өйрәнеү буйынса тәүге эштәрҙең береһе булып Т. Ғ. Байышевтың «Башҡорт теле диалекттары әҙәби телгә мөнәсәбәтендә» монографияһы тора. Бында ла автор башҡорт телен өс территориаль диалектҡа һәм фонетик билдәләре буйынса — 7 наречиеға бүлгән; был төркөмләү (классификация) буйынса, өршәк  башҡорттарының һөйләше көньяҡ диалектҡа һәм «ҫ» наречиеһына[3][4] ҡарай.

С. Ф. Миржанова үҙенең «Башҡорт теленең көньяҡ диалекты» тигән хеҙмәтендә көньяҡ диалект составына — ыҡ-һаҡмар, урта һәм дим[5] - һөйләштәрен индергән. Н. X. Ишбулатов «Башҡорт теле һәм уның диалекттары»[6] монографияһында Дим, Өршәк йылғалары бассейнында һәм Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының түбәнге ағымында, шулай уҡ Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың телен көньяҡ диалектының дим һөйләшенә индерә. Диалектологтар шул уҡ ваҡытта Өршәк йылғаһы бассейны башҡорттарының теле урта һәм ыҡ-һаҡмар һөйләштәренең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен сағылдыра, тип билдәләй.

2010 йылда диалектолог Р. Ш. Алсынбаева  «Башҡорт теленең өршәк һөйләше» темаһына  кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Ул өршәк һөйләше бик күп архаик формаларҙы һаҡлаған, ә шулай уҡ был һөйләш көньяҡ диалектының дим, туҡ-соран һәм ырғыҙ-кәмәлек һөйләштәре менән бик тығыҙ бәйләнгән ти.

Лингвистик характеристика үҙгәртергә

Фонетикаһы үҙгәртергә

Өршәк һөйләшенең билдәләүсе фонетик үҙенсәлектәре булып[7]:

  • [а][ы], [ы] ~ [у], [у] ~ [а], [ы] ~ [а] өндәренең ярашлылығы: диал. сағ[а]ҙаҡ — әҙәби һағ[ы]ҙаҡ (оса), диал. аҙ[ы]у теш — әҙәби аҙ[а]у теш (коренной зуб), диал. ҡатырҡ[ы] — әҙәби ҡатырғ[а] (картон), диал. б[ы]йау — әҙәби б[у]яу (краска), диал. б[ы]ҫтау — әҙәби буҫтау (сукно), диал. сир[у]т — әҙәби сир[а]т (очередь), диал. [ы]зғырыу — әҙәби [а]жғырыу (кричать неистово), диал. сыт[ы]йыу — әҙәби сыт[а]йыу (морщиться), диал. умырз[ы]йа — әҙәби умырз[а]я (подснежник) һ.б.
  • [о], [ө], [ә] һуҙынҡыларының архаик формаларының һаҡланыуы һөйләште руник һәйкәлдәрҙең боронғо төрки теле һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләштәре менән бәйләй: диал. то[ҡ]мас — әҙәби т[у]ҡмас (домашняя лапша), диал. ғ[ө]м[ө]р — әҙәби ғ[ү]мер (жизнь), диал. с[ө]прәк — әҙәби с[е]прәк (тряпка), диал. т[ө]йәү — әҙәби т[е]йәү (грузить) һ.б.
  • [ө] ~ [е], [ә] ~ [и], [е] ~ [и], [э] ~ [е] өндәренең ярашлылығы: диал. т[и]рәҙә — әҙәби т[ә]ҙрә (окно), диал. ф[и]рештә — әҙәби ф[ә]рештә (ангел), диал. [э]йән — әҙәби [е]йән (внук) һ.б. Ҡайһы саҡта бының кире күренеш күҙәтелә.
  • ҡайһы бер һүҙҙәрҙә дим һөйләшенә хас булған [у] ~ [о], [ә] ~ [ө] өндәренең тап килеүе күҙәтелә: диал. т[о]рпоша — әҙәби т[у]рпыша (полог), диал. к[ә]керт — әҙәби к[ө]көрт (сера) һ.б.
  • монофтонгтарҙың дифтонг бәйләнештәренә әйләнеүе: диал. шүрәл[ей] — әҙәби шүрәл[е] (леший), диал. ҫ[ыу]ған — әҙәби һуған (лук) һ.б.
  • [ы], [е], [о] баҫымһыҙ һуҙынҡыларының көслө  редукцияға дусар ителеүе йәки бөтөнләй төшөп ҡалыуы: диал. []ласын — әҙәби ыласын (сокол»), диал. []сын — әҙәби ысын (правда), диал. ҡор[]т — әҙәби ҡор[о]т (кисломолочный продукт), диал. ҡор[]с — әҙәби ҡор[о]с (сталь) һ.б.
  • һуҙынҡыларҙың делабиализацияһы [ы] ~ [о], [е] ~ [о], [ы] ~ [у], [е] ([и]) – [ә], [ө] ~ [е]: диал. к[е]т[е]ү — әҙәби к[ө]т[ө]ү (стадо), диал. й[е]йәү — әҙәби й[ә]йәү (пешком) һ.б.
  • ғәрәп һәм фарсы теленән ингән һүҙҙәрҙә өндәрҙең төшөп ҡалыуы, (ҫ] өнө менән) сиратлашыуы йәки [һ] өнөнөң һаҡланыуы күҙәтелә: диал. [ҫ]у[ҫ]ар — әҙәби [һ]ыу[һ]ар (куница), диал. тер[ҫ]әк — әҙәби тер[һ]әк (локоть), диал. []уш — әҙәби [һ]уш (память), диал. []әйбәт — әҙәби [һ]әйбәт (хорошо), диал. [һ]ауа — әҙәби [һ]ауа (воздух), диал. [Һ]әмән — әҙәби [С]әмән (Семёнкино) һ.б.
  • [б] фонемаһын интервокаль позицияла [ф] ҡыҫып әйтелеүле өн (призвуклы) фрикатив [в] менән алмаштырыу: диал. ар[вф]а — әҙәби ар[б]а (телега), диал. ба[вф]ай — әҙәби ба[б]ай (старик), диал. ә[вф]ей — әҙәби ә[б]ей (старуха), диал. ҡа[вф]ырсаҡ — әҙәби ҡа[б]ырсаҡ (раковина) һ.б.
  • һүҙ башында [б] ~ [п], [һ] ~ [с] тартынҡыларының ярашлылығы: диал. [п]алаҫ — әҙәби [б]алаҫ (палас), диал. [п]әке — әҙәби [б]әке (складной нож), диал. [с]андуғас — әҙәби [һ]андуғас «соловей»; диал. [с]ағаҙаҡ — әҙәби [һ]ағыҙаҡ (оса) һ.б.
  • [м] ~ [б], [т] ~ [с] тартынҡыларының ярашлылығы: диал. [т]ысҡан — әҙәби [с]ысҡан (мышь), диал. [м]айтаҡ — әҙәби [б]айтаҡ, диал. гар[б]ун — әҙәби гармун (гармонь), диал. ҡу[б]ыҙ – әҙәби ҡу[м]ыҙ (музыкальный инструмент), диал. [т]өсө — әҙәби [с]өсө (пресный) һ.б.

