Теләнсетамаҡ
Теләнсетамаҡ (Ҫарайлы-Мең) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Теләнсетамаҡ ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Теләнсетамаҡ татар. Теләнчетамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423874 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәТеләнсетамаҡ — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй улусы составына керә.
ХХ быуат башында 3 тирмән, 2 тимерлек, икмәк магазины, 8 бакалея һәм мануфактура кибеттәре, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны, 1930 йылдан — Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә.
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 79 йән башҡорт, 87 йән татар, 123 йән типтәр; 1912 йылда — 513 башҡорт, 1309 типтәр, 457 татар йәшәй[2][3].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хәмит Зөбәйер Ҡушай (1897—1984) — шәрҡиәт белгесе, төркиәтсе, этнограф, археолог, тарихсы, яҙыусы, философия докторы (1923). Анкаралағы Этнография музейының тәүге директоры.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 103. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 65—67. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.