Морфологияһы үҙгәртергә

Морфология өлкәһендә һөйләштең үҙенсәлеген түбәндәгесә күҙаллайбыҙ:

  • 3 зат эйәлек төшөнсәһен аңлатҡан -ҫы/-ҫе аффиксын диалект формалы төшөм килештә -ҫы+ны/-ҫе+не ҡулланыу: диал. балаҫыны — әҙәби балаһын (ребёнка), диал. инәҫене — әҙәби әсәһен (матери), диал. эсәгеҫене — әҙәби эсәген (кишки) һ.б.
  • өршәк һөйләшендә -ар/-әр аффикслы киләсәк заман ҡылымдарын әҙәби телдәге -ыр/-ыр/-ер (таблицаға ҡара) аффикстары урынына ҡулланыу.
  • артыҡлыҡ дәрәжәһен көсәйтеүсе шыр киҫәксәһе һәм зәһәр, хәшәрәт, йәһәннәм, зәрә, хәтәр һүҙҙәре ярҙамында әйтеп биреү — әҙәби бик яҡшы (очень, превосходный): зәһәр//зәәр йаулыҡ (превосходный платок), шыр тоҙ (слишком солёный), йәһәннәм күп (очень много), зерә йахшы (очень хорошо), хәтәр уңған (очень хорошо уродилась) һ.б.
  • ваҡыт рәүештәрен -генәк, -нә аффикстары менән параллель ҡулланныу: диал. кисәгенәк//кисәнәк — әҙәби кисәнән бирле (со вчерашнего дня, вчера) һ.б.
  • зат алмаштарының формаһын өҫтөнлөклө ҡулланыу: диал. беҙең — әҙәби беҙҙең (у нас, наш) урынына, диал. ҫеҙең — әҙәби һеҙҙең (ваш) урынына, диал. миә — әҙәби миңә (мне) урынына һ.б. Бынан тыш, төрлө төркөмсә алмаштарының ҡыҫҡа формала файҙаланылыуы: диал. быҫы — әҙәби быныһы (этот), диал. ҡаҫылай — әҙәби ҡайһылай (как) һ.б.
  • -ҡай/-кәй аффикстары ярҙамында билдәһеҙлек алмаштарының барлыҡҡа килеүе: нәрҫәкәй? (что?), әллә нәрҫәкәй (что-то), әллә ҡаҫылай (как-то). 
  • -арға/-әргә аффикстары ярҙамында тартынҡы нигеҙле ҡылымдарҙан инфинитив булдырыу: диал. осарға — әҙәби осорға (летать), диал. тотарға — әҙәби тоторға (держать), диал. көләргә — әҙәби көлөргә (смеяться) һ.б.
Өршәк һөйләшендә -ар/-әр аффикслы ҡылымдарҙың киләсәк заманын әҙәби -ыр/-ыр/-ер аффикстары урынына ҡулланыу
Берлек Күплек
Зат диал. әҙәби диал. әҙәби
1-се  зат тотарым тотормон (поймаю) тотарбыҙ тоторбоҙ (поймаем)
2-се  зат тотарҫың тоторһоң тотарҫыҙ тоторһоғоҙ
3-сө  зат тотар тотор тотарлар тоторҙар

Әҙәби телдәге нимә (что) һорау алмашына һөйләштәге: ней, нәмә, нәҫтә, нәҫтәкәй, нәрҫә, нәрҫәкәй формалары тура килә.

Эйәлек аффикстары -еҫе/-ҫе йыйыу һандарын берләштерә: береҫе//берҫе (один), берҫе көн (послезавтра), берҫе//береҫе йуҡ (нет ни одного) һ.б.

Лексикаһы үҙгәртергә

Өршәк һөйләше һүҙлек запасы нигеҙен бөтөн тематик кластарҙа ла урын алған дөйөм башҡорт лексикаһы тәшкил итә. Һөйләштә башҡорт теле көньяҡ диалектының дим, урта һәм өлөшләтә ыҡ-һаҡмар һөйләштәре менән уртаҡ лексика ҡатламы күренә. Әммә өршәк һәм дим һөйләштәренең лексикаһы бер-береһенә үтеп инеү яғынан иң тәүге (максиаль) урында, сөнки был һөйләштә башҡорттарҙың мең ҡәбиләһе вәкилдәре менән аралаша. Туҡ-соран һөйләшендә һәм Кәмәлек йылғаһы бассейнында йәшәгән башҡорттарҙың телендә һәм өршәк һөйләшендә уртаҡ диалектизмдар барлығы, шулай уҡ боронғо замандарҙан был ырыу һәм ҡәбиләләр араһында туғанлыҡ мөнәсәбәттәре булыуы һәм уларҙың үҙ-ара бәйләнгәнлеге менән аңлатыла[1].

Һөйләштең һүҙлек составында шулай уҡ үҙенеке һәм төньяҡ-көнбайыш диалекты һөйләштәре, тәүге сиратта, ҡариҙел һөйләше менән уртаҡ лексема төркөмдәрен айырып күрһәтергә була. Бынан тыш өршәк һөйләшендә башҡорт телпенең көнсығыш диалекты һөйләштәренә хас уртаҡ лексик пласт бар. Һөйләштә бер нисә боронғо төрки, монгол, фин-уғыр лексемаһы файҙаланыла[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Алсынбаева Р. Ш. Уршакский говор башкирского языка. Автореф. дис… канд. филол. наук. — Уфа, 2010.
  2. Миржанова С. Ф., 2006, с. 1212
  3. Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — С. 112. — 33 с.
  4. Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — М.-Л., 1955. — С. 348—350.
  5. Миржанова С. Ф., 1979
  6. Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0.
  7. 7,0 7,1 Алсынбаева Р. Ш. Уршакский говор башкирского языка // Вестник Башкирского университета : журнал. — 2009. — № №2 (Т 14). — С. 510—512. — ISSN 1998-4812.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Азнагулов Р. Г. Языковые особенности башкир Оренбургской области. Дис… канд. филол. наук. — М., 1972. — 315 с.
  • Баишев Тагир Галлямович. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Дмитриева Николая Константиновича. — М., 1955. — 112 с.
  • Диалектологический атлас башкирского языка. — Уфа: Гилем, 2005. — 234 с.
  • Диалектологический словарь башкирского языка. — Уфа: Китап, 2002. — 432 с. — ISBN 5-295-03104-7. (баш.)(баш.)
  • История башкирского литературного языка./ Ишбердин Эрнст Файзрахманович, Галяутдинов Ишмухамет Гильмутдинович, Халикова Раиса Халиловна. — Уфа: Башк. изд-во «Китап», 1993. — 320 с. — ISBN 5-295-02098-3. (баш.)(баш.)
  • Ишбулатов Нагим Хажгалиевич. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. — Өфө: Китап, 2000. — 212 с. — ISBN 5-295-02659-0. (баш.)(баш.)
  • Максютова Нажиба Хаерзамановна. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. — Уфа: Китап, 1996.
  • Максютова Нажиба Хаерзамановна. Восточный диалект башкирского языка. — М.: Наука, 1976. — 292 с.
  • Миржанова Сария Фазулловна. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа: Китап, 2006. — 296 с. — ISBN 5-295-03923-4.
  • Миржанова Сария Фазулловна. Южный диалект башкирского языка. — М.: Наука, 1979.
  • Надергулов У. Ф. Иргизо-камеликские башкиры. — Уфа: Китап, 1996.
  • Словарь башкирских говоров. Южный диалект. Т. 2. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1970. — 327 с.  (баш.)(баш.)
  • Хөсәйенова Л. М. Башҡорт диалектологияһы. — Стәрлетамаҡ, 2011. — 155 б.  (баш.)(баш.)
  • Рашит Шакур. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — 250 с. (баш.)(баш.)

Һылтанмалар үҙгәртергә